Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
14 Октябрь 2021, 21:15

Булдыра алмаҫһың ул, ҡустым!

Унан миңә ҡарап: – Һин дә Хәйбулланан бит әле! Төп бүләкте тап һеҙҙекеләргә бирҙеләр. Әйҙә киләһе һанға яҡташтарың тураһында шәп мәҡәлә яҙ әле! Улар быға лайыҡ, – тине.

Булдыра алмаҫһың ул, ҡустым!
Булдыра алмаҫһың ул, ҡустым!

– Шәп бейенеләр! Сәхнәне дер һелкеттеләр! Һис тә ауылдан килгәндәр тип әйтмәҫһең! Үҙҙәрен бөгөндән филармонияға алырға була. – Кисә Өфөлә үҙешмәкәр бейеүселәрҙең конкурсы үткәйне. Унда беҙҙең баш мөхәррир ҙә булған икән. Унан миңә ҡарап: – Һин дә Хәйбулланан бит әле! Төп бүләкте тап һеҙҙекеләргә бирҙеләр. Әйҙә киләһе һанға яҡташтарың тураһында шәп мәҡәлә яҙ әле! Улар быға лайыҡ, – тине.
Был төркөмдө мин дә яҡшы беләм. Яҡташтарымдың уңышына сикһеҙ ғорур­ландым. Әйтерһең дә, улар түгел, ә сәхнәлә үҙем бейеп, бөтәһен таң ҡалдырған кеүек хис иттем!
Ысынлап та, районыбыҙҙың “Йондоҙ” төркөмө бик шәп шул. Һабантуйҙарҙың бер йәме улар! Бер мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй! Хатта Мәскәүгә лә барып ҡайттылар. Яҡташтарымдың данын бөтә республикаға таратайым әле! Етмәһә, тиҙҙән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре байрамы. Үҙҙәренә бер бүләк эшләйем әле, яҡташтарым бит! Ансамблдең элекке етәксеһе былтыр мәрхүм булып ҡалғайны. Хәҙер кем икән?
Район мәҙәниәт бүлегенә шылтыраттым. Унда төркөмдө Гөлсинә Йәнтеш ҡыҙы етәкләүен әйткәс, тәүҙә аптырап ҡалдым. Уның бығаса, районда минең кимәлемә яраҡлы йүнле эш юҡ, тип йөрөгәнен дә беләм. Бейегәнен дә күргәнем булманы.
Бер нисә тапҡыр шылтыратһам да, ул телефонды алманы. Аптырағас, кисен СМС хәбәре ебәрергә булдым. Иртәнсәк үҙе шылтыратты. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан:
— Мин ят телефонды алып бармайым, теләһә кем бимазалап, эшкә хут бирмәй, – тине ул.
Гөлсинә Йәнтеш ҡыҙына ниәтемде әйттем.
— Бәй, һин хәҙер шунда эшләйһеңме? – ни тип һораны ул. – Ҡасандан?
— Бер йыл була.
— Ысынмы? Унда нисек урынлаштың? Берәйһе ярҙам иткәндер, ивет?!
— Юҡ, килдем дә урынлаштым.
— Алдашма! Хәҙер таныш-тоношһоҙ иҙән йыуы­рға ла алмайҙар! Берәйһе төрткәндер. Ә белдем, белдем, һинең өләсәйеңдең ағаһы Өфөлә бер ерҙә етәксе бит. Шул ғына апарып индергән. Хәбәрселәрҙең эш хаҡы ла аҙ ғына, шикелле. Йәлләйем һине. Ҡалала шуға нисек йәшәмәк кәрәк!
— Эш хаҡы, Аллаға шөкөр, етеп тора былай.
— Күп булһа, кешелә фатирҙа тораһыңдыр.
— Үҙемдеке бар бит, өсөнсө йыл уҡ алғайным.
— Ысынмы-ы-ы? Шул өс бөртөк аҡсаға нисек фатир алдың? Моғайын, ашамай-эсмәй аҡса йыйғанһыңдыр?! Һеҙҙең нәҫел шулайыраҡ бит инде. Байлыҡ яраталар. Анау мәғариф идаралы­ғында эшләгән Зәйтүнә лә һеҙҙең туған, шикелле. Шул да утыҙ йыл бер костюмда йөрөһә йөрөй, былтыр миллион һумлыҡ иномарка алып ултырҙы. Һин дә шул инәйеңә оҡшағанһыңдыр ул.
Гөлсинә Йәнтеш ҡыҙын бүлдерергә лә ҡыймай торам. Ул һаман дауам итте.
— Ҡайтып-китеп йөрөргә машинаң да юҡтыр инде.
— Бар. Атайым үҙенекен бүләк итте бит.
— Ә-ә-ә, атайың теге “Лада гранта” машина­һын биргәндер... Эйеме?
Гөлсинә Йәнтеш ҡыҙы һорау алыуҙан туҡтаған арала, тағы ла үтенесемде белдерәм.
— Ә теге ансамблдең етәксеһе хәҙер һеҙ икән?..
— Эйе, эйе, хәҙер мин булам. Бөгөн теүәл бер ай булды. Районда эшләргә йүнле кеше бармы ни! Мине ҡуйҙылар. Дөрөҫ эшләгәндәр. Хәҙер эштәр гөрләп бара.
— Ниндәй исемдәрегеҙ бар?
— Исемем юҡлығын юҡ инде. Элек биргән бер грамота ята ул былай. Бына үҙемә исем юллап йөрөйөм әле. Тағы нимә тип әйтәйем икән? Бына шулай, төркөмдөң данлыҡлы булыуында минең дә өлөшөм ҙур. Үҙең шунда бер нәмә тип маҡтап өҫтәрһең әле. Журналистарға өйрәтәһе түгел.
Гөлсинә Йәнтеш ҡыҙы бер сама тынып торғас:
— Ҡустым, уйлап торам да, һин был мәҡәләлә минең төркөмдөң данын, шөһрәтен асып бирә алмаҫһың ул тип уйлайым. Ана бит нимә һорарға ла белмәһең. Булдыра алмаҫһың ул, ҡустым! Икенсенән, һинең менән оҙон көн буйы һөйләшергә ваҡытым да юҡ. Үҙем яҙып ебәрһәм, иң һәйбәте булыр. Һинең һымаҡ ҡына мин дә яҙа алам бит инде.
— Юҡ, Гөлсинә Йәнтешовна! Улай әллә нисек булыр ул. Баш мөхәррир миңә ҡушты бит. Журналдың яңы һанына өлгөртөргә иҫәп. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә мәҡәлә кәрәк.
— Әйттем бит, үҙем яҙып бирәм тип. Һинең кеүек кенә мин яҙа алмай тиһеңме әллә? Иртәгә үк ебәрәм... – Гөлсинә Йәнтеш ҡыҙы хушлашырға ла онотоп телефонын һалды.
Бына-бына журналдың яңы һанын баҫмаға тапшырырға торабыҙ. Баш мөхәррир әйләнгән һайын мәҡәләнең яҙмышы менән ҡыҙыҡһына. Гөлсинә Йәнтеш ҡыҙына теге мәҡәләне тиҙләтеүен һорап, бер нисә тапҡыр шылтыраттым инде. Әллә дүртенсе, әллә етенсе тапҡыр шылтыратҡанда:
— Һин ҡыҙыҡ ҡына, шул мәҡәләне генә уйлап ултырамдыр, – тимәһенме! – Башҡа мәшәҡәттәрем бөткәндер шул. – Уйлап-уйлап торам да, ни эшләп ул мәҡәләне мине яҙырға тейеш әле?! Һин шуның өсөн умырып аҡса алаһың. Ана, эшләй башламағанһың, кывартир ҙа алғанһың. Һин хәбәрсе бит... Ҡыҙыҡ ҡына кеше икәнһең, үҙеңдең эшеңде минән эшләтмәксе булаһың!

Айнур АҠЫЛОВ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: