Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
7 Ноябрь 2021, 11:55

Был ни булды һуң әле?

Әсәһе ҡумтаға һалып күстәнәскә йомортҡалар бирҙе. Фәрит ҡумтаны ҡайҙа ҡуйһын? Әлбиттә, юлсы ултыра торған урынға. Ауыл осонда бер ҡыҙ тора ине. Фәрит уны ултыртырға туҡтаны

Был ни булды һуң әле?
Был ни булды һуң әле?

Сәлих ВАҺАПОВ

Юмореска

Фәрит ҡулдан булһа ла ГАЗ-53 йөк машинаһы һатып алды. Үҙбушатҡыс. Әлбиттә, хужалығына бик ярап ҡалыр. Утын алып ҡайтыр, бесән ташыр.
Ата-әсәһе лә ҡартайып бара.Улар ҙа уға ҡарап торалар. Ике ағайҙары ҡалала йәшәйҙәр.
Бына бөгөн дә ул ата-әсәһенә машина менән утын алып килергә булды. Бер көндә дуҫтары менән бер ҡышлыҡ утын алып килделәр. Ҡулы тейгәндә икенсе ваҡыт бысып, ярып та ҡуйыр әле.
Эш бөткәс, кискә ҡарай ҡайтырға булды Фәрит. Әсәһе ҡумтаға һалып күстәнәскә йомортҡалар бирҙе. Фәрит ҡумтаны ҡайҙа ҡуйһын? Әлбиттә, юлсы ултыра торған урынға.
Ауыл осонда бер ҡыҙ тора ине. Фәрит уны ултыртырға туҡтаны.
- Әйҙә ултыр һылыу, түлкә күкәйемде тотоп ултыр, әтеү ватылыр, - тине. Абайламай ҙа ҡалды, ҡыҙыҡай юҡ булды. Ҡараһа, яңы өйрәтелә башлаған баш бирмәҫ тай кеүек, елдереп ауылға инеп бара ине.
- Был ни булды һуң әле? Әллә ауылда пожармы?- тип аптыраны Фәрит.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: