Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
23 Ғинуар 2022, 18:42

Көлөп алайыҡ, дуҫтар!

– Юҡ әле, килен, кереңдең кере китмәгән, бар, тағы ла барып сайҡап ҡайт! – тигән.

Көлөп алайыҡ, дуҫтар!
Көлөп алайыҡ, дуҫтар!
Сәйфелмөлөк бабайҙың хаты
 
Бер көндө ҡалала йәшәгән улынан Сәйфелмөлөк бабайға хат килеп төштө, ти. Улы былай тип яҙған:
“Дорогие мои, папа и мама! Шлю Вам горячий привет. Живу я хорошо, работаю начальником почты. Гуляю я с русской девушкой. Меня теперь зовут не Рахимьян Сайфулмулюкович Даутов, а Роман Александрович Давыдов. Не пишите мне, пожалуйста, по-башкирски, мне очень неудобно их читать, пишите мне, пожалуйста, по-русски. С приветом ваш сын Роман Александрович Давыдов”. Бахыр Сәйфелмөлөк ҡарт, был хатты алғас, оҙаҡ уйланып торған да русса хат яҙырға булған.
“Письмә гәләвә, пиши сама против. Здравствуй, наш дорогой малайка, Рәхимъянушка! От твоим мама Бибиәсмәбикә, от твоим папом Сәйфелмөлөк, бик һағынып ыскучно как небо звезда, как йылғалағы вада, вадалағы рыба желтый-желтый, жоп-жолтый, мнаганан мнага привет бүскәйем.
Моя типер лошалство: бригадир работам. Твоя мама кәләкәл: Русский дивкә не вәжьми, башкирский дивкәне вәжьми. А моя думал сирауна, пущай килен мәржә будит, түлкә чәләүиком будит. Килен домой тащи. У нас кушат мнага: пшениса есть, мука ла есть, кәртүшкә сажим много.
Весной наш большуй овичка баранчук таскал бит әле. Оло баранчукты сусҡа мөртәт поймал. Ныу,үҙенә лә бирҙем, малай, полка менән муклашка. Сывая овечка шерсти миңә, мамам Бибиәсмәбикә валенки катали, а тебя как лошалство чусенкәм ыстояли. Мала-мала күстәнәс пускаем. Один пар чусенкә, один пар баранчук и мала-мала деньги пускаем. Отпускаем пәйдүш, в густи прийдүш, моя кәстүм тащи, а мамом шулкывый рубашка тащи.
 
Пока нет больше буғай ыслова. Ныу, буть бәхетлем, тәүфиғым, твоя папа Бибиәсмәбикә и мама Сәйфелмөлөк”.
Сәйфелмөлөк бабай, саф рус телендә хат яҙғас, малайым Роман бик-бик шатланыр инде, килен буласаҡ ҡыҙ алдында уҡырға ла уңайһыҙланмаҫ, тип ҡыуанған, ти.
 

Кер
 
Йәш килене йылғанан кер сайҡап ҡайтҡас, ҡәйнәһе ҡараған да:
– Юҡ әле, килен, кереңдең кере китмәгән, бар, тағы ла барып сайҡап ҡайт! – тигән. Килен ҡайтанан йылға буйына төшөп киткән дә керен тағы бер тапҡыр сайҡаған.
– Юҡ әле, кереңдең кере китмәгән, – ти икән ҡәйнәһе тағы. – Бар, эшеңде эш итмәйенсә, ҡайтма! Шулай итеп, ҡәйнә киленен тағы ебәрә.
Дүртенсе тапҡыр барыуында, килен аптырап, йылға буйында бер аҙ торған-торған да аяғындағы ҡатаһының бысрағын да йыуып алған. Шунан тағы ҡайтҡан. Был юлы ҡәйнәһе йылмайып ҡаршы алған, керҙе ҡарап та тормайынса:
– Инде кере ҡалмаған, – тигән.
 

Зирәк килен
 
Бер ҡәйнә йәш килененә:
– Килен, мин ҡайтыуға ҡойҡа бешереп тор, – тип ауылсыларға сығып китә. Килен аптырап ҡала: «Ҡойҡаға тоҙ һалалармы, юҡмы икән?» – тип уйлай. Күршеләренән һорарға ояла. «Бешергән ашым тәмһеҙ булһа, ҡәйнәм әрләр», – тип тә уйлай. Бер талай үткәс, килен тышҡа сыға ла урамдағы кешеләрҙе ҡарап тора башлай. Шул саҡ сайҡала-сайҡала урамдан бер ҡарт бабай китеп барғанын күрә. Йәш килен:
– Бабай, тоҙһоҙ ҡойҡа кеүек, ниңә ул тиклем сайҡалаһың? – тине, ти, тегегә. Был һүҙҙе ишеткәс, ҡарт кеше:
– Эй ҡыҙым, ҡыҙым, ҡойҡа тоҙһоҙ буламы ни?! – тип көлгән.
Йәш килен, эсенән генә был ҡартҡа рәхмәт әйтеп, ҡәйнәһенең ҡайтыуына ҡойҡаны тәмле итеп бешереп ҡуйған.
 

Кәкре ҡайынға терәткән

Алдар гел кешеләрҙе алдап, кәкре ҡайынға терәтеп китә икән. Быны хан ишетеп ҡала. Ул:
– Мине Алдар алдай алмаҫ! Мин уны үҙем алдармын әле! – тип, Алдар янына сығып китә. Былваҡытта Алдар арҡаһын кәкре ҡайынға терәп тора икән. Хан килә лә:
– Һин мине алдай алмайһың! Йә, мине алдап ҡара әле, – тигән.
– Һине алдай алмаҫмын шул. Алдай торған ҡапсығым өйҙә тороп ҡалған, шуны алып киләйем.
– Бар, улай булғас, килтер. Мә, минең атты мен дә сап, йәһәте рәк булыр.
– Мин килгәнсе, һин ошо ҡайынды терәтеп тор. Юғиһә ул ауырға тора, – тип теге ханды кәкре ҡайынға терәтеп ҡалдырған. Ҡайынға терәлеп, хан Алдарҙы көткән дә көткән, көткән дә көткән — Алдарҙың эҙе лә күренмәгән, атты ла килтереүсе булмаған.
 

Туған тел
 
Шәмсинур әбейҙең алтмыш йыл буйына иҫән-имен килгән тештәре кинәт кенә һыҙлай башланы, ти.
Ашы – аш, түшәге түшәк булманы, ти, ҡарсыҡтың.
– Һуң, әсәй, ниңә үҙеңде ғазаплап йөрөйһөң? Врачҡа күренергә кәрәк, – тип кәңәш бирҙе, ти, улы Ильяс. Больницаға барғас, Шәмсинур әбейҙе мөләйем йөҙлө, ҡуңыр ҡара күҙле, сибәр генә ханым ҡаршы алды, ти.
– Әй, Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙең мосолман ҡыҙы икән дә баһа, тел тешләп тораһы юҡ, рәхмәт яуғыры!
Һаумы, бәбкәм! – тип һөйләнде, ти, әбей.
– Говорите по-русски, – тип ҡырт киҫте, ти, тегеһе.
– Әстәғәфирулла! Ладна, дучинка, ладна!
Врач булғас, врач инде. Шәмсинур әбей тағы әллә нимә әйтергә ауыҙ асырға ла өлгөрмәне – врач һыҙлаған тешен тартып та сығарҙы, ти. Әбейебеҙ рәхмәттәр уҡый-уҡый өйөнә ҡайтып китте, ти.
Шулай бер ваҡыт Шәмсинур әбейҙәргә яңы өй ҡотларға мәжлескә йыйылдылар, ти. Мәжлестә шул тиклем күңелле итеп уйнап-көлөп йырлашып ултырҙылар, ти. Йыр тигәндәй, әлеге мөләйем йөҙлө ҡуңыр ҡара күҙле сибәр ханым барыһынан да уҙҙырып ебәрҙе, ти. Ул йырлап бөткәс, ҡунаҡтар оҙаҡ итеп ҡул саптылар, ти. Шәмсинур әбей ҙә ситтә ҡалманы, ти. Ул теге ҡыҙға оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң:
– Маладчина, дучинка, как Фәриҙә Ҡудашева поешь, бәбкәм! – тип ҡуйҙы, ти.
Улы Ильяс бик уңайһыҙланып:
– Һуң, әсәй, ни эшләйһең, Мөкәрәмә башҡорт ҡыҙы ла баһа.
– Эй, твояныҡы, улым, ничауа низнайт. Мөкәрәмә бит моя чтарый жнакомый. Беҙ бит уның менән дүшәмбе көндө больницала вмечте шуб тачкали. Әбейҙең был һүҙҙәренән ҡунаҡтар шау-гөр килеп көлөп ебәрҙеләр, ти. Мөкәрәмәгә генә көлкө ҡайғыһы булманы, ти. Был минутта ул ер тишегенә кереп китерҙәй булған ине, ти.
 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: