Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
17 Май 2021, 22:20

Ер

Хәҙерге йәштәрҙе беләбеҙ. Уларға бушҡа давай ғына. Ашыҡмай торайыҡ был ҡарар менән. Башы йәш, өлөгөрөр әле, ер алырға. Бик тә булмаһа, ана, Тәслимәгә бирәйек.

Ер
Юмористик хикәйә
Эшкә тотонғайныҡ ҡына коридорҙа секретарь ҡыҙҙың тауышы ишетелде:
– Тиҙ генә кәңәшмәгә!
– Ай, Алла! – Инде ике тапҡыр сәй эсеп, унан биҙәнеп алған Зилә ризаһыҙ ғына мөңкөлдәне. – Йыйылыш та йыйылыш. Әйләнгән һайын ниндәй бөтмәҫ йыйылыштыр ул?
– Ниңә улай ут сыҡҡандай ҡылана икән?
– Әллә Фәрүәзгә исем бирҙеләрме икән, ошо арала булырға тейеш тигән һымаҡ ине.
– Ә-ә-ә, шулай шул! Исем тип хәҙер нисә йыл саба бит инде. Теге ваҡыт ял алып, Мәскәүгә лә барып ҡайтҡан, тиҙәр.
– Ҡуй инде уға, мулла ҡушҡан исем генә аҙ. Шул ҡағыҙ киҫәге тип үлә бит, нимәгә хәжәттер.
  • Улай тимә әле, шул исемде бирһәләр, министрҙар ята торған бальниста ғына дауаланасаҡмын, тигән. Унда врачтар эргәңдә өлтөрәп йөрөйҙәр, ти.
  • – Китсәле! Әйтерһең, бер ул ғына эшләй, башҡалар уйнап йөрөй.
    – Тиҙ генә кәңәшмәгә! – Секретарҙың ҡәтғи тауышы “йәһәтерәк булығыҙ” тигәнде аңлатты. Барса халыҡ шатыр-шотор ишектәрен бикләп, коридор башындағы бүлмәгә тыпыр-тыпыр ҡарай атланы.
    Ниндәй яңылыҡ ишетербеҙ тип, барыһы ла директорға төбәлде. Мөхәммәт Ғарип улы беҙгә бер талай ҡарап алды ла:
    – Хөрмәтле коллегалар, – тине, ихлас йылмайып. – Матур яңылыҡ бар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡала хакимиәте беҙҙең хаҡта ҙур хәстәрлек күрә. Һеҙ тағы ла тырышыбыраҡ эшләһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Беҙ барыбыҙ ҙа – ижад кешеләре. Ҡулай урын юҡ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә ҡала ситенән ер бирәләр. Әле мохтаждарҙың исемлеген һорайҙар. Кемдәргә ер кәрәк, хәҙер үк исемлек төҙөп, алып барып тапшырырға тейешбеҙ.
    Директорҙың һүҙенән бүлмә йәнләнеп китте, барыһының да йөҙөндә йылмайыу сатҡылары тойолдо. Бәй, шулай булмайса! Ойошмала йәштәр байтаҡ, күбеһе ауылдан килгән. Берәүҙәр дөйөм ятаҡтың әбрәкәйҙәй генә бүлмәһендә тығылып көн итә. Икенселәре, унда урын етмәгәнлектән, кеше фатирында ат хаҡы түләп йәшәй.
    Эш ҡайғыһы китте, һәр кемдең телендә көнө буйына “ер бирәләр ҙә ер бирәләр” тигән хәбәр булды. Бер-береһенә бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп шатлыҡтары менән уртаҡлаштылар.
    – Ҡайһылай йәтеш булды әле!
    – Фатир ҙа кәрәкмәй хәҙер.
    – Мин махсус программаға яҙылғайным, һыҙҙыртайым әле.
    – Шулай шул. Үҙеңдең баҡсаңда үҫтергән эсвежий йәшелсәгә етәме ни!
    – Икебеҙ күрше булып йәшәһәк, ҡайһылай шәп булыр ине.
    – Эйе, ҡатышып йәшәр инек.
    Икенселәр ауылдағы атай-әсәһенә хәбәр итергә ашыҡты:
    – Беҙгә ер бирәләр, өй бурай башлағыҙ.
    Төштән һуң бөтәһе лә тып итеп директорҙың өҫтәленә ғаризаларын һалғайны.
    Бер нисә көндән секретарь ҡыҙ йәнә коридорға сығып һөрәнләне:
    • Тиҙ генә кәңәшмәгә!
    • Шуны ғына көтөп йөрөгән хеҙмәткәрҙәр кемуҙарҙан етәксе кабинетына ҡарай сапты.
      Етәксе алдында ятҡан ҡағыҙҙарҙың береһен әйләндереп ҡарап алды ла һүҙ башланы.
      • Иптәштәр, бына бөтәгеҙҙең дә ғаризаһын ентекләп ҡарап сыҡтым. Һәр берегеҙ ҡала уртаһындағы ҙур элиталы фатирға лайыҡ. Әммә, үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, заман ҡатмарлы, бына ер буйынса ла мин һеҙгә аныҡлыҡ индерәйем тип йыйҙым. Беҙҙең ойошмаға бары бер генә ер биләмәһе бирәләр икән. Һеҙҙең һәр берегеҙ миңә ҡулымдағы биш бармағым кеүек ҡәҙерле. Ерҙе кемгә бирәбеҙ һуң? Әйҙәгеҙ, бергәләшеп кәңәшләшәйек.
      • Әле генә йылмайышып, әле үк үҙҙәрен шул ерҙә йорт һалып йәшәп ятҡандай хис иткән хеҙмәткәрҙәрҙең йөҙө йәмрәйҙе.
        • Беҙгә тигәндә шул инде ул, – тип уфтанды берәү.
        • Әйтмә лә инде, эше – беҙгә, ашы – бүтәндәргә.
        • Тынысланайыҡ, иптәштәр. Үҙебеҙҙең кимәлебеҙҙе төшөрмәйек. Беҙ баҙарҙа эшләмәйбеҙ, кәңәшләшеп хәл итәйек. – Етәксе ғауғалаша башлаған халыҡты тынысландырырға тотондо.
        • Мин, иптәштәр, Батыр ағайығыҙҙың кандидатураһына туҡталмаҡсымын. Ни тиһәң дә, арабыҙҙа иң өлкәне, ойошмала 40 йыл бил бөккән. Әле һаман ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә еткән ике улы менән көн күрә.
        • Эйе, мин һеҙҙең менән тулыһынса килешәм, – тине, башын һелкә-һелкә, бер ятаҡтың күрше бүлмәһендә йәшәгән Зилә. – Батыр ағай быға лайыҡ. Ул ғүмер буйына баҫалҡы булды, шуның арҡаһында һаман фатиры юҡ.
        • Ошо һүҙҙәрҙән Батыр ағайҙың йөҙө балҡығандан-балҡыны. Унан һуң ҡала ситендәге ерҙең мотлаҡ уға биреләсәгенә шик юҡ кеүек ине. Әммә бүтәндәр был фекер менән әллә ни килешергә ашыҡманы. Шул мәл ҡапыл урта йәштәрҙәге ханым үрәпсеп килеп тормаһынмы!
          • Ни өсөн тотаһығыҙ ҙа бөтә нәмәне бер үк кешегә өйәһегеҙ ул! – тип һөйләнде ул. Аңламайым. Үткән айҙа ғына Батыр ағайға республиканың иң юғары наградаһын бирҙегеҙ. Әҙерәк шөкөр итә белергә лә кәрәк. Нәфсене тыйырға кәрәк тә инде!
          • Унан Батыр ағайҙың үҙенә тура ҡарап:
            • Батыр ағай, ниңә ир була тороп башығыҙҙы ул тиклем меҫкенгә һалаһығыҙ ул? Урамда йөрөйһөгөҙмө? Ни тиһәң дә, һеҙ Совет осоронда ҡоро бушҡа бүлмә алып ҡалғанһығыҙ!
            • Ҡатындың һүҙен икенсе берәү эләктереп алды:
              • Дөрөҫ әйтәһегеҙ, мин дә шулай уйлайым. Беҙгә йәштәрҙе хәстәрләргә кәрәк. Ни тиһәң дә, Батыр ағай ике айҙан пенсияға китә, ә йәштәргә бында эшләргә лә эшләргә кәрәк. Бына, мәҫәлән, Ринаттың кандидатураһын тәҡдим итәм. Яңыраҡ ҡына өйләнде, йүгереп йөрөп эшләй. Тик бахырҙың йәшәргә урыны ла юҡ. Булыр-булмаҫ эш хаҡын фатирға түләй. Әйҙәгеҙ, ерҙе Ринатҡа бирәйек.
              • Бая ғына Батыр ағайҙы яҡлаған Зилә йәнә урынынан һикереп торҙо:
                • Ә Ринат беҙҙә нисә йыл эшләй әле? Ике йыл булдымы, юҡмы? Башы инһә, аяғы инмәгән тигәндәй. Ул әллә эшләй, әллә иртәгә үк ҡойроғон һыртҡа һала. Ерҙе алыр ҙа “тью-тью”. Хәҙерге йәштәрҙе беләбеҙ. Уларға бушҡа давай ғына. Ашыҡмай торайыҡ был ҡарар менән. Башы йәш, өлөгөрөр әле, ер алырға. Бик тә булмаһа, ана, Тәслимәгә бирәйек.
                • Был һүҙҙәрҙе мөйөштә ауыҙы йырылып ултырған Ринаттың йөҙө йәмрәйҙе.
                  • Ысынлап та, дөрөҫ әйтәһегеҙ, ниңә шунда уҡ башҡа килмәгән, –Тәслимә менән бер бүлектә ултырған ҡатын уны яҡлап сыҡты. – Тәслимәнән дә ҡулай кандидатура юҡ. Беренсенән, ул беҙҙә оҙаҡ эшләй, икенсенән, дөйөм ятаҡта бәләкәй генә бүлмәлә йәшәй. Уныһын да ана ҡыуабыҙ, бына ҡыуабыҙ, тип аптыраталар, ти. Өсөнсөнән, ул яңғыҙы ике бала ҡарай. – Унан ҡатын, күҙҙәрен секрәйтеп, берсә етәксегә, берсә хеҙмәттәштәренә үтенесле итеп ҡарап, ҡулдарын йәйҙе. – Хәҙер инде уйлап ҡарағыҙ: Тәслимәгә тимәгәс, тағы кемгә бирәбеҙ?
                  • Шул саҡ бүлек мөдире Гөлиә урынынан баҫты.
                    • Хөрмәтле иптәштәр, беҙ барыбыҙ ҙа хис менән генә эш итәбеҙ шикелле. Бында бит юғары интеллектуаль кешеләр йыйылған. Шуға ла тормошҡа реаль күҙлектән ҡарайыҡ. Ярай, ерҙе Тәслимәгә бирҙек, ти. Әле ерҙе алыу ғына эш бөттө тигәнде аңлатмай. Уны эшкәртәһе, йорт һалып сығаһы бар. Әлбиттә, мин Тәслимәне хөрмәт итәм. Ул эшенә яуаплы ҡарай, игелекле. Әммә уның ошо ерҙе үҙләштерә алыуына шикләнәм. Бер эш хаҡына ике баланы ҡарап, нисек инде өй һалмаҡ кәрәк, был бит ҡыуыш ҡороп сығыу түгел дә инде. Кисә генә кредитын түләргә аҡса таба алмай озлап йөрөй ине. Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Әгәр ул тейешле ваҡыт эсендә бирелгән ергә йорт һалып сыҡмаһа, уны хакимиәт кире тартып аласаҡ. Ул ваҡытта беҙҙең ойошмаға ниндәй файҙа! – Унан Гөлиә етәксенең эргәһенә яҡыная бирҙе. – Бына мин һеҙҙең менән килешеп бөтмәйем. Уны ниндәй принципҡа ҡарап бүләһегеҙ ул? Ерҙе алыу өсөн йәш, фатирһыҙ булыу йәки яңғыҙ ике бала ҡарау мотлаҡмы? Ундай законды кем яҙған? Эш бүлгәндә бөтәбеҙгә лә бер үк талап ҡуйыла. Мәҫәлән, ергә минең хоҡуғым юҡмы? Мин дә һеҙ эшләгәнде эшләйем, минең дә ике балам бар. Эйе, минең ирем бар. Әммә бүтәндәр яңғыҙ йөрөгәнгә мин ғәйеплеме? Мәҫәлән, минең фатирым оло юл буйында урынлашҡан, көнө-төнө машина гөжләп тора, тауыш, туҙан керә. Балаларымдың һаулығына зарар килтерә. Уларҙың саф һауала үҫергә хоҡуғы юҡмы?
                    • Күтәренке кәйефтә башланып киткән йыйылыш шулай әллә күпме дауам итер ине лә директорҙың киҫкен тауышы барыһын да туҡтатты:
                      • Иптәштәр, тынысланығыҙ! Ярай, мин һеҙҙе аңланым, хәҙер һеҙ мине тыңлағыҙ. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙең кәйефен ҡырмайыҡ, матур итеп кенә килешәйек. Ғөмүмән, беҙҙең коллектив татыулығы, эшһөйөүсәнлеге менән айырылып тора. Министрлыҡта беҙҙе аңлайҙар, томошобоҙҙо нисек тә еңеләйтергә тырышалар. Ошо көндәрҙә генә фәлән миллион һумлыҡ заманса техника аласаҡбыҙ, матур ғына премиялар көтөлә. Былар барыһы ла минең өсөн түгел, һеҙҙе хәстәрләүҙән. Дәүләткә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә арзанға махсус йорт төҙөлә, беҙҙе лә мәхрүм итмәҫтәр. Ә инде ергә килгәндә, мин йәштәрҙе хәстәрләү яҡлымын. Хөкүмәтебеҙ ҙә шул юҫыҡта сәйәсәт алып бар. Әле бит был һуңғыһы түгел, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Ә был ерҙе, әйҙәгеҙ, йәш бөркөтөбөҙ Ринатҡа бирәйек.
                      • Эстән мөкөлдәшеп, риза булмаһалар ҙа, етәксегә ҡаршы һүҙ әйтеүсе булманы. Иртәгәһенә барыһы ла Ринатҡа бүрегә ҡараған кеүек ҡарай ине, кемдер сәләмен дә дә алманы.
                        …Был йыйылыштан һуң байтаҡ ҡына ашыу ваҡыт үтте. Ринаттың “Ер алыу” ҡыуанысынан уҡ ауылында буратҡан өйө лә, мунсаһы ла ултырып серей башланы.
                        Ошо көндәрҙә секретарь ҡыҙ йәнә коридорға сығып һөрән һалды:
                        • Тиҙ генә кәңәшмәгә йыйылығыҙ!
                        • Барыһы ла тыпырҙашып директорҙың бүлмәһенә ҡарай атланы. Етәксе тәүҙә яғымлы ғына иҫәнләште лә, тамаҡ ҡырып, һүҙ башланы:
                          • Хөрмәтле иптәштәр, һеҙҙең өсөн һәйбәт яңылыҡ бар. Ҡала ситенән ер бирергә уйлайҙар, мохтаждарҙың исемлеген һорайҙар…
                          • Венер ИСХАҠОВ.
                            Читайте нас: