Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Сентябрь 2021, 15:50

Серле ҡарағай

“Ҡап уртала ятам, мине ап-аҡ кейемле кешеләр уратып алғандар, – тип һөйләй был. – Йөҙҙәре ап-асыҡ күренә, үҙҙәре бәләкәс кенәләр, кәүҙәләре бер тигеҙ. Ағасты уратып ҡына  ҡып-ҡыҙыл ут яна, үҙҙәре, шул утҡа ҡарап, китап уҡып ултыралар. Мин ҡап урталарында ятам, шөр ебәрҙем. 

Серле ҡарағай
Серле ҡарағай

 

        Беҙҙең ауыл бәләкәй генә. Бер яҡ осонда кескәй генә йылға аға.  Уның ярында йөҙйәшәр ҡарағай үҫеп ултыра, төбө йыуан, үҙе шул тиклем бейек. Ағас төбөндә балалар йыйылышып уйнайҙар, кешеләр килеп ял итәләр.Ҡайһылары шул ҡарағай төбөндә араҡы эсеп күңел аса.

         Көндәрҙең береһендә  бер нисә кеше бында килеп байрам итә. Ныҡ һалған берәү шунда тәгәрәп ҡала. Төн уртаһында ниндәйҙер тауышҡа уянып китә. Айнығып та бөтмәгән әҙәм, нимә булды икән,  тип күҙен аса һәм ҡурҡышынан шул арала уҡ  айныға. “Ҡап уртала ятам, мине ап-аҡ кейемле кешеләр уратып алғандар, – тип һөйләй был. – Йөҙҙәре ап-асыҡ күренә, үҙҙәре бәләкәс кенәләр, кәүҙәләре бер тигеҙ. Ағасты уратып ҡына  ҡып-ҡыҙыл ут яна, үҙҙәре, шул утҡа ҡарап, китап уҡып ултыралар. Мин ҡап урталарында ятам, шөр ебәрҙем.  Ырғып торҙом да бар көсөмә йүгерҙем өйгә. Ҡотом осоп ҡайтып индем, шул кешеләрҙе күҙ алдыма килтереп, оҙаҡ йоҡлай алмай яттым. Унан һуң бер сама ваҡыт үткәс, тағы ла шул уҡ шешәләш дуҫтарым менән араҡы эсергә булдыҡ. Был юлы унда барманыҡ, йылға ярына ғына ултырҙыҡ.  Рюмкамды тотоп эсергә генә уйлағайным, күҙ алдыма баяғы ап-аҡ кешеләр күренде. Ҡулым ҡалтырап, быуынһыҙ булып, рюмкам үҙенән-үҙе  ҡулдан төшөп китте. Эргәмдә ултырған кешеләр минең ағарған йөҙөмдө күреп, ағай нимә булды, тип  һоранылар. Артабан бында ултыра алманым.  Ғәфү  итегеҙ, эшем бар, тип тороп ҡайтып киттем. Бер нисә көн үткәндән һуң, дуҫтарым, әйҙәгеҙ байрам итеп алайыҡ, тип тағы ла килделәр. Был юлы мин рюмкаға ҡарай ҙа алмайым, йәшен һуҡҡан һымаҡ булып, ҡул ҡалтырап, быуын бөтә лә ҡуя, күҙ алдыма әлеге лә баяғы кешеләр күренде. Шул хәлдән һуң, көн һайын иҫерек кеше, эсеүҙе ташланым. Күҙем асылып киткәндәй булды,  эсмәһәң дә донъя матур икәнен аңланым. Хәҙер шул серле ҡарағай янына ҡараған һайын уға рәхмәт әйтәм”.

    Ысынлап та, танышым эскене ташлауына бөгөн ҡыуанып бөтә алмай. Элек донъяһына иҫе китеп бармаһа, бөгөн унан да уңған кеше юҡтыр. Йорт-ҡаралтылары башҡаларҙан ҡайтыш икәнен шәйләүен, хатта оялып йөрөүен йәшермәне.  Ана, класташы Мансурҙың йорто әллә ҡайҙан балҡып, көлөп ултыра. Ә уныҡы?! Тиҙҙән уландары өйләнер, ҡыҙҙары кейәүгә сығыр. Ҡоҙалар килә башлаһа! Оят бит!

       Ысынлап та, эсмәгән кешенең донъяһы ҡотайырға ғына тора бит ул. Мин дә ауылдашымдың йорт-ҡаралтыларын, ҡатынының, балаларының бәхетле йөҙөн күргән һайын ҡыуанып бөтә алмайым.

       Өрлөк кеүек ирҙәребеҙ донъя йәмен шул йәшел йыланда күрмәһен ине.

                                                                                Мәликә КӘРИМОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: