Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
16 Апрель 2021, 21:00

Мәҙәк хәлдәр

Бер мәл Юнир бажам менән мунса төшөп ятабыҙ. Алмаш-тилмәш ләүкәгә менеп ныҡ ҡына сабынып алабыҙ ҙа тышҡа сығып ҡарға сумабыҙ. Бажа башына бәйләнгән башлыҡ кейгән, ҡулдарында – бейәләй, ул күпселек арҡаһын йә аяғын саба. Ә мин яланбаш көйө миндек менән башты һәм елкә тирәһен төйәм генә. Шулай итһәң елкәнең ауыртыуы баҫылып ҡала. Бажа сабыныуҙан ҡыҙарған йөҙөн соҡорайтып мыйыҡ аҫтынан йылмайҙы ла: “ Ул хәтле башыңды сапма, йә эшләмәй ҡуйыр”, - ти. “Ничауа, наоборот шәп эшләп китә ул”, - тим эре генә.

Әлфиә Бикташева
Мәҙәк хәлдәр

Ишекте бикләгәндәр...

Бер мәл Юнир бажам менән мунса төшөп ятабыҙ. Алмаш-тилмәш ләүкәгә менеп ныҡ ҡына сабынып алабыҙ ҙа тышҡа сығып ҡарға сумабыҙ. Бажа башына бәйләнгән башлыҡ кейгән, ҡулдарында – бейәләй, ул күпселек арҡаһын йә аяғын саба. Ә мин яланбаш көйө миндек менән башты һәм елкә тирәһен төйәм генә. Шулай итһәң елкәнең ауыртыуы баҫылып ҡала.

Бажа сабыныуҙан ҡыҙарған йөҙөн соҡорайтып мыйыҡ аҫтынан йылмайҙы ла: “ Ул хәтле башыңды сапма, йә эшләмәй ҡуйыр”, - ти. “Ничауа, наоборот шәп эшләп китә ул”, - тим эре генә.

Бына өсөнсөгә сабындым да, ап-аҡ көрткә “выжт” итеп ҡалдым. “Ах” та “ух” ҡарҙа аунағандан һуң , еткәндер инде, тип тороп саптым.

Ишеккә үрелгән ерҙә үрә ҡаттым: “Был мунса ишеге түгел дә баһа! Әй алйот, ошолай ҡып-ҡыҙыл булып сыр-яланғас өйгә барып инһәм, унда сәй эсеп ултырған ҡатын менән балдыҙҙың һуштары китер ине бит!” - тигән уй йүгереп үтте баштан. “Әй, иҫәүән!”- тип үҙемде эстән генә әрләнем дә кире мунсаға ҡарай елдерҙем. Инһәм, бажа эсе ҡатып көлөп ултыра: “Өйгә ҡарай сапҡаныңды тәҙрәнән күреп ҡалдым. Әйттем бит, башыңды сапма тип, үәт резүлтәт..”. “Ярай, ярай, улай ғына яңылышыу хан малайында ла була инде ул”, - тинем дә тағы ләүкәгә менеп киттем. Эх шайтан алғыры, бер өйрәнгәс сапҡы килеп тик тора бит был башты. “Была не была, тағы әҙ генә сабайым инде был яртаҡыл башты”, - тип тағы сабына башланым.

Әле генә һыуыҡтан ингән тәнгә зымбырлап көс-ҡеүәт инде, бөтә кәүҙәм буйлап иҫ киткес рәхәтлек йүгерҙе. Бар күкрәгем менән мәтрүшкә, әрем, тағы әллә ниндәй хуш еҫле үләндәрҙең шифаһын тойоп кинәнәм. Йәннәттең тап эсендә ултырам инде үҙем...

Был сабыныуҙан һуң башҡа ҡарға һикермәнем, фляжкалағы һалҡын ҡымыҙҙы “ғорҡ-ғорҡ” итеп һемергәс, бажанан алда сығып кейенергә булдым.

Кейенеп бөтөп ишекте асайым тиһәм, уныһы асылмай. “Не понял”, - тим үҙ алдыма. “Ни булды?” – тип эстән бажа тауыш бирә. “Ишек асылмай, балдыҙҙар шаяртып бикләп киткәндәр шикелле”, - тим аптырам. “Булыр уларҙан, нығыраҡ эт”, - ти бажа.

Тағы ла нығыраҡ этеп ҡарайым, ишек ҡымшанмай ҙа. Соланы ла ҡараңғы бит әле. Һәрмәнә торғас, утын табып алдым. Ишекте шуның менән туҡмай башланым. Юҡ, саҡ ҡына ла ҡымшанмай теге, йә исмаһам берәй ярығы юҡ. “Ах, әле һин шулаймы! Хәҙер кәрәгеңде бирәм”, - тип тағы ла ҡеүәтлерәк әйбер эҙләй башланым. Был юлы ҡулыма балта килеп эләкте. Шатлығымдан һикереп ҡуйҙым. “Әһә-ә-ә, хәҙер ни эшләрһең икән тәүәриш ишек, хәҙер һине ҡайырып

ҡарарбыҙ”, - тип еңеүсе ҡиәфәтендә ишеккә ҡарай атланым. Шул ваҡыт әкәмәт хәл булды: ишек әллә минән, әллә балтанан “ҡурҡып” ипләп кенә шығырлап асыла башланы.

Шунда ғына эштең асылын аңлап ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Ишек тышҡа түгел, ә эскә асыла икән. Мин сыҙай алмай эскәмйәгә ултырып көлөргә тотондом. Мунса эсендә

бажаның һаһылдағаны ишетелә. Ул хәлде күптән аңлаған инде: “Ишек менән шәп һуғыштың, бажа. Башты күп сапһаң, шулай була инде ул”, -тип һыны ҡатын көлә.

Мунсала шундай хәлдәр ҙә була, йәмәғәт...

Көнбағышлы пакет

Бер көн бажам менән тағы мунсаға киттек. Ҡатын таҙа кейемдәр, таҫтамал һалынған пакетты миңә һондо ла: “Бына һиңә көнбағышлы пакет, кешенеке менән бутама”, - тине.

Башымды, елкәмде сабып, мунсаның бөтә рәхәтлектәрен татып бөткәс, ғәҙәтемсә, бажанан алдараҡ кейенергә сыҡтым. Ҡатын ни эшләптер салбарҙың мулырағын һалған. Күлдәкте тиҙ генә яурынға һалдым да аласыҡҡа инеп ундағы урындыҡҡа ауҙым.

Бер аҙҙан “аһ-уһ” килеп бажа сыҡты. Кейгән трикоһының балағы тубығында тора, хәс тә шорты кеүек. Күлдәге бөтөнләй эленмәгән, арҡаһын яҙа-йоҙа ғына ҡаплай. Сабыныуҙан ҡыҙарған ҡорһағы ялтырап күренә, үҙе яланаяҡ был. Балдыҙ ни эшләп мап-матур здарауай иренә ҡыҫҡа-мыҫҡа трико кейҙерҙе икән, - тип уйлап ятам.

“Һин, бажа, башыңды саба-саба бер нәмәгә тарымайынса йөрөмәйһең инде. Ни тип минең күлдәк-ыштанды кейеп сығып киттең?” – тимәһенме шул саҡ бажам.

“Ыстағәфирулла, сапһа ни. Сапҡандан һуң ифрат шәп эшләп китә бит ул баш. Бына, ышанмаһаң ҡара, ҡатын тоттороп ебәргән көнбағышлы пакет, бөтә нәмәмде шунан алып кейҙем”, - тим ятҡан килеш. Хаҡлы булыуыма тамсы ла шигем юҡ үҙемдең.

“Тор әле, тор”, - ти бажа. Иренһәм дә уны тыңлап торған булдым. “Йә, ҡара, бына мин һинең алда...” – тип әйтеп тә бөтмәнем, бажа бәләкәй генә аласыҡты яңғыратып көлә башланы. “Ха-ха-ха, көҙгөгә... ҡара әле ба-а-ар”, - тип көскә-көскә әйтә алды был. Өйгә инеп көҙгөгә күҙ һалғас, минең дә ауыҙ йырылды. Бажаның кейемдәрен кейеп алып, ҡарасҡы кеүек баҫып торам, имеш...

Эштең хикмәте бик ябай булып сыҡты. Былдыҙ ҙа бажама минеке кеүек көнбағышлы пакет биреп ебәргән икән. Эх, ҡыҙыҡ та инде был донъя!
Читайте нас: