Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Февраль 2021, 16:12

Мәҙәктәр. Бурыс

Хәҙисә кешеләр менән әллә ни аралашып йәшәмәй. Уға йомош-фәлән менән килеүселәр ҙә һирәк. Керһәң дә буш ҡул менән сығып китеүең көн кеүек асыҡ. Күршеһе Сәрбиямал менән дә шулай булды. Мең һум аҡса һорап кергәйне, өмөт итеп, Хәҙисә бирмәне, аҡсаһы бар ине, әлбиттә. Күршеһе сығып киткәс, ниңәлер Хәҙисәнең күңелендә төйөр ҡалғандай булды. Әле ул ошо һорауға яуап эҙләй.

Ә, ә-ә-ә!… Тапты бит!… Аллаға шөкөр… Бер көндә магазинда икмәк алған саҡта илле һум аҡсаһы етмәгәйне. Күршеһе Сәрбиямал биреп торҙо, Хәҙисә, аҙаҡ ҡайтарырмын, тигән ине, онотҡан, хәҙер аҙна уҙҙы инде. Моғайын, күршеһе шуға ингәндер, йәғни тегенең иҫенә төшөрөргә, ана бит, аҡса һораған булды…
Күп тә үтмәне, Хәҙисә, ҡулына илле һум аҡса тотоп, күршеләренә китеп бара ине. Башында бер герә уй: "Әйҙә, бурыслы булып ҡалмайым, йомош-фәлән тип, башҡаса кереп йөрөмәһендәр! Күңелем тыныс булыр, исмаһам!"
Үҙгәреү
Фәрит ағай миңә гел асыулы, уҫал кеүек тойола. Бер ваҡытта ла уның йөҙөндә йылмайыу әҫәрен күрмәҫһең. Ә бөгөн юғалтҡан әйберен тапҡанмы ни, шат йылмайып, тигеҙ матур тештәрен ҡояшта ялтыратып урам буйлап килә. Әгәр үҙен һуңынан яҡындан күрмәһәм, был холҡон аңламаҫ та инем. Баҡһаң, Фәрит ағай алтын тештәр ҡуйҙыртҡан икән!
Тимербулат Мөхәммәтҡолов
Читайте нас: