Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
25 Октябрь 2021, 19:05

Оморҙаҡ бабай

Әрәмәнән инде сыҡтыҡ тигәндә генә, беҙҙән бер ер буйы булыр, күрәнде ярып, һаҙҙан һуҙылып, аждаһа сығып килә. Буйы ике бүрәнә оҙонлоғо булыр. Бынау бүкән йыуанлыҡ. — Оморҙаҡ бабай ишек төбөндә ултырған бүкәнгә күрһәтте. — Төҫө ҡап-ҡара. Күрән араһынан һырты ғына күренә. Беҙҙең ҡот осто. Ни эшләргә?

Оморҙаҡ бабай
Оморҙаҡ бабай

Оморҙаҡ бабай

 Жәлил Кейекбаев

 Хөрмәт икенсе синыфта уҡый. Уны ҡы ҙы ҡһындырған әйберҙәр бик күп. Ул бөгөн олатаһынан аждаһа тураһында һорашырға булды: — Олатай, һин аждаһа күргәнең бармы? 53 Оморҙаҡ бабай ишкән арҡанын бөрсөкләп ултыра ине. Ул эшен туҡтатманы һәм, Хөрмәтте көттөрмәйенсә, яуап бирҙе: — Бар, бар. Һинең кеүек бәләкәй саҡта бер күрҙем. — Йә, һөйлә әле, олатай, һөйлә! Ҡайҙа күрҙең? Оморҙаҡ бабай һөйләп алып китте: — Һаҙлыҡта күрҙек. Һинең кеүек бәләкәй саҡта беҙ күмәкләп һаҙлыҡтың түбән яғы ­ на муйыл йыйырға барҙыҡ. Шунда муйыл бик күп була торғайны. Йөрөй торғас, ел-дауыл сығып китте, күкте ҡара болот баҫып, йәшен йәшнәп, күк күкрәп, ямғыр яуа башланы. Беҙ, ямғырҙан ҡасып, ағас төбөнә һырыштыҡ. Ямғыр шул тиклем шәп яуҙы. Үҙебеҙ ҡурҡабыҙ: ел-дауыл сығып, ямғыр яуғанда аждаһа ҡалҡа, тип һөйләйҙәр. Ҡурҡыштан бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ, ләкин аждаһа тураһында бер нәмә лә өндәшмәйбеҙ. Аждаһа ҡалҡҡандырмы, юҡтырмы, уныһын күрмәнек. Ямғыр бер аҙ баҫылғас, беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ. Әрәмәнән инде сыҡтыҡ тигәндә генә, беҙҙән бер ер буйы булыр, күрәнде ярып, 54 һаҙҙан һуҙылып, аждаһа сығып килә. Буйы ике бүрәнә оҙонлоғо булыр. Бынау бүкән йыуанлыҡ. — Оморҙаҡ бабай ишек төбөндә ултырған бүкәнгә күрһәтте. — Төҫө ҡап-ҡара. Күрән араһынан һырты ғына күренә. Беҙҙең ҡот осто. Ни эшләргә? Барыбыҙ ҙа, кире әйләнеп, әрәмәгә кереп киттек. А яҡ аҫты бысраҡ, тайғаҡ. Мин тайып йығылып киттем. Муйыл түгелде. Муйыл ҡайғыһымы! Тора һалып, иптәштәр артынан йәнә йүгерҙем. Бер аҙ барғас, шулай ҙа туҡтап, тыңлап торҙоҡ. Тауыш-тын ишетелмәй. Тора биргәс, һарыҡ баҡырған тауыштар ишетелде. Беҙгә йән керҙе хәҙер, ҡурҡмай башланыҡ. Беҙ кире киттек, тағы аждаһа күргән урынға барып сыҡтыҡ. Барһаҡ, теге аждаһа туп-тура беҙгә табан килә. Уның артынан ҡулына оҙон сыбыҡ тотҡан бер ҡатын килә. Теге ҡатын, беҙҙе күреү менән, ҡысҡыра башланы: — Ҡыуалағыҙ шул һарыҡтарҙы, ебәрмәгеҙ! Ни ҡарап тораһығыҙ унда, ҡаҡҡан бағана шикелле, ә?! Һарыҡтар, беҙҙе күргәс, кире боролдо. Беҙҙең аждаһа тигәнебеҙ унлаған ҡара һарыҡ булып сыҡты. Улар ямғырҙан һуң, 55 бер-береһенә эйәрешеп, һаҙлыҡтан сығып барғандар икән. Ул һәр ваҡыт шулай була: ниҙән ҡурҡһаң, шул күҙгә күренә, ҡурҡмаһаң, бер нәмә лә күренмәй. Шуға күрә, боронғоларҙан ҡалған бер һүҙ бар: « Курҡҡанға ҡуш күренә, таҡыр ерҙә аты һөрөнә». Шул бик дөрөҫ ана. Бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: