Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Февраль 2021, 16:21

Мәҙәктәр. Хаҡын ҡайтарҙым

Яңы йылда шыршыһыҙ өйҙөң ниндәй йәме булһын инде! Район үҙәгендә шыршылар һатылғанын ишеткәс, шунда юл тоттом. Maгазинда улар осһоҙ ҙа, күп тә икән. Үҙемә оҡшаған матур ғына шыршыны һатып алдым да ҡайтырға ашыҡтым.

Ауылға ҡайтып еткәндә, кис булғайны инде. Ҡышын көн ҡыҫҡа шул. Йорттоң ишеген асып өлгөрмәнем, арттан берәү эләктереп тә алды. Әйләнеп ҡараһам, янымда урман һаҡсыһы баҫып тора.
- Нимә, урланыңмы? - тине ул, асыулы янған күҙҙәрен миңә төбәп.
- Юҡ, район үҙәгенән һатып алдым…
Был аңларға ла теләмәй.
- Алдашма! Хәҙер үк акт төҙөйөм, штраф түлә!- тип кысҡырыуын белә.
Бер ғәйебем булмаһа ла, өҫтәлгә "ярты" ҡуйырға тура килде. Эсеп бөткәс, хушлашҡанда, ул миңә, үпкәләп ҡалмаһын, типтер инде:
- Ҡустым, әгәр шыршы кәрәкһә, урманға кил дә йәнең теләгәнен һайлап ал, - тине.
Уға үс итеп, икенсе көндә үк урмандан шәмдәй шыршы алып кайттым. Тағы шыршы нимәгә кәрәк булды, тиһегеҙме? Сер түгел, әйтәм: кисә эскән араҡының хаҡын ҡайтарҙым - күршегә икеләтә арттырып һаттым мин уны…
БУЛА УЛ…
Заһит кисә ҡунаҡта булғайны. Бөгөн урынынан да ҡуҙғала алмай, башы шаңғып, ауырып ята. Исмаһам, ҡатыны ла өйҙә юҡ, берәй "нәмә" табыр ине… Шулай тип уйлап ята ине Заһит, үҙҙәренә табан килгән бригадир Фәритте тәҙрәнән шәйләп ҡалғас: "Ял көндә ниндәй эш икән һуң?!" тип уйлап алды.
- Һауғынамы? - тине бригадир, өйгә ингәс, урындыҡта аунап ятҡан Заһитҡа ҡул һуҙып. - Әллә сырхаулап киттеңме?
- Эйе лә… Үҙең күреп тораһың…
- Һе, эштәрең мөшкөл икән!… Бөгөн миңә өмәгә – мунса күтәрешергә бара алмаҫһыңмы, тигәйнем. Былай булғас, һинең менән булманы инде…
Әле генә башы ярылырҙай булып яткан Заһит урынынан һикереп үк торҙо:
- Була ул, хәҙер!… - тип өйҙән сығып барған баригадирҙың артынан йүгерҙе.
Демократ
Ауыл магазинына сит ил тауарҙары алып килделәр. Һыу буйылай оҙон сират теҙелде. Фәрит исемле йәш кенә егет, әҙәп һаҡлап сиратта тороп маташманы. Һатыусының алдына уҡ барып баҫты. Арттараҡ торған кешеләр ризаһыҙлыҡ белдереп тауышлана башланылар:
- Ҡысҡырмағыҙ! - тине Фәрит, магазинды яңғыратып. – Мин - демократ, ҡайҙа теләйем, шунда баҫам!… Үә-әт!
Сираттағылар телдәрен тешләне. Бәлки, демократ булғас, депутаттар кеүек, улар ҙа сиратһыҙ хеҙмәтләндерелә икән, тип уйлағандарҙыр…
Тимербулат Мөхәммәтҡолов
Читайте нас: