Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
22 Август 2021, 17:15

Аждаһа ҡайҙан килгән?

Һәм һораулы ҡарашымды күреп: «Лав­руш быуаһының аръяғында, ҡабаҡ аҫтында ҙур күл бар. Шул күлдә аждаһа йәшәй. Күл янына барырға бер кем дә батырсылыҡ итмәй. ҡайһы бер ҡыр хайуандары һыу эсергә килһә, аждаһа уларҙы ла тотоп ашай икән. Күл ҡыш көнө лә туңмай», − тине. Минең күҙҙәр тағы ла ҙурая, ә аждаһа ҡайҙан килгән? Һеҙ ошондай ғәжәп хәлдәр тураһында ишеткәнегеҙ бармы? 

Аждаһа ҡайҙан килгән?
Аждаһа ҡайҙан килгән?

Аждаһа

Ҡырҡынсы йылдарҙың баштары булғандыр, хәтеремдә теүәл ҡалмаған: ауыл ирҙәре ағас яндырып, кү­мер эшләп, уны Ырым­бур ҡалаһына алып барып һата торған булған. Ата­йым да ерек ағасын ҡыр­ҡып, кү­мер эшләй торғайны. ҡай­һы бер ваҡытта үҙе менән мине лә алып барыр ине.
Бер көн шулай атайым менән күмер эшләү өсөн ағас яндырабыҙ. Ағас янып бөтөр алдынан күктә болоттар ҡарайҙы, әллә ҡайҙан ел дә сығып китте. Шул ваҡыт атайым:
− Улым, урман шаулай, көслө дауыллы ҡойон булыр шикелле, тиҙерәк ағастарҙы күмәйек, − тип, көрәк менән янып ятҡан ағас­тарға көл һәм тупраҡ һибә башланы. Ағастарҙы күмеп бөтөүебеҙ булды, донъя ҡараң­ғыланып кит­те, күк күкрәне һәм ҡойоп ямғыр яуа ла башланы. Беҙ тиҙерәк ҡыуышҡа инеп ултырҙыҡ. Атайым, бер нисә доға уҡығас, Хоҙай аждаһаны алырға арбаһы менән донъяны дөбөрләтеп килә, тип әйтеп һалды. Һәм һораулы ҡарашымды күреп: «Лав­руш быуаһының аръяғында, ҡабаҡ аҫтында ҙур күл бар. Шул күлдә аждаһа йәшәй. Күл янына барырға бер кем дә батырсылыҡ итмәй. ҡайһы бер ҡыр хайуандары һыу эсергә килһә, аждаһа уларҙы ла тотоп ашай икән. Күл ҡыш көнө лә туңмай», − тине. Минең күҙҙәр тағы ла ҙурая, ә аждаһа ҡайҙан килгән?
− Аждаһа ул бер ҡайҙан да килмәй. Йәйен балығы йөҙәр йыл буйына йәшәп, дүрт-биш метрлыҡ булғас, аждаһаға әйләнә, Хоҙай, кешегә зыян итмәһен тип, аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡойон (өйөрмә) менән осороп алып китә лә, ҡаф тауы артына алып барып ташлай. Атайымдың олатаһы күргән.
Күп йылдар үтеп, Лав­руш тирмәне эш­ләүҙән туҡтағас, уның быуаһы ла әкренләп кипкән, балыҡтары ла әллә Наҡаҫҡа төшкән, әллә халыҡ тотоп бөтөргән. Теге ҡабаҡ аҫтындағы аждаһа күле лә һайыҡҡан, тиҙәр. Ауыл халҡы Хоҙайҙың аждаһаны ҡойонда күтәреп алып киткәнен башҡаса күрмәгән. Тик Икенсе донъя һуғышы осоронда мин аждаһа күленән алыҫ түгел йылғала ҡармаҡ менән балыҡ тотоп йөрөгәндә, яр башында, хатта ярҙан байтаҡ ситтә лә төрлө балыҡтарҙың үлән ара­һында тыпырсынып ятҡанын, ҡайһы бер эрерәктәренең йыл­ғаға ҡарай шыуышҡанын күреп хайран ҡалдым. Балыҡтарҙы йыйманым, сөнки шикләндем. Ул төндә дауыллы ямғыр яуғайны, атайымдың да аждаһа тураһында һөйләгәне иҫемә төшкәс, ҡурҡышымдан тиҙ генә ауыл яғына йүгерҙем. Балыҡ ҡармаҡлау хаҡында уйымда ла юҡ, тиҙерәк ҡайтып, күргәнемде ҡарттарға һөйләргә ине. Атайым да өйҙә түгел, ул трудармияла хеҙмәт итә. Сәғәҙәт бабайҙы урамда осратып, был хәлде һөйләгәс, ул:
− Теге мәлғүн аждаһаны төндә алып киткәндер. Төнө буйы ҡойонло ямғыр яуҙы. Өйөрмә менән күлдән аждаһаны алып киткәндә, балыҡтарын да һауаға күтәргәндер. Улым, башҡа ул тирәгә йөрөмә, зәхмәте тейеүе бар, − тине.
Әле күл ныҡ һайығып, һаҙлыҡҡа әйләнеп бара шикелле. Халыҡтың аж­даһа тигәне, моғайын, йәйен балығы булғандыр. Тик хәҙерге ваҡытта ауыл халҡы күлдәге аждаһа тураһында бер нәмә лә белмәй. Был хаҡта ҡарттар ҙа йәштәргә һөйләп ултырмай, буғай.
Мирхәт ХӘСӘНОВ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: