Шоңҡар
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Февраль 2021, 16:00

Мәҙәктәр. Ике күрше

Ике күрше Фәсхиямал менән Кәримәнең тыныс, татыу, дуҫ булып йәшәгәндәре һирәктер. Бер мәл магазинда әйбер артынан сиратта торалар. Билдәле, бөтә хәбәр янсығы шунда инде. Матур ғына һөйләшеп торғанда, сәйәсәткә инеп киттеләр.

Фәсхиямал коммунистарҙы маҡтаны, Кәримә демократтарҙы яҡланы. Көрәш ике яҡтың да еңелмәүе менән тамамланды. Шунан һуң ай ярым һөйләшмәй йөрөнөләр. Ике күрше һәйбәт кенә йәшәй башлағайнылар, тағы сәбәп табылды: ирҙәре ҡайҙалыр эскәндәр ҙә сәкәләшеп алғандар. Ошо хәлгә кем түҙһен инде! Бик оҙаҡ ваҡыт бер-береһенән һаулыҡ та һорашманылар. Был да онотолоп бөткәйне, Кәримәнең малайы Фәсхиямалдың ҡыҙының уйнап йөрөгәндә сәсенән тартҡан. Тегенеһе шарылдап илап кергән дә киткән… Ярай, был да ҡасан да булһа онотолдо, ти. Тик барыбер ике ҡатынға оҙаҡ ваҡыт матур һәм татыу йәшәргә яҙмағандыр. Сөнки ауылдаштары бөгөн генә әлеге күршеләрҙең һыйырҙары һөҙөшөп торғандарын күргәндәр… Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, шунан һуң да нисек тыныс, матур йәшәйһең инде?!
Хата аҙым
Ҡалала уҡып яңыраҡ ауылға ҡайтҡан Харис, танауын юғары сөйөп, урам буйлап килә. Ул юл аша өйгә һыу үткәрергә тип ҡаҙылған соҡорҙо ла абайламаны - лып итеп ҡалды. Бер нисә кеше уны күреп ярҙамға ташланды һәм Харисты соҡорҙан тартып та сығарҙылар. Шул саҡ әллә кешеләр араһынан берәйһе өндәште, әллә ҡолағына ишетелде, ләкин Харис был һүҙҙәрҙе мәңге онотмаясаҡ: "Ҡустым, танауыңды юғары сөйөп йөрөһәң дә, алдың-артыңды ҡарап йөрө, яңылыш аҙым яһамаҫҡа һәйбәт була ул!…"
ҠЫЙЫУЛЫҠ
Хәтмиев йыйылышта беҙ эшләгән төҙөҙөш ойошмаһы етәкселәрен ҡаты ғына тәнҡитләп сығыш яһаны. Мин бик аптыраным, сөнки Хәтмиевте күптән яҡшы беләм: тыныс, сабыр холоҡло, хатта бер аҙ оялсан да, түрәләргә ҡаршы һүҙ әйтеү түгел, ә ялағайланып йөрөгәнен дә…
Йыйылыш бөткәс тә үҙен күреп һөйләшергә булдым: был ҡыйыулыҡ уға ҡайҙан килгән? Шул мәғлүм булды: бер нисә көн элек Хәтмиев эштән үҙ теләге менән китеү тураһында ғариза яҙған. Ҡыйыулыҡ уға шунан килгән икән…
Тимербулат Мөхәммәтҡолов
Читайте нас в