Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
17 Октябрь 2021, 11:25

Көлөп алайыҡ әле!

— Нисек юҡ? Ҡатының бит теге ваҡытта баҙарҙа осрашҡанда үгеҙ һимертеп ятам тигәйне, — тип әйт­кәнемә аҙаҡ үҙем үкендем-үкенеүен, тик... Хужаның күҙҙәренә үгеҙҙеке кеүек ҡан һауҙы. Алғы аяҡтары менән ерҙе тырнағандай, өҫтәлдәге ризыҡ менән тулы ашъяу­лыҡ­ты иҙәнгә тартып төшөрҙө лә, мөгөҙө менән ҡойманы кү­тәр­гән үгеҙҙәй, өҫтәлде әй­ләндереп атып бәрҙе. Хатта йорттары­нан нисек сығып ҡасҡаныбыҙҙы асыҡ ҡына хәтерләмәйем дә.

Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

 

Ит бәләһе

(Юмореска)

Китте бит заманалар, кемде күр­гең, кем менән ос­раш­ҡың, һөй­ләшкең килә — баҙарға сыҡ. Мин дә уҙ­ған йәкшәмбелә шунда йөрөп килергә булдым. Ҡа­раным, һораштым. Ал­ма­һам да, тотоп ҡараған булдым. Шул ваҡытта күрше ауылда йәшәгән Кәтибә әхи­рәтемде осраттым. Хәл-әхүәл, донъя, тормош тура­һында һөйләшеп киттек.
— Хәҙер пенсияға сыҡтым инде, — ти әхирәтем.
— Эш күп инде ул өйҙә торған кешенең, — тинем, әңгәмәне дауам итергә теләп.
— Юҡ-юҡ, әллә ниндәй баштан ашҡан эшем юҡ, теге үгеҙҙе генә һимертеп ятам, — ти был, ҡулын һел­тәй-һелтәй. — Һыйырҙы бөтөр­ҙөк, кәзә бар, шуның һөтө лә етә...


Шулай башҡа әллә нимә тура­һында һөйләшеп, һүҙ ҡуйыртып тормай, ҡайтыр яҡҡа ашыҡтым.


Көн артынан көн үтте. Көҙ ҙә килде, тиҙҙән ҡыш етә­сәген аңлатҡан­дай, кистәрен туңдырып, аҙ-маҙ ҡар ҙа яуғылап ала. Кешеләр ҡош-ҡортон һуйып, өмә­гә әҙерләнә. Беҙ ҙә яҙын алып үҫтергән ҡаҙ-өй­рәктәрҙең эшен тамамлап, туңдырғысҡа һалып ҡуй­ҙыҡ.
— Берәй таныш-белештән тана йә иһә үгеҙ итен һатып ал­ғанда һәй­бәт булыр ине, — ти бер көн ирем. Шул ваҡыт Кәти­бә­нең үгеҙ һимертеп ятам тигән һүҙе иҫемә килеп төштө. Телефондан бер-ике тапҡыр шылтыратып ҡараһам да, алмағас, үҙе­беҙ барып, донъяларын күреп ҡайтайыҡ тип еңел ма­ши­на­быҙға ултырып сығып киттек.
Ете-һигеҙ саҡрым йыраҡлыҡтағы ауылға бик тиҙ барып еттек. Индек. Бер-беребеҙҙе күреүгә һөйөнөш­төк. Шул арала табын ҡоролдо, йомарт күңелле хужа­бикәнең сәйе лә ҡайнап сыҡты. Бала-саға тура­һында һорашып, бер аҙ көлөшөп, һөйләшеп алғас, йомошобоҙҙо әйтергә булдыҡ.
— Килеүебеҙҙең сәбәбе шул: ҡаҙ-өйрәктәр янына аҙыраҡ һыйыр ите лә кәрәк ине, — тип һүҙ башланым. Әхирәтемдең ире аптырап китте:
— Беҙҙә бит һуғымға эре мал юҡ.
— Нисек юҡ? Ҡатының бит теге ваҡытта баҙарҙа осрашҡанда үгеҙ һимертеп ятам тигәйне, — тип әйт­кәнемә аҙаҡ үҙем үкендем-үкенеүен, тик...
Хужаның күҙҙәренә үгеҙҙеке кеүек ҡан һауҙы. Алғы аяҡтары менән ерҙе тырнағандай, өҫтәлдәге ризыҡ менән тулы ашъяу­лыҡ­ты иҙәнгә тартып төшөрҙө лә, мөгөҙө менән ҡойманы кү­тәр­гән үгеҙҙәй, өҫтәлде әй­ләндереп атып бәрҙе. Хатта йорттары­нан нисек сығып ҡасҡаныбыҙҙы асыҡ ҡына хәтерләмәйем дә.
Һуңынан ғына аңланыҡ, Кәтибә бер ҡайҙа ла эш­ләмәйенсә өйҙә ашап-эсеп ятҡан ире тураһында әйткән булған икән...

Таһир ВИЛДАНОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Һаҡай ауылы.

Ҡармаҡһыҙ балыҡсы

Мәҡсүт ирҙәре Һаҡмар буйында ау менән балыҡ һөҙә. Ағайым Мөхәммәтйән, быларҙың кейемдәрен тотоп, эләккән бер балыҡты тоҡҡа һалып йөкмәп яр буйлап йөрөй икән.
Етерлек тотҡас, ултырып табышты бүлешкәндәр. Ҡайһы бер­ҙәре тәмәке тартырға керешкән. Бер ағай янсығынан тәмә­кеһен алһа, махоркаһы еүешләнгән. Был ағайыма: “Мөхәммәтйән, ҡана тартырға бир әле, минеке еүешләнгән”, — ти икән. Ағайым тегенең алдында ятҡан ҙур ғына сорағайына төртөп күрһәткән дә: “Ошо балығыңды бирһәң, тәмәке бирәм”, — тигән.


Ҡайһылайтаһың, тартҡы килә бит. “Ал, әйҙә”, — тигән теге ағай. Махорка алып, инде гәзитенә урайым тиһә, эшкинмәгән — еүеш икән. Теге тағы: “Мөхәммәтйән, махоркаһын бирҙең, ҡағыҙын да бир инде”, — тигән. Ағайым тағы ла тегенең ҙур ғына көрйә балығына төртөп күрһәткән дә: “Ошо балығыңды бирһәң, бирәм”, — тигән. Аҙаҡ гәзит биргән дә тегенең балығын үҙенә шылдырып ҡуйған.
Теге ағай махоркаһын төрөп тоҡандырайым тиһә, шырпыһы ла еүешләнгән икән — тоҡанмай ҙа ҡуя. Хәҙер бының шырпыһын һораған. Ағайым тағы тегенең ҙур ғына оптоһона төртөп күрһәт­кән дә: “Ошо балығыңды бирһәң, бирәм”, — ти икән. Тамаҡ та­муҡ­ҡа төшөрә тигәндәй, тартмайынса сыҙай алмаған был ағай һуҡрана-һуҡрана сираттағы табышын быға шылдырған.
Шулай итеп, яр башында ғына йөрөһә лә, ағайым балыҡты башҡаларҙан күберәк тотҡан. Хәҙер беҙҙә йылғаға барыусыларҙы “ошо балығыңды бирһәң” тип оҙатып ҡалалар.

Ә. БИКБУЛАТОВ.
Йылайыр районы.


Сталинды күргән

Уҙған быуаттың 30 — 40-сы йылдарында Ғәлим, Хисаметдин ағайҙарҙы һәм Өммөгөлсөм апайҙы Мәскәүгә Бөтә Союз күргәҙмәһенә делегат итеп ебәрәләр.
Хисаметдин ағай Надежда Крупскаяның сығышын йотлоғоп тыңлай. Ә Өммөгөлсөм апай хатта Сталинды “күрә”.
— Кремлгә ҡайын сытыры һөйрәп кереп бара ине, мине күреп ҡалды ла, килдеңме, Арыҫләнбәкова, шәп кенәһеңме, тип йүгереп килеп күреште, вәт! — тип һөйләй торғайны ул.

Танһыҡҡа килешкән

Яхъя бабайҙың килене тары бутҡаһы бешергән. Майлап аша­ғас, бабай: “Танһыҡҡа тары бутҡаһы килеште, рәхмәт, килен”, — тигән. Килене: “Яхъяға ла килеште, таҡыяһын ҡырын һалып кереште”, — тип яуаплаған. Ҡайным минән көлә тип уйлағандыр инде, сөнки исеме Танһыҡбикә булған. Уны Танһыҡ тип кенә йөрөткәндәр.

Сараһын тапҡан

Күрше ауылда Солтанғәле тигән ағайҙың бысып, ярып, өйөп ҡуйған утынын ҡайһылыр күршеһе юҡ-юҡта урлап яға икән. Был кем икәнен белмәй. Асығын белмәгәс, барып бәйләнеп бул­май бит инде. Көндәр һалҡынайтып, ағасы ныҡ кәмей баш­лағас, был хәйлә ҡора: утындың бер нисәһен тишә лә эсенә тыңҡыслап дары һалып, сөйләп ҡуя. Бер көндө уғры күршеһенең мейесе шартлап ярыла. Шунан бирле утынға тейгән кеше булманы, тип һөйләне ағай.

Х. ӘМИКӘСЕВ.
Күгәрсен районы.


Сумаҙан

Колхоз фермаһында яңы тыуған быҙауҙар үлә башлаған. Бының сәбәбен белер өсөн район үҙәгенә түгел, ә Өфөләге вет­лабораторияға барырға кәрәк булған.
Колхоз ветфельдшеры, күп уйлап тормай, ҡалаға юллана. Өфө тиклем Өфөгә тоҡсай күтәреп барып булмай бит инде, ул яңы сумаҙанға бәләкәйерәк үлгән быҙауҙы һалған да юлға сыҡҡан.


Лабораторияла быҙауҙы тикшереп, диагноз ҡуйғандар. Әммә үләкһәне кире алып ҡайтып китергә ҡушҡандар. Ветеринар ни эшләһен инде — быҙауҙы алып, ҡайтырға сыҡҡан. Көнө буйы арып йонсоған кеше электричкаға ултырыу менән йоҡлап киткән. Уянһа, сумаҙандан елдәр иҫкән! “Һай, ҡайһылай шәп булды бит, нисек кенә ун километр юлды күтәреп алып ҡайтыр инем”, — тип еңел һулаған, ти, хужа.
“Һай, шәп булды бит әле” тигән лаҡап ҡына тороп ҡалды.

В. ҺӘҮБӘНОВ.
Әлшәй районы.


Өтөр

Беҙҙә бесәнде үҙ малдарына ла, дөйөм хужа­лыҡҡа ла ҡуна ятып әҙерләйҙәр. Ашарға аҙыҡ-түлек бөтә башлаһа, һәр кем өйөнә нимә кәрәклеге тураһында хат яҙа ла, берәүҙе ауылға ҡайтаралар.
Шунда берәү хат яҙған: “Шәкәр, сәй, икмәк, тәмәке, һалма...” Ҡатыны һорағандарын ебәргән, ләкин тәмәке һалмаған. Ире ҡайтҡас, былай тип туҙына икән: “Оятҡа ҡалып бөттөм, тәмәкене онотҡанһың!” Ҡатыны иһә: “Аһ-аһ, үҙең шәкәр, сәй, икмәк, тә­мә­­ке һалма, тигәнһең бит”, — тип аптырай, ти. Беҙҙең яҡта туҡмасты “һалма” тип атайҙар.
Бына шулай, ҡатыны өтөргә иғтибар итмәгәс, бабай тәмәкеһеҙ ҡала.
К. ВӘЛИЕВА.
Бөрйән районы.


Йомабикәһе лә бар!

Минең ҡайным бик мәрәкәсел кеше булған. Бер ваҡыт ул үҙенең ике туған ағаһы менән тирмәндән ҡайтып килгән. Тракторҙа — ҡайным. Ҡараһалар, трактор эргәһенән бер сана уҙып бара, ти. Ҡайным: “Малик, ҡара әле, бынауы сана әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар”, — ти икән. Малик ҡараһа — уларҙың санаһы, ә санала — Йомабикә!
Баҡһаң, сана тауҙан төшкәндә ысҡынып китеп, тракторҙы уҙып китеп барған икән. Шунан бирле ауылда “әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар” тигән һүҙ тороп ҡалған.
М. ҠУНАҠҠОЛОВА.
Күгәрсен районы.

“Йөнлө ҡуллы ине”

Шәкәр заводы беҙҙең ауылдан дүрт саҡрым ғына булғас, жом һата торған ғәҙәт бар. Уны һәр ваҡыт яҙҙырып алып булмай, ҡайһы саҡ урлап та килтереп һаталар.
Бер ваҡыт Вәлиәхмәт ағай жом ала. Хәбәр тиҙ йөрөй бит. Икенсе көндө үк уға килеп тә етәләр.
— Ағай, әйт әле, жомды кем килтерҙе? — тиҙәр.
— И-и, балалар, ҡайҙан беләйем инде, мейес башында ауырып ята инем, ҡулына ғына аҡса тотторҙом да ебәрҙем.
— Кем икәнен танымайһыңмы ни?
— Ҡайҙан таныйым, ти, йөҙөнә ҡараманым, оҙон, ҡулы йөнлө ине, — тигән.

“Ул туйманы”

Вәлиәхмәт ағай Ағиҙел буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыра икән. Уның ярты көндәй ыҙаланғанын күргән бер кеше:
— Вәлиәхмәт ағай, иртәнән бирле ултыраһың, туйманыңмы ни? — тигән.


— Ултырып туйҙым да ул, бына (ҡорһағына күрһәтеп) ул туйманы, — тип яуап биргән, ти.

Риф ЙӨҘЛӨКБАЕВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.

“Рәхмәт, улым”

Был хәл апрель урталарында булған. Мәхмүзә өләсәйем иҙән аҫтындағы баҙҙа картуф айырып ултырған. Айрат ағай өләсәйемә йомошҡа ингән. Инеүе булған, аҫҡа ҡолап төшкән. Айрат ағай аптырап ҡалмаған, өләсәйемә ҡул биреп һаулыҡ һорашҡан:
— Һаумы, инәй! Ни хәлдә йәшәп ятаһың?

Өләсәйем:
— Рәхмәт, улым, рәхмәт. Иҙән аҫтына төшөп һаулыҡ һораша бит әле, — тип шатлана икән.

Ҡортлаған тоҙ

Зиннур ҡарт ферманан мал тоҙо алып ҡайтып килә икән. Юлда бригадир тап булып: “Ниңә уны алып ҡайтып киләһең, ҡортлаған бит”, — тигән.
Юлын дауам итеп бара биргәс, ҡарт тоҙон түгеп киткән. Иртәгәһенә бригадир Бешәкегә юлланһа, юлда бер өйөм тоҙ ята ти.
“Ферма тоҙон алып ҡайтып барғас, юрый ғына ҡортлаған тигәйнем”, — тип көлә икән ул.
Хәҙер “ҡортлаған тоҙ” тигән мәрәкә лә бар.


Индүктәре
юҡ икән...


Байназарҙа бер ҡарт 99 һанын бик яратҡан, ти. Бер ваҡыт ул әбейенең ауылына бара. Йөрөп ҡайтҡас, эй маҡтана икән: “99 тауыҡтары, 99 ҡаҙҙары, 99 күркәләре бар”, — тип.
Бер мәрәкәсел ағай тыңлап торған да: “Индүктәре бармы?” — тигән. “Вәт уның кеүек нәмәләре күренмәне”, — тип уфтанған, ти, ҡарт.


Хәҙер маҡтансыҡ кешегә: “Индүктәре юҡмы?” — тиҙәр был яҡта.
Д. ӘЛХӘМОВА.
Бөрйән районы.

“Бухгалтерия”

Хәким ағай менән Мәрйәм инәйҙең ҡыҙҙары Өфөлә йәшәй. Мәрйәм инәй әле ҡыҙына эйәреп, әле үҙе генә йыш-йыш баш ҡалаға барып тора. Хәким ағай һуңғы йылдарҙа мал-тыуар, йорт ҡарап, бер ҙә өйҙән сыҡҡаны юҡ.
Бер ваҡыт ҡыҙҙары фатир ҡотларға икәүләп килегеҙ тип саҡырыу ебәрә. Былар Өфөгә китә. Автовокзалға килеп төшкәс, Хәким ағай бик ҡыҫталып, бәҙрәф эҙләй икән. Мәрйәм инәй, белдекле төҫ менән ҡартын етәкләп, вокзал подвалында урынлашҡан бәҙрәфкә индереп ебәрә. Күп тә үтмәй Хәким ағайыбыҙ, айыуҙан ҡасҡан кеүек, ишектән атылып килеп тә сыҡҡан:
— Һин нимә, тинтәк ҡарсыҡ! Бәҙрәф тип, бухгалтерияға индереп ебәргәнһең бит! Барып керһәм, өҫтәл артында ике ҡатын аҡса шутлап ултыра! — тип аҡыра икән.
Ауылдан сыҡҡаны булмағас, бәҙрәфтәрҙең түләүле икәнен бабай бөтөнләй белмәгән шул.
Г. ХӘКИМОВА.
Мәсетле районы.

“Көнсөл”

Ауылдаштарына ярҙамсыл, абруйлы, шул уҡ ваҡытта мәрәкәсел булған биш балалы Рәфиға менән Миһрандың өйөндә күрше-кү­лән эркелешеп телевизор ҡарап ултыра икән. Быларҙан ялҡып, аш-һыу менән булған Рәфиға: “Бороғоҙ икенсе каналға, унда Фәрит Бикбулатов йырлай”, – ти. Береһе тороп каналды күсерәм тиһә, йорт хужаһы Миһран ҡаршы килә: “Ҡуй, теймә, торһон шул каналда, Бикбулатовты күрмәһә лә ярар!”
Рәфиға: “Алмаштырығыҙ, алмаштырығыҙ, Фәритте күргем килә!” Ауылда ғаилә ығы-зығыларын көйләгән Миһран менән Рәфиғаның был ғәжәп мөнәсәбәттәренә аптырағандар тиҙ арала өйҙө бушата. Шунда уҡ Миһрандың Рәфиғаны хатта телевизорҙағы Фәриткә “көн­ләшкәне” бөтә ауылға тарала, ә кемдер, ихлас ышанып, был хаҡта әле лә һөйләй икән.

Ҡарағайҙарҙы
имән иткән


Миһран кисен бер төркөм ауылдаштары менән һин дә мин үҙе­нең ҡапҡа төбөндә ултырғанда, баҡсаһында үҫеп ултырған ҡарағай ағасына ҡарап, ерле юҡтан: “О! Минең имәндәр ҙә үҫеп килә”, – тип хәбәр һала. Тирә-яғындағылар бер-береһенә ҡарашып, уның был һүҙҙәренә аптырашта ҡала. “Аһ, Миһран абзый, имән түгел дә инде”, – тиешәләр.
Миһран тағы ҡабатлай: “Имән менән ҡарағайҙы айырмайһығыҙмы ни?! Ана бит, япраҡтары ҡайһылай шыбырлашып ултыра!”
Ҡайһылары ныҡышып, ҡарағайҙың имән түгеллеген иҫбатларға тотона: “Әйҙә, ана сәнскеләрен тотоп ҡара, имәндең япраҡтары шу­лай буламы ни?!”
Тәбиғәттән тыныс Миһран алан-йолан ҡаранмай, яйлап ҡына һаман үҙенекен һөйләй: ”Мин уны тотмаһам да күреп торам”.
Кешеләр аптырашып таралыша. Өйҙәренә ҡайтып: “Миһран абзый яңылыша башлаған”, – тип ҡатындарына, ирҙәренә һөйләгәс, тегеләре: “Ҡуй, юҡты һөйләмә, Миһран абзый ҡарағайҙы нишләп имән тиһен, баҡсаһында нимә үҫкәнен беләлер инде”, – тип теге­ләр­ҙең йәненә “ҡуҙ” ҙа һалып ебәрә. Был бәхәс ғаиләләргә күсә, “ҡуй, силсәүит яңылышмаҫ” тип төндә килеп, теге ҡарағайҙы тотоп-тотоп ҡарағандар була.
Иртән көтөү ҡыуғанда бер өйөр халыҡтың урам яғынан шул ҡа­рағайҙар тәңгәлендә был бәхәсте ҡыҙыу дауам иткәнен күреп, Миһ­ран абзый баҡсаһына эс яҡтан кереп, теге “имән”дәрен үҙе лә һәрмәп ҡараған икән.

“Пока Миннури кормит”

Әхтәм абзыйҙы конторға идара хужаһы саҡырта.
– Әхтәм, ниңә эшләмәйһең?
– Кем әйтә уны? Мин эшләйем ыу!
– Ҡайҙа?
– ПМК-ла.
– Ундай ойошма юҡ бит ауылда.
– Бар ыу!
– Ниндәй ойошма hyң ул?
– "Пока Миннури кормит".

Әмир СОЛТАНГӘРӘЕВ.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: