Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
9 Февраль 2021, 17:10

Телеңдән һөйөн…

Телеңдән һөйөн…Урта мәктәпте тамамлар яҙҙа клуб гәзитенә төртмә таҡмаҡ сығарырға ҡушылды. Сурытты егетебез!Фәлән ағай мөрйәһенәнАңҡый апара еҫтәре,тип, көмөшкә ҡайнатырға әүәҫ ике туған тейеш нәҫел-нәсәбен дә «маҡтарға» ҡыйыулығы етте.

Иртәгәһенә фәлән ағайы ихласлап ҡулын ҡыҫмаһынмы бының.
- Ну йәтеш иткәнһең әле, ҡустым. Телеңдән һөйөн инде. Күпме ыҙалап эшләп, күпме нужа күреп, исемем гәзиткә эләккәне юҡ ине. Бер һыйлайым әле үҙеңде шуның өсөн.
Аптыраны шағир. Ә бит ул ағайынан бик шөрләп йөрөй ине. Әллә бәғзе әҙәмгә ниндәй дан да бата микән?
Өсмөйөш
Шағир студент сағында бер һылыуҡайға ғашиҡ булды. Уныһы һауалы ине, үҙенә егеттәр ҡарағас ни. Икенсе бер һабаҡташы ла ярата икән әлеге ҡыҙыҡайҙы. Мәгәр «Өсмөйөш»тән кем уңған? Ике егет, алдан һөйләшеп, ҡыҙға шулай мөрәжәғәт итте. Теге иһә, үҙенсә шаяртып, уҫал шарт ҡуйҙы.
- Кемегеҙ мине күрә алмаған Н.-не сикәләп инә, шуның менән ҡалам,-- тимәһенме. Үҙе эстән генә «йомош»то Шағир үтәүен теләй ине.
Бер аҙҙан ҡаршылағы бүлмәлә Н.-нең илаған тауышы ишетелде. Әшнәһе, әпкәләйләнеп, йылмаяҡ ҡыҙҙың «йомошон» йәһәт кенә үтәп инеүгә, Шағир тәтәй ҡыҙҙың яңағына ҡыҙартҡансы һелтәне лә ҡабат мәңге асмаҫ өсөн ишекте шарт ябып сығып китте.
Сабир Шәрипов
Читайте нас в