Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
10 Октябрь 2021, 19:00

Башҡа кәләш табырмын әле

Егет менән ҡыҙ дуҫлашып йөрөй. Көндәрҙең береһендә егет уға тәҡдим яһай. Ҡыҙ: - Ярай, уйлап ҡарармын, - ти...

Башҡа кәләш табырмын әле
Башҡа кәләш табырмын әле

Егет менән ҡыҙ дуҫлашып йөрөй. Көндәрҙең береһендә егет уға тәҡдим яһай. Ҡыҙ:

- Ярай, уйлап ҡарармын, - ти.

Иртәгәһенә осрашыуға ҡыҙ кәйефһеҙ генә килә. Егет сәбәбен һорай.

- Әсәйем риза түгел.

- Нимәгә?

- Һиңә кейәүгә сығырға...

- И, тапҡанһың ҡайғырыр сәбәп. Донъяла ҡыҙҙар бөткән тиһеңме! Башҡа кәләш табырмын әле.

 

Ресторанға эскенән күҙҙәре аларған, йөҙө салшайған бер ир  килеп инә.

– Кисә мин һеҙҙә булдыммы?

– Булдығыҙ.

– 2 мең һумлыҡ араҡы эстемме?

– Эстегеҙ!

Был яуаптан һуң ирҙең йөҙөнә ҡыуаныс ишараты сыға.

– Аллаға шөкөр! Юғалтҡанмын икән тип ҡотом осҡайны.

 

*** 

– Яңы директор ниндәйерәк кеше?

– Бына тигән! Уның менән бөтөнләй эшләмәһәң дә була!

 

 

 

Табип – ауырыуға:

– Бөгөн ошо ике таблетканы эсеп ятығыҙ. Әгәр иртәгә уянһағыҙ, тағы ла икене эсегеҙ...

 

Ике әхирәт һөйләшә.

– Ул егеттәрҙең ҡайһыһын һайларға тип тамам баш ҡатты инде. Беренсеһе аҡсаны умырып ала, икенсеһе бик аҡыллы. Ә өсөнсөһөмө?! Уныһы хәтәр шәп бейей.

– Беренсеһен бейергә өйрәтеп булмаймы һуң?

 

– Институтта уҡығандарығығыҙҙы онотоғоҙ! Эштә уларҙың кәрәге сыҡмаҫ.

– Ә мин институтта уҡыманым...

– Улайһа, һеҙҙе эшкә ала алмайбыҙ. Беҙгә юғары белемле белгес кәрәк.

 

– Лоторея билеты алығыҙ инде. Машина уйнатабыҙ!

– Кәрәкмәй миңә машина. Йәйәү йөрөйөм.

– Кәрәкмәһә лә алығыҙ, машина бөтә кешегә лә сыҡмай бит ул...

 

– Яңы фатир алған ине. Йүнле йорт булманы. Күршемдең телефондан һөйләшкәненә тиклем ишетелә.

– Әй, беҙҙә телефондан яуап биргәндәре лә ишетелә.

 

Күптән күрешмәгән бик ябыҡ һәм һимеҙ генә ике ханым осрашҡан.

– Абау! Тамам һөйәккә ҡалғанһың. Илдә 21-се йылғы аслыҡ тиерһең!

– Ҡарап-ҡарап торам да, Ғәлиә, ул аслыҡтың төп сәбәпсеһе һинме әллә?

 

– Һеҙгә эшкә урынлашҡанда махсус тест үтергә кәрәк, тип ишеттем.

– Әлбиттә! Шулай ҙа бер әтнәкәһе бар! Балдарың етәксекенән юғары булһа, һеҙҙе эшкә алмайҙар.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: