Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
6 Март 2022, 10:28

Мәзин йортонда Сәғит АГИШ

Ауылда минең бала саҡты бик күңелһеҙ итеп һөйләйҙәр. Элегерәк үҙем дә шулай һөйләй торғайным. Хәҙер уларҙы иҫкә алмайым инде. Бөгөн дә уның, ҡыҙғаныс яғына түгел, ҡыҙыҡлы яғына ғына ҡағылырға теләйем. Дөрөҫ, мин әле һөйләйәсәк ваҡиға үҙ ваҡытында ҡыҙыҡлы булмағандыр, ҡыҙғаныс булғандыр. Шулай ҙа һөйләйем әле, ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы – уныһын, уҡып сыҡҡас, үҙегеҙ әйтерһегеҙ.

Мәзин йортонда Сәғит АГИШ
Мәзин йортонда Сәғит АГИШ

Мәзин йортонда Сәғит АГИШ.

Альбина ТАҠАЛОВА (Әхмәтшина) һүрәте. 

Ауылда минең бала саҡты бик күңелһеҙ итеп һөйләйҙәр. Элегерәк үҙем дә шулай һөйләй торғайным. Хәҙер уларҙы иҫкә алмайым инде. Бөгөн дә уның, ҡыҙғаныс яғына түгел, ҡыҙыҡлы яғына ғына ҡағылырға теләйем. Дөрөҫ, мин әле һөйләйәсәк ваҡиға үҙ ваҡытында ҡыҙыҡлы булмағандыр, ҡыҙғаныс булғандыр. Шулай ҙа һөйләйем әле, ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы – уныһын, уҡып сыҡҡас, үҙегеҙ әйтерһегеҙ.
1914 йылда атайымды һуғышҡа алдылар.
Миңә ул ваҡытта ун ике йәш ине. Әсәй менән беҙгә көн итеү ауыр булып ҡалды. Үҙ өйөбөҙҙә йылы аш ашағанды белмәйем. Тик йәй көндәрендә генә мин алып ҡайтҡан балыҡтарҙы йә усаҡ күмерендә, йә булмаһа уха итеп бешерә торғайныҡ. Мин артыҡ бирешмәнем, әсәйем ҡаҡ һөйәккә ҡалды.
Шуның өҫтөнә атайҙан хәбәр алмау ҡайғыһы ла ҡушылып, ул әллә нәмә менән ауырып китте лә шул йылдың көҙөндә мине етем ҡалдырҙы.
Минең телдә нимәнәндер ҡалғанмы, тыумыштанмы булған бер зәғифлек бар ине: “р” хәрефен әйтә алмай торғайным. Шуға күрә минән ауылдың бай малайҙары “Әрһеҙ Йософ” тип көлә торғайнылар. Әсәйем үлгәс, был кәмһетеү янына минең етемлегемде мыҫҡыл итеү өҫтәлде. Кешеләр минең эргәгә ултырмайҙар, “бете йоға” тиҙәр. Етмәһә, иш өҫтөнә ҡуш тигәндәй, баш ҡутырлап китте.
Бер көндө таш ҡаҙыған ямдар эргәһенә барҙым да уйланып ултырҙым. Тау аҫтында һуҙылып ултырған ауыл шөкәтһеҙ, йәмһеҙ, нужа ояһы булып күренде. Мин унан бер төрлө лә йылылыҡ таба алманым, уның мине мыҫҡыл итеүе тағы ла көсәйерҙәй булды. Ҡапыл шундай уй килде: “Сәнселеп китһен. Нимәм бар минең был ауылда? Ташлайым да китәм”.
Бер көндө таң менән үк торҙом да оло юл менән сыҡтым да киттем. Был ауылдан минең алғаным бары ҡороған сыбыҡ булды. Бик күп ауылдарҙы үттем. Үҙемдең ҡайҙа барғанымды, бынан һуң ни эшләйәсәгемде, кемдәр ҡулында тилмерәсәгемде белмәнем. Ә миңә ниндәй ҙә булһа бер ауылда туҡтарға, унан көн күрә башларға кәрәк буласаҡ. Бәлки, унда мыҫҡыл итмәҫтәр; бәлки, башҡа ауылдарҙағы кешеләр беҙҙекенә ҡарағанда яҡшыраҡтарҙыр.
Үҙем барам, үҙем ауыҙымдан әлеге “р” өнөн сығарырға тырышам, һис мөмкин түгел. Әллә ни эшләп сыҡмай ҙа ҡуя. Шуны сығара алғанда, исмаһам, “әрһеҙ” тигәндәрен ишетмәҫ инем. Етемме, ҡутырлымы, рәтһеҙме, нисек кенә булмаһын, мин – кеше. Мыҫҡылһыҙ йәшәге килә. Күп тырыштым мин, булманы. Аҙаҡтан, бынан һуң “р” ингән һүҙҙе һөйләмәҫкә булдым. Нисек булһа ла, шунан башҡа һүҙ табырға тырыштым. “Р”ле һүҙҙе алмаштыра торған һүҙҙәр эҙләйем: эт өрә – “эт һаулай”, һыйыр баҡыра – “һәүкәш олой”, айғыр – “ата ат”, бәрәс – “бәҫкәй бәпесе” һәм башҡалар.
Донъяла бит йырламайынса ла йәшәп булмай. Йыр – етем, ҡағылған, мыҫҡылланған кешенең берҙән-бер иптәше, серҙәше. Миңә йырларға ла кәрәк буласаҡ. Шул уй менән “р” булмаған йырҙар эҙләргә тотондом. Күңел дәфтәремдә булған бөтә йырҙарҙы аҡтарҙым.
Һыу өҫтөндә аҡ балыҡ,
Беҙ үҙебеҙ ваҡ халыҡ,
Беҙ үҙебеҙ ваҡ булһаҡ та,
Таңға ҡала күп халыҡ.
Был йырҙың дөрөҫө “хайран ҡала бар халыҡ” булһа ла, мин уны төҙәттем. Эҙләй торғас, тағы ла бер йыр табылды.
Фатима апа туҡмас киҫә
Ваҡ-ваҡ итеп туҡмасын;
Киҫмәҫ ине ваҡ-ваҡ итеп,
Хәлил ағай туҡмай шул.
Ни эшләйһең, был йырҙар минең төшкән күңелемә аҙыҡ булмайҙар. Ләкин шулар менән сикләнергә, йәнеңде шулар менән генә туҡландырырға тура килә.

II
Бер ауылға еткәндә, ҡараңғы төштө. Көҙгө ел иҫә. Биткә энә осо кеүек сәнскеле ваҡ ямғырҙар яуа. Яңаҡтар күгәреп ҡорошалар, тештәр шаҡылдайҙар.
Бер-ике өйгә инеп сыҡтым. Йоҡлап сығырға рөхсәт бирмәнеләр. Берәүһе әсе ҡатыҡ ашатып сығарҙы. Ул ғаиләнең дә хужаһы һуғышҡа киткән икән. Мине бик ҡыҙғандылар, ләкин шул ҡыҙғаныу менән генә сикләнделәр. Миңә ул да ярап ҡалды. Йоҡлатып сығарыр өсөн, бәлки, ҡурҡҡандарҙыр, берәй нәмәне һелтәп китер, тигәндәрҙер. Минең өҫ-башыма ҡарап, быны уйларға мөмкин ине. Йоҡлап китергә урын табыу ҡыйынлашты. Кешеләрҙең өйҙәренә индереүҙән өмөттө өҙҙөм. Был ауылда ла беҙҙәге төҫлө икмәк күмер өсөн, эркет ҡайнатыр өсөн тышҡа усаҡ яһайҙар икән. Уйлап торҙом да шуларҙың береһенең эсенә инеп ятырға булдым. Бөтөнләй ҡараңғы төшөп еткәс, усаҡтарҙың ҙурҙарын самалап йөрөнөм дә тиҙ генә берәүһенең эсенә йомолдом. Ауыҙын үҙенең ҡапҡасы менән ҡаплап тороп ҡуйғас, ғәжәп булып сыҡты. Көндөҙ яҡҡандар, ахырыһы, эҫе ине. Тын алырға мөрйәһе лә бар.
Ҡатыҡты йоҡлата торған аҙыҡ тиҙәр бит. Шуның өҫтөнә арыу менән йылы ҡушылғас, бөтөнләй иреп киттем. Йоҡоноң иң тәмле сағы — ҡояш ҡалҡыр ваҡыт. Бер заман аяҡҡа төрткәнгә уянып китһәм, ҡарсыҡтар тауышы:
– Ниндәй шайтаны инеп ятҡан.
Мине тәртешкә менән төрткөләй башланы:
– Сыҡ, ҡәһәр һуҡҡыры!
Бөтә көс менән тыпырсынам, тороп булмай. Ҡарсыҡ һаман төрткөләй. Ҡапыл күтәрелеп киттем. Усаҡтан ҡаҙан айырылып сыҡты ла, тәгәрәп барып, йөҙтүбән ҡапланды. Тирә-яҡтан кирбестәр тыпырҙап төштөләр. Минең башҡа тәртешкә төштө. Ә мин, бөтә көсөмдө йыйып, һыу буйына йүгерҙем. Ҡарсыҡ:
– Харап итте ҡаҙанымды! – тип һуҡранып ҡалды. Башҡа һүҙен ишетмәнем. Минең был енәйәт шул көйө баҫылып ҡалды. Ҡарсыҡтың күҙҙәре насар икән. Ҡабаттан күрһә лә, хәтерләмәне. Хатта бер нисә көндән һуң өйөнә барғас, икмәк биреп сығарҙы. Был ауылда ҡалырға булдым. Өй беренсә эшләргә эш, мине аҫрар кеше эҙләнем. Аҙаҡтан мәзингә барып индем. Ул ыҫмалалы еп менән ҡораштырып ҡуйған күҙлеген бер кейеп, бер һалып ҡараны. Энәһенән ебенә тиклем тигәндәй һорашты. Бер үк һорауҙы, ҡайтарып-ҡайтарып, ҡат-ҡат бирҙе:
– Алдамайһыңмы, малай?
Мин үҙемдә һаҡланған бөтә ышандырыу көсөм менән тырыштым.
– Алдамайым, мәзин бабай. Китап менән әйтәм, ҡояш менән ант итәм (ҡөрьән тип әйтергә “р” ирек бирмәне). Алдаһам, икмәк йөҙөн белмәйем. Теге донъяла сусҡа булып ҡубайым да, йыландан сағылайым.
Был һүҙҙәрем өсөн мәзин әрләп ҡуйҙы:
– Ҡарғанма, ҡәһәр һуҡҡыры, антың башыңа етер, эсең ярылып үлерһең. Теге донъяла үҙеңә ҡыҙған таба ялатырҙар.
Минең алдамағаныма тамам ышанып еткәс кенә:
– Ана, – тине, – һыйыр аҙбарындағы тиреҫтәрҙе таҙартып сығар.
Мин һәнәк, көрәк менән ҡоралландым да һыйыр һарайына киттем, һыйыры ла “р”лы, һарайы ла “р”лы. Һыйырын – һәүкәш тиермен, һарайын лапаҫ тиермен инде. Ә көрәкте нимә тиермен? Һоҫҡо тип булмай бит инде.

III
Мәзин бик бай ине.
Ҡапҡаның ике яғында ике өй. Береһендә үҙе менән йыуан ҡатыны, ҡаҡса улы тора. Ҡаршы йортта бик тәпәш улы менән килене.
Мәзин бик тынғыһыҙ булып сыҡты. Бик иртә тора ла, эшләгән эште яратмайынса, мығырҙап алып тик йөрөй. Уның көн дә эшләнә торған эше – бөгөнгө көндөң нисек булыуын күҙәтеү. Аяҙ буласаҡмы, ямғырлымы. Шуға ҡарап эш ҡуша.
Бында минән башҡа тағы ла Сәйет тигән бер ҡарт эшләй. Ул тик бында тормай, кис булғас, ауыл осондағы ситән өйөнә ҡайтып китә. Унда бисәһе бар, Әлим тигән улы Холодковский тигән бер баярҙың утарында эшләй икән. Улын бер күрҙем. Бер ҙә Сәйет ҡарттың улы тиерлек түгел. Ғәжәп матур. Өҫтөндә һәр ваҡыт сатин күлдәк, аяғында итек, башында кәсим бүрек. Уны аҙ ғына ҡырыныраҡ һалып кейгән, – ҡарап торорға һоҡланғыс. Баярҙың бер ҡыҙы бар икән. Ул ҡыҙға атаһы бәләкәй генә ике ҡола юрға биргән. Әлим шуларҙы ҡарай һәм, бай ҡыҙы ҡайҙа барһа, шуның артынан йөрөй. Ул үҙ эшенән риза түгел: теге ҡыҙ быны бер ҙә әҙәмгә һанамай. Йәй көнө Әлимде эйәртеп һыу буйына бара ла, уның күҙ алдында әсәнән тыума сисенеп, һыуға төшөп китә. Сыҡҡас, үҙен кейендертә, арҡаларын йөнтәҫ таҫтамал менән һөрттөрә. Ҡайһы саҡта әсәһе менән дә баралар, унда ла Әлим ҡарап тора. Шуға күрә Әлимде бай ҡыҙының халуйы тип йөрөтәләр. Сәйет ҡарттарға бер тапҡыр барғайным мин, шунда бик әсенеп һөйләп торҙо.
– Матур кейендереүҙәренә төкөрәйем мин уларҙың. Мине бит улар кеше итеп түгел, көсөк итеп тоталар, – тип зарланды.
Хатта улар Әлимде һалдатҡа ла бирмәй алып ҡалғандар. Быға Сәйет ҡарттар бик ҡыуанғандар, ләкин Әлим эсенән уйлаған:
– Көсөк бит мин, көсөк, һалдат, исмаһам, батша һаҡлай, ә мин бер кәнтәйҙең артынан эйәргән көсөк.
Башта Сәйет ҡарт менән эшләү күңелле булыр тигәйнем, булманы. Ул көнө буйына эшләй, ләкин бер ҙә тип әйтерлек һөйләшмәй. Бына хәҙер ун биш көн инде, минең исемемде лә дөрөҫ әйтә белмәй.
– Нисек әле һинең исем? – тип һорай. Асыҡ рәүештә: – Йософ, – тип әйтәм, бер минут үтеүгә:
– Әй, Исхаҡ, – тип ҡысҡыра, йә булмаһа, Сәлмән, Муса, ти. Ул минең исемдәге “с” өнөн генә тотоп ҡала. Үҙенең үткәне, йәшлеге тураһында бер ауыҙ һүҙ әйтмәй. Һораһаң да, бик ҡырт яуап бирә.
– Пәйғәмбәрҙәр нәҫеле түгел бит, ниңә кәрәк ул? – ти.
Мәзиндең бөтә ғаиләһе бер төҫлө, һәммәһе лә эштән сыҡҡан һарандар.
Бөтә асҡыстар абыстай ҡулында. Уның ҡулынан башҡа өйҙәгеләр бер туҫтаҡ ҡымыҙ ҙа эсә алмайҙар. Уны ла ҡарғанып бирә:
– Ҡурлыҡ та ҡалдырмайһығыҙ! – ти. Ә беҙгә сепарат һөтө, әсегән ҡатыҡ ҡына бирәләр. Сәйет ҡарт биргән ашты ашамай, үҙенең тимер котелогына һала ла өйөнә алып китә.
Килене былай бик һәйбәт кеүек тә, ләкин уның ҡулынан бер нәмә лә килмәй, дөрөҫөн әйткәндә, ул үҙе батрак хәлендә. Көн дә ун ике һыйыр һауа. Һөттәрен бер үҙе сепарат аша үткәрә. Ҡайһы ваҡытта, буш сағым булһа, сепарат әйләндерешергә инәм. Абыстай, мин инеп йөрөгәнде яратмай, ҡыуып сығара. Оло улдары әллә ниндәй ебегән, бешмәгән нәмә. Атаһы әрләһә лә, эшләгән эше уңышһыҙ сыҡһа ла шул ҡатынына бәйләнә. Үҙе, минең күҙәтеүемсә, бер ҙә ҡаты итеп әйтә алмай. Гел бер төрлө һүҙ, шуларға бер генә хәреф тә арттыра алмай.
– Беҙгә килеп һимерҙең, йүнһеҙ, биғәләш, һине бит атайым көсләп алып бирҙе миңә, – шулай ти гел генә.
Ҡатынының әйтеүе буйынса, бик асыуы килһә, икенсе бер кешенең өйөнә инә лә ятып йоҡлай икән. “Сәрби, – тип әйтә ти ҡатынына, – әгәр ҙә минең балам үҙемә оҡшамаһа, зимагорлыҡҡа сығам да китәм”. Быларҙы миңә ҡатыны бер ҙә йәшермәй һөйләне. Хәйер, уның ирен яратмағаны әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Әйтеп бөтмәһә лә, уның икенсе бер яратҡан кешеһе барлығы һиҙелә. Был уның бик һирәк булған йырҙарында яңғырап ҡала.

IV
Мин бығаса соланда йоҡлап йөрөй инем. Бөгөн ике һыйыр быҙауланы ла, улар өсөн бер бәләкәй генә өй кеүек нәмә бар икән, шуны яҡтырҙылар. Абыстай миңә: “Һин дә шунда йоҡларһың инде. Быҙауҙарға ла күҙ-ҡолаҡ булырһың. Әллә ни муйынсаҡтарына көрмәлеп ҡуйыуҙары бар”, – тине. Бында мин үҙ ҡәҙеремдең быҙауҙарҙан юғары булмағанын беләм. Шулай ҙа быҙауҙар менән йәшәүе, әлбиттә, ғәрлекте килтермәй ҡалманы. Күңел өсөн былай ҙа эшләп булыр ине: быҙауҙар тыумаҫтан бер иисә көн элек мине шунда индереп, быҙауҙар тыуғас, уларҙы минең янға урынлаштырырға. Ике иҫәп – бер иҫәп, тиерһегеҙ. Уныһы шулай, әлбиттә, нисек кенә итһәң дә, минең ята торған ер быҙауҙар ояһы буласаҡ. Тик уның мәғәнәһе бар: мин быҙауҙар эргәһенә ингән булмайым, ә, киреһенсә, быҙауҙар минең эргәгә ингән булып сығалар.
Был йорт кешеләр тороу өсөн эшләнмәгән булғанға күрә, яғыуға ҡарамаҫтан һыуыҡ булды. Шуның өҫтөнә йоҡлап ҡына киттеңме, өҫкә быҙауҙар килеп менәләр. Таң алдынан ғына, арҡа йылынғандай булып, йоҡлап китәм, баҡһаң, минең арҡа буйлап бер быҙау килеп ятҡан икән.
Иртә менән Сәрби һыйырҙы һауыр өсөн индерҙе. Минең иҙәндә аунап, өшөп ятыуға күңеле тулып китте.
– Бахырҡайым! – тине ул, ишеттереп. Миңә ауыр ҙа, рәхәт тә булды... “йым” тип кемгә ҡушып әйтәләр? Яратҡан кешегә бит. “Йым” ҡушылған һүҙ “минеке” тигән төҫлөрәк яңғырай түгелме һуң? Әгәр бына мин “Сәрбием” тиһәм, нисек булыр ине. Матур булыр ине, килешер ине. Тел осона шундай һүҙҙәр килде. Әсәйем, Сәрбием, Сәйетем, Әлимем, мәзинем. Фу, был һуңғыһы ниндәй алама. Мәзин һүҙенә был һөйкөмлө “ем” хатта йәбешмәй ҙә кеүек. Мин ул ләғнәткә “ем” тигәнсе быҙауҙарға әйтермен. “Быҙауҡайым, миңә йылы биреп йоҡлатыусы, быҙауҡайым...” – тиермен.
Мин шул уйҙарҙы уйлағансы, Сәрби ни эшләп торғандыр. Мин “ым”ды уйлап, уны бөтөнләй хәтерҙән сығарып уҡ ташлағанмын. Уның:
– Бәхетһеҙһең шул! – тигән тоноҡ тауышына һиҫкәнеп киттем. Минең уға күҙ текәүем менән ул тағы ла һөйләп китте.
– Бәхете булғас, ана Әнүәр (мәзиндең кесе улын әйтә) ит бүкәне башы менән донъя рәхәте күрә. Уны мәҙрәсәгә оҙаталар. Кисә көнө-төнө бөтә өй эсе менән уның нәмәләрен етештерҙек, бешерендек. Хәҙер уға ыуыҙ ҡоймағы әҙерләйбеҙ. Йәш малдар ризығынан ауыҙ итеп китһен, тиҙәр.
Мин бер нәмә лә өндәшмәнем. Өндәшерлек һүҙ ҙә юҡ ине. Тороуға миңә ат егергә, Әнүәрҙе күрше ауыл мәҙрәсәһенә алып барып ташларға ҡуштылар. Аттарҙы ектем. Яҡшы сананың эсенә тултырып бесән тейәнем дә ҙур өйҙөң ишек алдына ғына килтереп туҡтаттым: йәнәһе, ишектән сыҡһын да санаға ултырһын, әллә ни йәйәү этләнеп йөрөмәһен. Сәрби ҙур аҡ кейеҙ менән бер мендәрҙе сананың түренә рәтләп һалды ла көлөп ҡуйҙы. Аҡрын ғына тауыш менән:
– Теге ит бүкәне, – тине, – толопҡа төрөнгән. Ул йүнләп ултыра ла алмаҫ әле. Бер һалыулаған урында ауҙарып ал һин уны.
Уның был һүҙенән мин дә көлдөм. Әнүәрҙең ҡар өҫтөндә аунап ятыуы күҙ алдыма килде. Был бурысты үтәр-үтәмәҫемә ҡарамаҫтан:
– Була ул! – тинем.
Бер аҙҙан кәбеҫтә кеүек ҡат-ҡат төрөнгән Әнүәр сыҡты. Уны өй эсендәгеләр оҙаталар ине. Атаһы һуңғы тапҡыр хушлашты:
– Йә, фатиха, балам! Изге юлға сыҡ! Тырышып ҡына уҡы! Ошо мәхәлләнең муллаһы булырға тырыш.
Минеңсә лә, Әнүәр мулла булырға бик лайыҡ ине. Абыстайҙың күҙенән йәш тамсылары күренде. Был йәштәр Әнүәрҙең дә күңелен йомшарттылар, уның да күҙенән бер нисә эре бөрсөк тәгәрәп төштө. Малайҙы толоп тышынан кейеҙ менән уранылар.
– Онотма, балам! – тине абыстай.
Мин тиҙ генә кузлаға һикереп мендем дә:
– Һайт, мал... – тип ҡысҡырҙым да, “ҡайҙар” тигәнен әйтеп бөтөрмәнем, сөнки, үҙегеҙ беләһегеҙ, “р” өнө бар ине. Беҙ ҡапҡанан туғарылғандай сығып киттек. Ике ынтылыуҙа аттар ауылды ла сығып киттеләр.
Минең ҡыптыр тундың эсендә ел уйнай. Яйлап һәйбәтләргә аттар тынғы бирмәйҙәр. Әнүәр йылы тун, толоп эсенә батҡан хәлдә санаға йәбештереп ҡуйған кеүек тын ултыра. Ун биш саҡрым самаһы киттек, ләм-мим тип бер һүҙ өндәшмәй: йәнәһе, дәрәжә яғынан мин уға тиң түгел.
Ни эшләргә, Сәрбиҙең ҡушҡанын үтәргәме, юҡмы, тип уйлап килгәндә генә, бик йәтеш бер һалыулыҡ осраны. Ҡапыл аттарҙы шаҡарып ебәрҙем дә сананы ауҙартып ташланым. Теге толобоноң салғыйҙары менән уралып-уралып барып ятты. Ҡыҙыҡ, үҙе бер тамаша булды был. Мин дә юрый уның артынан тәгәрәгән булдым, сүп өҫтөнә сүмәлә булһын тип, асылған битенә ҡар бөртөктәре борҡоттом, һуҙылып тик ята, ҡәһәр һуҡҡыры. Еңенән тартып торғоҙҙом, көскә санаға ултырттым. Уға ҡарағанда, үҙемә мәшәҡәтлерәк булды. Бер аҙ киткәс кенә, Әнүәр телгә килде.
– Һин юрый йыҡтың бит мине. Мин атайыма хат яҙырмын әле. Һиңә Сәрби ҡушҡандыр йығырға, ул һәр ваҡыт миңә үсле, – тип һалды был.
– Юҡ, юҡ, – тинем, – ни эшләп мин һине тәккә йығайым ти. Сана һалыулап китте бит. Тәккә булһа, мин үҙем йығылмаҫ инем.
Уны, кирегә бөткән нәмәне, былай ғына тынысландырып булмауына ышанам. Уның иғтибарын нимәгә булһа ла, икенсе яҡҡа тартырға ине. Шуның өсөн “алда бүре күренә” тимәксе булдым. Нисек итеп әйтергә. Бында ике “р” бар бит әле. Ахырҙа:
– Ни эшләйбеҙ, бик алама бит, ана! – тинем.
– Нимә? – ти, Әнүәр төшөнмәй.
– Ауыҙын асҡан да былай килә. Моғайын, беҙгә килә. Моғайын, беҙгә килә. Бик асыҡ беләм, эт түгел был.
– Бүреме әллә? – Минең әйтергә теләгән барып етте.
– Эйе, тап үҙе.
Малайың иларға тотонмаһынмы!
– Ҡыу инде аттарыңды! – ти. Үҙе, күҙен асмаған көсөк кеүек, сәңкелдәп тороп илай, – ҡыу инде аттарыңды! – Мин юрый тегегә әйләнеберәк: “Аттар бик тирләмәҫме икән һуң?” – тип үсектерергә теләйем, тик әлеге “р” ҡамасаулай. Улай ҙа әйтмәй ҡала алманым.
– Ат һыуланмаҫмы һуң? – тим.
Теге һаман илай, үҙе миңә янай.
– Ат ҡыҙғанысмы һиңә, кешеме? Әгәр ҙә бүренән ашатһаң, белермен мин һине ни эшләтергә! Тәнеңдә тарамышыңды ҡалдырмам.
Тағы ла тегенең бәғеренә тоҙ һалам:
– Был беҙгә табан килә суҡынсыҡ.
Малайҙың башына, үҙенсә, бер аҡыл килде. Хәҙер инде ул ялынған тауыш менәнерәк әйтә:
– Бик яҡынлаһалар, һин һикер ҙә төш. Моғайын, һинең кейемеңдең аламалығынан ҡурҡып ҡасырҙар. Әгәр иҫән ҡалһаң, атайҙың ярты байлығын бирҙерермен үҙеңә.
Шул тиклем асыу килде, әгәр ҙә, ысынлап та, бүре була торған булһа, һис бер нәмәгә ҡарамаҫтан, шул ерҙә үҙен атып бәреп китәсәк инем. Ул ит бүкәне өсөн мин үҙемде бүрегә ташларға тейешмен, имеш.
– Әммә ғалим икәнһең, – мин әйттем, – аҡылың алтын икән. Һин иҫән ҡалһын тип, мин үҙ башымды юғалтмам. Һинең мыҫҡылың өсөн мин шул яҡшылыҡты эшләйемме? Бик йәнгә тейәһең икән, мин һине аунатып та ҡуйыуым бар.
Һуңғы һөйләмде көскә “р”һеҙ итеп осланым. Малайым ҡабаттан өндәшмәне. Башына һуҡҡан бесәй кеүек булды, меҫкен.
Шул көйөнсә уны алып барып ташланым да, ул төшкән ауылда тамаҡҡа бер йылы һыу ҙа эсә алмайынса, кире боролдом.
Ҡайтҡанда төн ине, аяҙ ине. Яңғыҙым рәхәтләнеп “р”лы йырҙарҙы боҙа-боҙа йырлап ҡайттым.
– Рай, рай, рай, – тип “р”ҙы сығарырға тырыштым, булманы.
Ҡайтҡас, быҙауҙар эргәһенә инеп яттым. Юл буйына өшөп ҡайтҡан кешене быҙауҙар өсөн генә ҡулайлаштырылған өй йылыта алманы. Йоҡлап булмай, тун өҫтөнән септә ябынып ҡараным, файҙаһы теймәне.
Ишек асылды ла өй эсенә ҡыҫыҡ лампа нуры төштө. Уны Сәрби тотоп тора ине. Минең уға ҡарағанымды күргәс, һиҙелерлек кенә итеп йылмайып ҡуйҙы:
– Теге тәпән иҫән-һау барып еттеме? Әсәһе һорашырға ебәрҙе.
Мин был һорауҙан бер төрлө лә тәьҫирләнмәйенсә, бик тыныс ҡына:
– Бик һәйбәт етте! – тинем. Сәрби тағы ла йылмайҙы, быныһында ул хәйләкәр йылмая ине.
– Ауҙарманыңмы үҙен?..
...Был урынды йәшереү мөмкин түгел ине, башты эйеп дөрөҫләнем. Сәрби көлөп ебәрҙе. Бөгөн ул, ни өсөндөр, башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда батыр һәм аҙ ғына үҙен ҡылансығыраҡ, йыланыраҡ итеп тота. Кәүҙәһен тотошонда ла, бик аҙ ғына булһа ла, йүгәнһеҙлек һиҙелә.
– Миндәгеһен дә бер аунатаһы бар әле, – тип үҙ иренең ғәйбәтенә инергә самалай, – тыумаҫ элек ҡартайған, алтмыш йәшлек хажи кеүек эсен ыуып тик ята.
Мин уның серҙәренә ҡыҫылырға аҙыраҡ ҡурҡа төштөм. Ул үҙ йомошон әллә ҡасан үтәне. Әнүәрҙең нисек барыуынан хәбәр алды. Әгәр мин дә әңгәмә, ғәйбәт һатырға теләһәм, оҙағыраҡ, торорға ла самаһы юҡ түгел. Минең күп һөйләшергә теләмәгәнемде белгәс, сығыу яғына йылышты һәм сығыр алдынан:
– Бында бит, Йософ, һиңә бик һыуыҡ. Үҙең өшөп ҡайтҡанһың, исмаһам, мунсаға инеп ят. Унда инеүселәр бөттө инде, – тине.
Ул сығып киткәс, үҙем дә мунсаға инеп ятыуҙы уйланым. Бығаса мин усаҡ эсендә ятҡанымдан да яҡшы йоҡо күргәнем юҡ ине. Һикереп торҙом да мунсаға киттем. Мунса йылы ғына түгел, хатта эҫе. Баш осона һеперткеләрҙе рәтләп һалдым да ятыу менән йоҡлап киттем. Күпме йоҡлағанмындыр, белмәйем, бер заман сылтырҙаған тауышҡа уянып киттем. Мин төшөмдә ҡайҙалыр сылтырап аҡҡан йылғаны күрә инем. Йүнләберәк ҡараһам, мунсала бик аҙ ғына зәңгәр яҡтылыҡ. Күҙгә бәйләнерлек кенә ҡараңғылыҡ эсендә яп-яланғас ике һын. Ни күрәм, иҙәндә мәзин менән абыстай ҡойона.
Ни эшләргә белмәнем, ҡасан мәзин ҡомғаны менән башты яра һуға инде, тип ятам. Мәзин кейенә башланы, үҙе һөйләнә:
– Аҙан ваҡыты етә, мин хәҙер китәм. Һин ҡойоноп сыҡ та иртәнге сәйгә килендән йылы нәмә әҙерләт, – үҙе тупһала торған ҡуңысһыҙ аҡ быймаһын ашығыс рәүештә аяғына кейеп, елкәһенә намаҙ тунын ябынды ла сығып китте. Абыстай һаман бызмырҙай, бүҫелеп-бүҫелеп торған эсен йыуып маташа. Минең ләүкә башында ятҡанды һиҙгән кеүек, ҡарап-ҡарап ҡуя. Мин Туҡай шиғырында тәҙрәнән һыу инәһен күргән малай кеүек “ҡалтырайым, ҡурҡам, хоҙайым, тим, инде мин ҡайҙа барайым”. Ҡайҙандыр һис мин саҡырмаған көс килде. Үҙем дә һиҙмәҫтән, айыу сиңерткәһе кеүек ләүкәнән иҙәнгә һикерҙем. Абыстай ҡот осҡос итеп бер ҡысҡырҙы ла киҫелгән имән кеүек, еҙ тастан салҡан ауҙы. Еҙ тас ҡапыл саң һуҡҡандай тауыш сығарҙы. Мин, ҡайҙа, нисек баҫҡанымды белмәйенсә, быҙауҙар янына инеп яттым. Бөтә тән ҡалтырай, нишатыр онтоғона батҡан кеүек йомарланам, ҡурылам. Бер аҙҙан мәзиндең:
– Әссалато хәйере менән нәүем! – тип һуҙып ҡысҡырғаны ишетелде. Был миңә аҙан булып түгел, бәлки, ҡолаҡ төбөнә килеп: “Ҡарсыҡты кем йыҡҡанын беҙ үҙебеҙ бик яҡшы беләбеҙ”, – тигән янау кеүек ишетелде. Малдарға аҙыҡ бирергә ваҡыт күптән еткән, Сәйет ҡарт килеп тә инде.
– Тор, ни эшләп ятаһың? – тине. Һикереп торҙом. Мунса ишеге һаман асыҡ. Һиҙҙермәйенсә генә барып, ишекте яптым. Абыстайҙың аяғы таста, башы иҙәндә, беләктәре бысранып бөткән.
Мәзин бер нәмә лә белмәйенсә ҡайтты. Нимәлер әйтергә теләп, тамаҡ ҡырҙы ла өйгә инеп китте. Мин малдарҙы эсерергә киттем. Башта “ҡасайыммы икән әллә?” тип уйлағайным, йөрәк етмәне, хәл итеп булманы. Ни булһа ла булыр, тип аҙбарға ҡайттым.
Күренеш – ҡот осҡос. Сәстәре туҙған, йөҙҙәре күгәргән, ирендәре һалынып төшкән абыстайҙы мунсанан алып сығып киләләр. Ул мәзин менән килененең яурындарына йәбешеп үҙ аяҡтары менән атлап килә. Үҙе ҡыҫылған тын менән һөйләшә. Абыстай миңә ҡәберҙән терелеп ҡайтҡан кеүек күренде. Әгәр ҙә күҙем менән күрмәһәм, мин уның тере булыуына ышанмаған булыр инем.
– Бына илаһым, – ти абыстай, – мунсаның мәғрипкә ҡараған яғынан мөйөш ҙур булып асылып китте лә, иҙәнгә һыйыр аяҡ, эт башлы ен балалары тупылдап төшә башланылар, һәр береһенең ҡулында һыйыр бото ҙурлыҡ скрипка.
Мин быларҙы абыстайҙың күҙенә күренгән, йә уның алдауы тип уйланым. Шулай ҙа эскә йылы инеп китте. “Әһә, – мин әйтәм, – миңә түгел, шайтандарға һылтайҙар әле”.
– Уҡынманыңмы ни, ахмаҡ?.. – ти мәзин.
– Лә илаһа илле-алла, тип ауыҙымды асыуға, береһе тамағыма мунса һеперткеһе тығып ебәрҙе лә...
Шул һүҙҙәр менән өйгә инеп киттеләр. Улар инеп киткәс, Сәйет ҡарттан һорашҡан булам:
– Нимә булған абыстайға?
Ул, ғәҙәтенсә, әйтергә теләмәгән ҡиәфәт менән һул ҡулын һелкә:
– Бисмиллаһыҙ ғөсөл ҡойонғандар ҙа, абыстайҙы ен һуҡҡан. Беҙгә бер ҙә теймәйҙәр, күрәһең... – һүҙен әйтеп бөтмәне.
Сәрби үҙемде генә күргәс, быуылып көлә:
– Әммә шәп иткәнһең дә, – ти.
Мин башта ысын хәлде Сәрбиҙән йәшермәксе инем, мунсаға инеп ятыуҙы белгәс, тайшанырға тура килмәне.
– Һин уны нығыраҡ ҡурҡытырға ине. Йөрәге ярылып үлһен ине шул ен ҡарсығы. Минең тәпәнде лә бер шулай ҡурҡытайыҡ әле.
Абыстай шул ятыуҙан ун биш көн ауырыны. Мулла ла, суфый ҙа, доктор ҙа ҡалманы. Бер әбей килеп ике тауыҡ осоҡлап, ете юл сатына алып барып ташланы. Шунан һуң абыстай, ҡояш байығандан һуң, яңғыҙы тышҡа сыҡмай башланы. Был хәлгә Сәрби ҡыуанды.
– Юҡты-барҙы күрә лә йөрөй торғайны. Шәп булды әле, – тип ҡуя.
Мин мәзин йортонда егет булып еттем. Ауылдың кешеләре миңә бик таныш булып киттеләр. Тырмала, һабанда, бесәндә үҙем кеүек егеттәр менән осрашам. Кем теленән сығыптыр, халыҡ араһында минең һаҡаулыҡ таралды. Тик минең һаҡаулыҡтың хикмәте нимәнән икәнен белмәйҙәр. “Әллә нәмәһе генә етмәй ул Йософтоң. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе балалар кеүек әйтеп ҡуя ул”, – тиҙәр. Мин уларҙың белмәүе менән ҡыуанам. Тағы ла оҫтарырға тырышам. Сәрби ҙә әйтеп ҡуя:
– Һин нисек һөйләшәһең һуң? Һаҡау ҙа түгел һин, беҙҙең кеүек тә һөйләшмәйһең.
Мин көлдөм, серҙе әйтмәнем.
Хәл шулай шыпырт мыҫҡыл менән генә барғанда, башҡалар өсөн ҡыҙыҡ, минең өсөн байтаҡ күңелһеҙ бер ваҡиға булды.
Бер саҡ, бесән өҫтө яҡынлашҡас, аттарҙы алдыҡ та үләндең иң шәп ере булған Мәмбәт туғайына төн ҡунырға киттек: һәр ваҡыттағы ғәҙәт буйынса, бында төрлө шаярыуҙар булды. Бәләкәйерәк малайҙарҙы картуф урларға ебәрҙек, улар алып ҡайтҡан картуфтарҙы бешереп ашаныҡ. Арығас, ятып, әкиәт һөйләшергә тотондоҡ. Минең ғәҙәт һөйләү, йырлау кеүек уйын башланһа – уҙ хәлемде белеп тын ҡалыу.
Бәйләнделәр бит миңә әкиәт һөйләргә тип. Мин бөтә көсөм менән баш тартам. Аранан берәү:
– Әйҙә һөйләтәбеҙ. Уның телендә бер хикмәт бар, – тип ҡысҡырҙы.
– Юҡ,— мин әйтәм, – мин әкиәт белмәйем.
– Бына, – ти ҡурайсы Һиҙиәт, – мин бер әкиәт һөйләйем, һин шуны ҡабаттан һөйлә.
Бөтә егеттәр минең тел серен белергә тырышалар, талап алып баралар. Әгәр ҙә һөйләмәһәм, ҡанға батырғансы туҡмау менән ҡурҡыталар. Теге егет тотондо бит, мин һиңә әйтәйем, “Алты алдар” әкиәтен һөйләргә. Һөйләп тә бөттө һәм “Ишек алдым тумарлыҡ, Йософҡа илтеп туғарҙыҡ” тип килеп туҡтаны. Мин баяғыса риза түгел. Низами тигән йәмшек танаулы бер егет таҙа ғына итеп берҙе тамыҙып та алды. Ахырыһы, быларҙан ҡотолоп булмаҫ, тип башланым.
– Тыңлағыҙ, – тинем, – һөйләйем улай булғас – Бөтәһе лә бик ҙур нәмә көткән кеүек минең эргәгә йыйылып яттылар. Мин уйлап ҡына шул уҡ әкиәтте башланым:
– Элек-элек заманда бабай менән әбей булған. Был икәү бик ҡыйынлыҡта йәшәгән. Алты балаһы булған ул бабайҙың. Бабай бик ҡыйынлыҡта көн иткән. Алты балаһының һис нәмәгә лә оҫталығы булмағанын белгәс, ул алтыһын да үҙ янына йыйып алған. Алтауһына ла васыят әйткән. “Былай көн итә алмаҫһығыҙ. Оҫталыҡ юҡ һеҙҙә. Булмаһа, ялғанға оҫталанығыҙ”, – тигән. Алты бала ялғанға тотонған. Был алтауҙың алдаҡсылығы бөтә донъяға йәйелгән. Был алтауҙан алданмаған батша, алданмаған хан ҡалмаған. Йәнәшә булған бөтә хан, бөтә батшаның мал-мөлкәте был алтауҙың ҡулына күскән. Бабайға әжәл килгән, үлем яҡынлашҡан. Шунан ул алтауһын да алдына алып ошолай тигән:
– Алдаҡ менән алынған байлыҡтың файҙаһы юҡ. Һеҙ түккән күҙ йәше диңгеҙ булды. Мин инде үлем түшәгендә. Һеҙҙең алдаҡсы булып ҡалыуығыҙҙы йәнем теләмәй. Бөтә байлығығыҙҙы утҡа яғығыҙ ҙа ысын менән байығыҙ. Һеҙгә шуны ҡушҡан өсөн миңә ләғнәт уҡығыҙ, ҙа, мин үлгәс, алдап йыйған байлығығыҙҙың көлө менән мине күмегеҙ.
Шулай итеп бабай үлгән. Алтауҙың бишәүһе байлыҡты йәлләгән. Бишәүһе лә: “Беҙҙән булмай был эш” – тигән. Тик таҙ булған иң кесеһе: “Мин яғам”, – тип бөтә байлығын утҡа һалған. Үҙен алдаҡсы иткән атаһының үлеген бөтә байлығы янған көл менән күмгән. Ҡалған биш алдаҡсыға таҙҙың был ҡылығы оҡшамаған. Таҙҙы имән мискәгә һалып алтмыш ҡолас ала бейәнең ялына бәйләп... – тигән еренә еткәйнем, әлеге йәмшек танау Низами әсе тауыш менән:
– Ялына түгел, ҡойроғона! – тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм урынынан һикереп тороп һүҙен дауам итте:
– Һиҙҙем мин уның телендә нимә барлығын. Беләһегеҙме, егеттәр, нисек һөйләй ул. Мин әкиәтте тыңлап ултыра торғас, үҙем һиҙеп алдым. Ул бер урында ла “р”ҙе әйтмәй. Бына ҡайҙа икән уның сере. Ни өсөн ул ҡойроҡ урынына ял тип әйтә.
Бөтәһе лә киң яланды күтәреп көлә башланылар. Ҡайһы берәүҙәр һикереп торҙолар ҙа мине мыҫҡыл итер өсөн:
– Ха-ха-ха. Хи-хи-хи! – тип ҡысҡыра башланылар. Минең бөтә кәүҙә эҫелектән ҡурылды. Мейегә ҡан йүгерҙе. Гүйә, минең йылдар буйы тырышып эшләгән машинам ҡыйралды. Ул арала әлеге Низами минең янға килде лә яғанан алды:
– Бына һин, – тине, һәр бер “р” хәрефен көслөрәк әйтеп, – ошо һүҙҙәрҙе әйт миңә: “Һыйырҙы урға индереп ҡойроғонан урап алып ярҙым”. Башҡалар шарҡылдашып урындарында һикерәләр.
– Әйтһен, әйҙә әйтһен!
Мин башта көс менән ҡотолорға теләнем. Ҡулыма ҙур ғына бер һуйырташ алдым.
– Китегеҙ янымдан, башығыҙҙы онтайым.
Егеттәр аҙ ғына ситкә таралдылар, бәләкәйҙәр ҡаса башланылар. Мин уртала ҡалдым. Бәрһәм, иң элек Низамиға бәрәсәк инем, былай ҙа йәмшек танауын бөтә кимерсәге менән эскә батырасаҡ инем.
Ни булды? Нисек һиҙмәнем? Арттан килеп ҡулды шаҡарып алдылар.
– Әйт, әйт, юҡһа, үҙеңдең башыңды онтайбыҙ, – тиҙәр.
– Үләм, ләкин әйтмәйем. Белмәгәндән түгел, бушҡа әйтмәйем.
Был “бушҡа” һүҙе “юрый” урынына ине.
– Ә, аҡса кәрәкме әле һиңә? – тип берәүһе елләп тә ебәрҙе, башҡалар ҙа ҡушылып, арыу ғына “йылытып” алдылар.
Эстән уйлағаным: “Быларҙан ҡотолоп булмаҫ, бик көлкөгә китһә, миңә нимә, ауылдан китер ҙә барырмын. Ҡаҡҡан ҡаҙыҡ ҡаламы ла, сәскән аҙыҡ ҡаламы?”
– Була! – тинем ҡысҡырып, юрый батыр тауыш менән башланым, – мине көлкө яһамаҡсы булаһығыҙ икән, әйҙә, һеҙ тигәнсә булһын. Ҡолағығыҙҙы һаҡ тотоғоҙ. Низами йәмшек, минеңсәһе уның былай: “Һәүкәште канауға бикләп, баулыһын дүңгәкләп алып туҡманым”.
Бөтә ялан шарҡылдап көлөүҙән яңғыраны. Бөтәһенә – донъяһына ла, кешеләренә лә ләғнәт уҡығым килде.
– Мин, – тинем, – кеше. Мин алама, малһыҙ, кеше ҡулында ҡол булһам да, кеше мин. Һеҙҙең бит бөтәгеҙ ҙә хәлле түгел. Бик күбегеҙҙең хәле минекенән саҡ ҡына алдын. Бында йәмшек танау Низами – бай малайы, майына сыҙай алмай. Ә һеҙҙең күбегеҙ ҡыуаныслы нәмәһе булмағанға буштан, юҡтан ҡыҙыҡ эҙләйһегеҙ.
– Һаман да “р”ы юҡ, – тип сыйылданы Низами, ләкин был юлы уны яҡлаусы, һүҙен хуплаусы күренмәне. Егеттәрҙең йөҙөндә оялыу күренде. Үҙҙәренең Низамиға эйәреүҙәренә ғәрләнделәр. Берәүгә лә ҡарамайынса ситкә барып яттым. Илағым бик килде, тик илап булманы. Салҡан ятып күккә ҡараным. Күк аяҙ. Яҡты йондоҙҙарҙың иҫәбе юҡ. Улар минән көлә лә, ҡыҙғана ла кеүектәр. Беҙ ятҡан ерҙән алыҫ түгел урында шишмә аға, уның таштарға бәрелеп, көсһөҙ генә сылтырағаны ишетелә. Ул да минең туралағы ғәйбәтте алыҫҡа алып китә кеүек.
Егеттәр инде Низамиға бәйләнә башланылар:
– Бөтә этлектең башы һиндә, ғүмергә һинең эшең кешенән көлөү.
Низами уларға бирешергә теләмәй:
– Балауыҙҙар, бигерәк тиҙ эреп киттегеҙ. Хәҙер үҙҙәренең ни ҡыланғандарын онотҡандар. – Йоҡланылармы, былай ғына тындылармы, бер аҙҙан бөтөнләй тауыштары сыҡманы. Ә мин йоҡлай алманым.
Таң һыҙылғас, урынымдан торҙом да аттарҙы барып алдым. Шишмәгә барып эсерҙем һәм өйгә алып киттем. Бик яй ҡайттым, минең баштағы уйҙар ауыр ине. Йырларға теләнем, күкрәк ҡыҫылды, йырлап булманы.
Мәзин еҙ ҡомғанын тотоп тәһәрәт алырға, Сәрби аҡ күнәге менән һыйыр һауырға сыҡҡан. Мәзин көндәге ғәҙәте менән күккә ҡарап, бөгөн һауаның нисек буласағын билдәләгәс:
– Бөгөн, – тине, – көн елһеҙ ҙә, аяҙ ҙа буласаҡ, Әсҡәп битләүендәге туғайҙы сабырға китерһегеҙ.
– Юҡ, – тинем, – мәзин ағай, мин һеҙҙән китәм. Минең тейеш булған иҫәбемде өҙ.
– Нисек? Нимә? – Мәзиндең ҡулынан ҡомғаны саҡ ҡына төшөп китмәне. Мин аттарҙың йүгәндәрен һыпырып лапаҫ аҫтына ҡыуҙым, унан уға яҡын килмәйенсә генә:
– Эйе, хеҙмәт итмәнем түгел, иттем. Үлгәнсе кеше ҡулында ҡалып булмаҫ бит инде. Инде минең менән иҫәпте өҙөгөҙ.
Тап ошо ваҡытта Сәрби, һыйырҙың имсәгенән ҡулын алмайынса, миңә ҡарап ҡатып ҡалғайны.
– Кемгә китәһең? – Мәзиндең икенсе һорауы шул булды.
– Бер кемгә лә түгел, күҙ ҡайһы яҡҡа тиһә, шунда. Илдә сыпсыҡ үлмәй, миңә насип булған аҙыҡ бөтмәҫ әле.
Тәһәрәт ярты юлда өҙөлдө, мәзин урынынан торҙо, ауыҙ сайҡарға тип уртлаған һыуын йотоп ебәрҙе, ахырыһы.
– Бына һиңә кәрәк булһа, алланың аяҡлы ҡазаһы. Биҙғәт тамаҡ, тамуҡта тәртешкә булғыры. Мин һине ҡыш буйына икмәк сереттереп ашатып сығарайым, да, бөгөн бесән эше, ураҡ өҫтө килеп еткәс кенә, ана һиңә аҡ юл, тип сығарып ебәрәйем икән. Аҡылың алтындан үргәнме әллә һинең?
– Инде, – тинем, – мәзин ағай, бесәнен дә саптым, игенен дә иктем. Мине эшләмәне, бушҡа икмәк ашаны тимәҫһең. Тотһаң, әйҙә хаҡымды тотоп ҡал. Иҫәп был донъяла өҙөлмәҫ, теге донъяла. Мин китәм.
– Аҡса һиңә тағы ла, ахмаҡ. Зиндик (динһеҙ) бит, иманһыҙ хәшәп (ағас), үҙеңдән тейә һинең.
Мәзин асыуынан бер нәмә лә әйтә алманы. Ҡулының һырты менән доға ҡылды ла яртылаш алынған тәһәрәте менән өйгә инеп китте. Минең өсөн был ләғнәт, был ҡарғауҙарҙың ике тинлек тә ҡурҡынысы юҡ. Мин үҙ тормошомдоң бынан да насар, бынан да зәһәрле буласағын белмәйем. Бер генә ерем дә ауыртманы, һыҙламаны. Ҡайҙа ғына барһаң да, барыбер шул уҡ болот аҫты түгелме ни? Мин был бысағын ашаған һарандан нимә булһа ла көтмәй инем. Ҡайһы саҡта: “Яҡшы хеҙмәт итһәң, үҙеңә кәләш алып бирермен”, – ти торғайны. Бының да ысын вәғәҙә түгел икәнен беләм. Бөгөн иҫәп һорауым да уның булыуына ышанғандан түгел, ятып ҡалғансы, атып ҡалыу ғына ине.
Сәрби һөт менән тулған күнәген тотоп, эргәмә килде. Хәҙер уға ҡарап торам, мин унан байтаҡ ҡалҡыуланғанмын.
– Китәһеңме ни? – тине ул. Башҡа һүҙ әйтмәне, һул ҡулы менән алъяпҡысын күтәрҙе, ләкин күҙенә килтереп еткермәне. Күҙендә йәш юҡ, шулай ҙа был уйынсаҡ күҙҙәр моңайғандар, минең китеүҙән ризаһыҙлыҡ күрһәтәләр. Ҙур ишек алдында ҡалдыҡ. Бәлки, шунда мин уны ҡосаҡларға, тегеләйерәк итеп хушлашырға тейеш булғанмындыр. Тик булдырып булманы. Әллә ҡурҡтым, әллә ҡаушаным инде.
Ишек алдына, сүкелгән салғы тотоп, Сәйет ҡарт килеп инде.
– Хуш, Сәйет бабай! – тинем, – мин китәм инде. Миңә асыуланып ҡалма.
Был һүҙ Сәйет ҡартҡа әйтелһә лә, Сәрби үҙенә әйтелә тип уйланы, ахыры: ҡапыл боролдо ла бәләкәй өйгә инеп китте. Сәйет ҡарт бер һүҙ ҙә өндәшмәй торҙо. Салғыларын келәт стенаһындағы тырма тешенән ҡағылған сейгә элгәс кенә:
– Шулай инде, – тип ҡуйҙы.
“Шулай инде”нең мәғәнәһе нимә: “Китәһең инде”ме, “алама инде”ме, “яҡшы инде”ме – белмәнем.

V
“Был ауылдан да китте егет”, – тип ҡуйҙым эстән генә. Был һүҙҙе әйткәндә, мин ауылдан сыҡҡайным инде.
Ҡояш яҡшы уҡ күтәрелде. Юл буйындағы үләндәр ысыҡ менән йылтырайҙар. Ер өҫтө дымлы, һулышты ниндәйҙер хәл индергес һауа менән алам. Буҙ турғайҙар, бик бейек күтәрелеп, иртәнге йырҙарын йырлайҙар. Әйтерһең, улар миңә Сәйет, Сәрби әйтә алмаған хушлашыу сәләмдәрен әйтәләр. Теге “шулай инде”не мин ауылдан китмәҫ борон әйтеп ҡалырға тырышалар.
Был ауылға ҡараған емерек күпергә килеп инеү менән ҡабаттан боролоп ҡараным: шул уҡ ауыл. Бер нисә йыл элек, мин килеп ингәндә, усаҡ эсенә инеп йоҡлаған саҡтарҙа нисек булһа, әле лә шулай. Исмаһам, ауылды үҙгәртеү өсөн тырнаҡ менән дә сиртелмәгән. Шул уҡ бөкөрө өйҙәр, салыш аҙбар, көл убалары, әремле канауҙар, ҡыҙыл балсыҡлы кирбес баҙҙар. Өс-дүрт кенә йәшел башлы өй, өҫкә һуҙылғанын үҙе лә белмәгәндәй торған манара.
Ни нәмәм генә ҡалды һуң минең бында? Ҡайһы саҡта күргән матур төштәрҙән башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Ул төштәр ҙә, әллә ҡасан тартылған тәмәке төтөнө кеүек, юғалғандар. Меҫкен булып килдем, меҫкен булып йәшәнем һәм биш йыл хеҙмәт өсөн мәзиндең ҡул һырты менән ҡылған доғаһын алып киттем. Хәйер, Сәрби генә бер аҙ йылы ҡараш биреп ебәрҙе. .
Бик алыҫ китермен, ҡабаттан был ауылды бер тапҡыр ҙа күрмәм, тип уйлағайным. Булманы. Күрәһең, донъя гиҙеү өсөн минең аяғым ҡыҫҡа. Ауылдан биш саҡрым киткәс, Холодковский баярының утары күренде. Әлим менән һаулашайым, тип шунда боролдом.
Әлим аҙбарҙа теге пар юрғаларҙы һабын менән йыуып йөрөй ине. Мине күреүгә ҡыуанып китте:
– Нисек был ваҡытта мәзинең ебәрәһе итте?
Минең эргәгә үк килде, күрешмәне, буғай (ундай ғәҙәт, хәтеремдә ҡалыуынса, беҙҙә булмай торғайны).
– Теләмәгәйне лә, ни эшләһен.
Был яуаптан ғына бер нәмә лә аңламаны ул, тик минең килеп сығыу өсөн ҡыуанып ҡына йылмая ине.
– Нимә, толком ғына һөйлә. Әллә атай ҡартҡа берәй нәмә булдымы?
– Киттем, – мин әйттем, – мәзинде ташланым. “Киттем” һүҙе уны аптыратты (ул үҙе – китә алмай йөҙәүсе).
– Киттем, ҡайҙа бараһың?
– Күҙгә ниндәй юл сағылһа, шунда табан.
Әлимдең мине ебәргеһе килмәне.
– Һин ошонда тороп тор әле! – тине һәм әллә ҡайҙа ғына йүгереп барып килде:
– Көтөүселеккә урын бар, инәһеңме? – тине.
Минең теләк мәзин йортонан кәмендә йөҙ саҡрым ситкә китеү ине. Шулай ҙа Әлимдең ялыныуы менән тороп ҡалдым. Ул көндө тауыҡ ояһын таҙартырға ҡуштылар. Иртәгеһен таң менән, утарҙа хәрәкәт бик көсһөҙ саҡта, һарыҡ көтөүен яланға алып сыҡтым.
Был яҡшы эш булып сыҡты. Көнө буйы бер үҙем тиерлек. Үҙем теләгән йырҙарҙы теләгәнсә йырлайым. “Р” өнө бармы, юҡмы, уны ҡарап тормайым. Рәхәт икән үҙ телендәге бөтә байлыҡ менән эш итеү. Көн уртаһына ғына һыйыр көтөүселәр килеп сыҡтылар. Уларҙың береһе Архип исемле рус ҡарты. Икенсеһе Малдыбай тигән ҡаҙаҡ малайы. Бер-беребеҙҙең теле бер-беребеҙгә таныш түгел тиерлек. Төрлө ерҙән өҙөп-йолҡоп, тел етмәгәндә, ҡулды бутап, ер өҫтөнә сыбыртҡы һабы менән һыҙыҡтар һыҙып аңлашабыҙ шунда. Минең телдәге зәғифлекте лә һиҙмәйҙәр улар.
Уларҙан башҡа кешеләргә ҡатнашып булмай. Кисен арып ҡайтаһың, таң менән сығып китәһең. Әлимде лә бик һирәк күрәм. Ҡайһы саҡта ул үҙе мин йоҡлаған ергә килә. Үҙ тормошонан зарлана.
– Һалдатҡа китеп булманы, исмаһам. Бындай хурлыҡта йөрөлмәҫ ине, – ти. – Һөйләүҙәренә ҡарағанда, – тип өҫтәп ҡуя тағы ла, – унда ла шул уҡ мыҫҡыл, унда ла шул уҡ хурлау икән дә... Һәр хәлдә инде бер эшкә ашмаған ҡылансыҡ, сиңерткә кеүек ҡыҙға олтан булып йөрөү түгел инде. – Әллә нисек көндәр шулай аҡтылар ҙа киттеләр. Бөтә нәмә яңы эҙгә, киләсәге күренмәгән, аңлайышһыҙ бер юлға төштө лә китте. Бындай мәғәнәһеҙ йәшәүҙән ҡотолоу теләге башҡа ла килмәй.
Тирә-яғымды кешеләр түгел, һарыҡтар ҡаплап алды. Уларға ҡарап ҡыуанып та, ҡайғырып та булмай. Арттарынан тын ғына йөрөйөм дә йөрөйөм.
Бер көндө, әллә ни эшләп иҫкә төшөп китте лә, “р” өнө өҫтөндә эшләй башланым. Донъяла, егеттәр, мөмкин булмаған нәмә юҡ икән. Телде төрлөсә ҡуйып, тауышты төрлөсә маташтырып ҡарай торғас, килде лә сыҡты бит “р” өнө. Был һис көтөлмәгәндә, төштә күргән кеүек тә түгел, бына тоҡтомалға күктән килеп төшкән кеүек булды. Йылдар буйына эҙләгәнемде таптым. Дөрөҫ, башҡа кешеләрҙеке кеүек үк асыҡ түгел, шулай ҙа сыға. Ҡысҡырып, бөтә яланды яңғыратып йырлап ебәрҙем.
Белмәйем, минең был шатлығым, был кисерешем бөтә кешегә лә аңлашылырмы? Минең өсөн ҙур булды ул. Хәйер, шатлыҡ күреп өйрәнмәгән кешегә бик бәләкәйе лә етә торғандыр инде.
Бер генә нәмә насар: шул шатлыҡты барып һөйләргә кеше юҡ. Әлим байҙың ҡыҙы менән Ырымбурға китте. Унда улар байтаҡ торасаҡтар. Ул ҡайтҡансы, кемгә һөйләргә? Һыйыр көтөүселәргә мин быны аңлата алмайым, улар аңлай ҙа алмаясаҡтар. Шуға күрә мин, “р” өнлө йырҙар менән эстәрен генә күпертәм...
Хәҙер теләһә кем алдында булһын, минең алда эркелеп йөрөгәндәрҙе “бөскәй” тип түгел, ауыҙ тултырып, ырылдатып килтереп “һаррыҡтар” тип әйтәсәкмен. Хәҙер инде: “Һарыҡтарҙың бөтәһе лә ҡороға һимермәйҙәр. Уларҙы нығыраҡ ҡараһаң, һәр береһенең ҡарталарында май эркелер”, – тип әйтә алам.
Их, хәҙер туғайҙа ҡуна йөрөгәндә ҡанға тоҙ һипкән теге йәмшек танау Низамиҙың ҡолаҡ төбөнә барып ырылдайһы ине.
...Көндәр шулай үттеләр. Мин бер нәмә өҫтөндә ныҡ эшләүҙең нимә икәнен ныҡ төшөндөм. Тик тырышлыҡ ҡына кәрәк. Башҡаһын булдырып була икән.
Тирә-яҡтағы беҙҙең ауылда ла ҙур үҙгәрештәр булды. Революция ялҡыны беҙҙең ауылды ла уратып алды. Ауылға ҡыҙылдар килделәр. Әлимдәр ауылында сход булды:
– Кемдәр беҙҙең менән доброволь булып китә? – тинеләр. Бик күп егеттәр яҙылды. Әлим дә үҙ исемен ҡысҡырҙы. Ә мин Низамиҙарҙың ҡолаҡтарын ярырҙай тауыш менән:
– Красный Армияға беренсе итеп яҙ! – тип ҡысҡырҙым.
1940.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: