Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
20 Февраль 2022, 11:55

Олатай Мәрхәбәне оҙаҡ ҡына өшкөрҙө

Мәрхәбә өсөн яңы гына донъя ҡап-ҡараңгы бушлыҡ ине, ярты сәгәт тә үтмәне ҡояш нурын, сәскәләр төҫөн үҙ күҙе менән күрә алды. Ниндәй рәхмәттәр әйтергә һуң бындай изге эше өсөн әүлиәгә?

Олатай Мәрхәбәне оҙаҡ ҡына өшкөрҙө
Олатай Мәрхәбәне оҙаҡ ҡына өшкөрҙө

«Быҙауташ» менән булган хикмәттән һуң беҙҙең эшсе халҡы ауырый-сырхай башлаһа, Мөжәүир хәҙрәткә барҙы. Бер көндө эшкә барһам, мастерыбыҙ Әхмәтшин Ш әрифйән саҡырып алды ла әйтә: — Слушай, еңгәндең күҙҙәренә ҡапыл гына әллә ни булды, төптө юҡтан күрмәҫ булды ла ҡуйҙы. Врачтарға ла алып барып ҡараным, улар ҙа асыҡ ҡына бер ни ҙә әйтә алманы. Кабинетта, врач эргәһендә ултырған медсестра артыбыҙҙан сыгып шыпырт ҡына, ҡатыныгыҙҙы Мөжәүир хәҙрәткә күрһәтеп ҡарагыҙ, тип кәңәш бирҙе. Будь друтом, Мөхәмәтйәр, еңгәңде хәҙрәткә алып барып күрһәт әле. Үҙем барһам, 144 юғарынан һүҙ тейер тип ҡурҡам, минең ҡатыным тип әйт тә ҡуй, һиңә өндәшмәҫтәр, — тине. — Ярар, алып барам. Олатайга алып барырга мин һәр саҡ риза. — Мөхәмәтйәр агай атын егеп, Шәрифйәндең ҡатыны Мәрхәбәне ултыртып ала ла юлга сыга. Манһырға барып етһәләр, ҡапҡа тышындагы арбала бер мәрйә ер-һыу илап ултыра. Мөхәмәтйәр агай тегенән һорай:

— Зачем плачешь?

— Ейәнем өс көн, өс төн алһыҙ-ялһыҙ илай, өс көн, өс төн ашағаны ла, эскәне лә, йоҡлаганы ла юҡ. Мине танымай.

— Мәрйә тагы һыгылып иларга тотона. Ул арала ҡапҡанан өс-дүрт йәштәрҙәге бер ир бала йүгереп килеп сыга. Ауыҙы ҡолагына етеп йылмайган. Бала:

— Бабушка, я больше не болею, я здоров, — ти.

Әбей:

— Батюшки, — тип кенә әйтте лә арбанан иҫһеҙ булып ҡоланы ла төштө. Бер аҙҙан аңына килеп, ейәнен ҡосаҡлап алды ла, эй суҡына башланы. 

Я такого ңелителя впервые вижу. Спасибо, тебе, родной, спасибо тебе, старең, векнезабудем, — тип алҡышланып рәхмәтен әйтте, шунан улар ҡуҙгалып ҡайтып китте. Хәҙрәт Мөхәмәтйәр менән Мәрхәбәне йылмайып, көлөп ҡаршы ала.

— Иә, хужаңдың ҡатыны оҡшаймы? Әллә бер юлы үҙегеҙгә никах уҡып ҡайтарайыммы? Икеһе лә хәҙрәттең барыһын да алдан күреп белеүен аңлай, ныҡ уңайһыҙланалар.

— Ғәфү ит, олатай, минең бында килгәнемде белһәләр, иремде эшенән сығарасаҡтар. Беҙ үҙебеҙ һеҙҙе ихлас яратабыҙ, — ти Мәрхәбә.

— Беләм, барыһын да беләм, ҡыҙым, — ти олатай. — Мин бит шулай мәрәкәләргә, әңгәмәләшергә яратам, һеҙ ҙә миңә үпкәләмәгеҙ. Олатай Мәрхәбәне оҙаҡ ҡына өшкөрҙө. Сығыр саҡта:

— Аллаһ бирһә, юлда уҡ күҙең нуры ҡайтыр, балам. Тик әле килгән юлдан түгел, икенсе яҡтан ҡайтығыҙ, артыңа әйләнеп ҡарама, — тине. Улар уңай гына ҡайтып еттеләр. Ысынлап та, Мәрхәбәнең юлда уҡ күҙе күрә башлай. Тик ҡайтып еткәнсе өндәшмәне. Сөнки бындай мөгжизәгә үҙе лә ышанып етә алмай килде. Була икән дәһә донъяла шундай ҙа хәлдәр. Ниндәй хикмәтле ҡөҙрәткә эйә икән ул бабай, һин дә мин шаярып, көлөп кенә ултырган кеүек, ә үҙе шул арала бер табип башҡара алмаҫтай эштәр атҡарып ултыра. Мәрхәбә өсөн яңы гына донъя ҡап-ҡараңгы бушлыҡ ине, ярты сәгәт тә үтмәне ҡояш нурын, сәскәләр төҫөн үҙ күҙе менән күрә алды. Ниндәй рәхмәттәр әйтергә һуң бындай изге эше өсөн әүлиәгә? Күңеленә бер мәглүмәт килде: «һин Атлаһы Тәгәләнең барлыгына, берлегенә инанырга тейешһең». Эйе, бынан түбән ышанасаҡ ул Алланың барлыгына. Доғаларын да ятлар, намаҙын да уҡыр. Уның инаныуын партия ла, власть та тыйып тора алмаҫ. Ҡайтып еткәс, Мөхәмәтйәр агай дуҫына барыһын һөйләп бирҙе. — һай, көс-ҡөҙрәт бар икән дә үҙендә, — тип, тагы бер хәҙрәттең илаһи көсөнә һоҡланды улар.

Лира ЯҠШЫБАЕВА. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: