Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
21 Март 2021, 19:40

ҠУНАҠ ҠАЙТТЫ

Фәиз бер яҡҡа ҡыйшайып ҡатып ҡалды. Әллә иҫе китте, әллә уйға батты. Бер аҙҙан ҡыбырҙап тура килеп ултырҙы:- Уны нисек бер айға еткермәк кәрәк, ағай?

Ғәфүрҙең ҡустыһы Фәиз ҡайтып төштө. Бик "текә" джипта ҡайтҡан. Ауылдан сыҡмаған Ғәфүр генә түгел, ауылдаштары ла күрмәгән булып сыҡты бындай машинаны.
Хәл-әүхәл һорашҡас сәйгә ултырҙылар. Фәиздең еңгәһе өлтөрәп тора, ни тиһәң дә 25 йыл юғалып торҙо бит ҡәйнеше. Ғәфүр үҙенең нисек йәшәп ятыуын һөйләп бөткәс:
- Йә, ҡустым, һөйләп ебәр, ҡайһы доньяла йөрөп ятаһың? Хат-хәбәрең бөтөнләй булманы.
Һүҙҙәре берекһен өсөн Ғәфүр "сәмәй" сығарҙы.
- Был ниндәй араҡы?
- Араҡы түгел, "сәмәй".
- Ҡуй-ҡуй, алып ҡуй. Ағыуланып ҡуйырбыҙ. Онотоп торам, миндә коньяк бар. 50 мең һум тора шешәһе. Көнөнә шундайҙы берҙе кәгәм.
Машинаһынан коньяк алып инде. Берәр рюмка эсеп алдылар. "50 мең мең аҡсам булһа, 50 мең төрлө уйым булыр ине", - тип уйланы Ғәфүр.
- Пенсийәң күпме, ағай?
- 9 мең.
- Оһоһо! Көнөнәме?
- Ҡустым, шаяртаһыңмы әллә?! Бер айға!
Фәиз бер яҡҡа ҡыйшайып ҡатып ҡалды. Әллә иҫе китте, әллә уйға батты. Бер аҙҙан ҡыбырҙап тура килеп ултырҙы:
- Уны нисек бер айға еткермәк кәрәк, ағай?
- Әлләсе, һин дә мин кешесә йәшәп ятабыҙ. Көнөнә бер коньякка ғына 50 мең тотонғас, миллионерһыңдыр, ҡустым?
- Хәҙер миллионерҙарҙы кешегә лә һанамайҙар. Ана тыштағы машина 30 миллион һум тора. Ул ниндәй байлыҡ булһын? Шуға аҡсамды миллиардҡа еткерергә ине. Хәҙер бит, ағай, байҙар аҡсаһын иҫәпләмәйҙәр, ә үлсәйҙәр. Аҡса иҫәпләү Америкаға ғына килешһен. Ә беҙҙә аҡсаның иҫәбе юҡ, булдыра алһаң, урла, теләһәң... Короче, атай әйтмешләй, иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл. Минең дуҫ, Сахалин начальниғының аҡсаһы 250 кг. Кемдеңдер аҡсаһы бер- нисә тонна. Уны нисек иҫәпләп ултырмаҡ кәрәк?! Илдә иң байы Зәкиев әфәнде. Уның аҡсаһы бер эшелон.
-Уны нисек урламайҙар һуң?
-Урламаһындар өсөн эшелон тегендә-бында йөрөп тора. Тап һин уның ҡайҙа икәнен. Шуға ла миллиардҡа яҡын аҡсам булһа ла, иң ярлы бай иҫәпләнеп йөрөйөм.
- Ни эшләп ул аҡсаны банкка һалмайҙар?
- Беренсенән, байҙарҙы байыҡтырыу була. Икенсенән, һәр кемдең үҙ сәбәбе бар. Кемгелер миллионлап һум күстәнәс биргәндәр, кемдер бюджеттан тай типтергән, тигәндәй...
Ғәфүр ейән-ейәнсерҙәренә ҡустыһы күстәнәскә, һыңар кәнфит алып ҡайтмаһа ла бер ҙә үпкәләмәне, хатта уны йәлләп ҡуйҙы. Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы шул.
Сәлих ВАҺАПОВ. Ейәнсура районы.
Читайте нас: