Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
2 Апрель 2022, 20:25

Ҡартайған көндә аятта осрашырға тура килде

Кире сығарманы! Күҙҙәре сытырая-сытырая ашын ашап бөттө был. «Уф, ашап та арыта шул... Килен, ашың бик тәмле булды», – тигән булды, бахырың.

Ҡартайған көндә аятта осрашырға тура килде
Ҡартайған көндә аятта осрашырға тура килде

«Тау менән тау осрашмаһа ла, кеше менән кеше осраша» тигән әйтем бар. Ҡасандыр, күңелде ҡалдырған кеше менән ҡартайған көндә аятта осрашырға тура килде миңә.

Һикһәненсе йылдарҙа район үҙәге Асҡарҙа Хатип Баймырҙин (күптән мәрхүм инде) менән участковыйҙар булып эшләйбеҙ. Беҙҙең кабинет ике ҡатлы ағас йортта (хәҙер унда ауыл хужалығы идаралығы — яңы кирбес бина), өҫкө ҡатта ауыл советы, хәрби комиссариат, аҫҡыһында ДОСААФ.

Район советы һәм КПСС-тың, комсомолдың район комитеттары юл аша ғына. Бер ваҡыт миңә комсомол комитетының икенсе секретаре һәм бер инструктор килеп инде. Улар өндәшмәй генә стеналағы плакаттарҙы, стендтарҙы ҡарап сыҡты. Сейфтың өҫтөндә табаҡ бит ҙурлығындай «Аятел көрси»не элеп ҡуғайным. Эй, былар шуға бәйләнә башланылар бит. «Һин комсомол бит, ищу бюро ағзаһы! Башҡаларға дурной пример показываешь... Алып ташла, хәҙер үк, иш-щу Лениндың эргәһенә ҡуйып ҡуйғанһың», — тип бәйләнде икенсе секретарь. «Бюроға ҡуйып тикшерергә кәрәк был эште, ҡаты яза бирергә кәрәк!» — тип хупланы инструктор. Шул арала замполитым Нафиҡ Ғиниәт улы Хәмитов (бик һәйбәт кеше булды ул, ауыр тупрағы еңел булһын инде) килеп инде. Былар, уға ла хәбәр итеп, бында килергә саҡырғандар икән. Ул «Аяте көрсигә» текләп ҡарап торҙо ла «Ҡалай матур эшләнгән, яҙыуҙары ла ап-асыҡ», — тимәһенме. Ул миңә өгөт-нәсихәт уҡып торманы: «Һеҙ егеттәр юҡ менән булаһығыҙ, башҡа серьезный эшегеҙ юҡмы ни? Был Багаувтың үҙенең эш урыны, яланғас бисәләр һүрәтен элмәгән бит. Унда нимә яҙылғанын уҡый алаһығыҙмы? Юҡ, бына бит... Бәлки, унда участковыйҙарға ғәрәпсә инструкция яҙылғандыр. Мин беләм нимә яҙылғанын, уныһы секрет. Давай, һеҙ милиция эшенә ҡыҫылмағыҙ. Дингә ышаныу ғәйеп түгел. Бына мин коммунист булһам да, Аллаһы тәғәләгә ышанам. Уставта коммунисмы, комсомолмы Аллаға ышанырға тейеш түгел тигән, кәнкрит указание юҡ. Устав ул беҙҙең үҙ-үҙебеҙҙе тотоу ҡағиҙәләре; ә йөрәгебеҙ беҙҙең алланыҡы булырға тейеш», — тип, тегеләрҙе аптыратып сығарып ебәрҙе.

Шулай итеп Нафиҡ Ғиниәт улы мине яҡлап алып ҡалды. Әлбиттә, бюро ағзаһы булараҡ, мин ултырыштарға йөрөнөм. Теге өсәү: икенсе секретарь һәм инструктор миңә бер нәмә лә өндәшмәне, үҙҙәрен бер ни булмағандай тотто.

Тик һуңынан ғына беренсе секретарь инструкторының минең өҫтән яҙған ғаризаһын уҡытты: «Участка инспекторы милиция лейтенанты Мансур Багаув, район үҙәгендә инспектор булараҡ, халыҡҡа тиҫкәре яҡтан өлгө күрһәтә. Кабинетының стенаһында Лениндың портреты янында «Аятел көрси» (дини доға) эленгән...

Мансур Баһаувты район комсомол ойошмаһына тап килтергәне өсөн ҡаты яза: район комитеты бюроһы ағзаһынан сығарырға, Устав буйынса иң ҡаты язаны ҡулланырға...» Тағы әллә нимәләр яҙылған ине, артабан уҡып торманым.

Шул хәлдәрҙән һуң күпме һыуҙар аҡты, күпме ваҡыт үтте. Хәҙер комсомол да, партия ла юҡҡа сыҡҡандар, инде әсәйем мәрхүмә әйтмешләй «советский капитализмда» йәшәйбеҙ. Хәҙер дин тотоуға тотҡарлыҡ юҡ, теләйһең икән мәсеткә йөрө, рәхәтләнеп намаҙҙар уҡы, ураҙа тот — барыһы ла үҙеңдең ихтыярыңда.

Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткәс, теге «атеист» менән аятта осрашырға тура килде. Тегенем мулланың эргәһендә урын алған, мине танып, үҙ янына ултыртты. Мәжлес ғәҙәттәгесә үтте: әрүәхтарға бағышлап доғалар уҡылды, саҙаҡалар таратылды. Элекке «ата комсомол», мулланан һуң икенсе булып, доғалар уҡыны, Ҡөръәнде лә белә. Ғөмүмән, матур итеп уҡый, ҡәһәрең. Бындағылар уны бик хөрмәт итәләр күрәһең, вәғәздәрен ихлас тыңлайҙар, дингә ҡағылышлы һорауҙар бирәләр. Мин уға ҡарап һоҡланып ултырҙым. Шулай ҙа минең күңел төбөндә уға булған асыуым һаҡланған ине.

Эй, матур, аңлайышлы итеп һөйләй, әйтерһең, ғүмере буйы мулла булған. Бишбармаҡ ашағанда ла, сәй эскәндә лә уға һорауҙар яуҙы.

Шул саҡта минең башҡа әллә ҡайҙан бер яуыз уй килде. Тегенең кәсәһенә бер ҡалаҡ тоҙ һалдым. Ул ҡулдарын һелтәй-һелтәй хәбәрен һөйләй, ә мин көтәм тегенең ҡалаҡҡа тотонғанын. Бер ваҡыт һоғондо бит был. Ипләп кенә күҙәтәм: тегенең сырайы һытылып, ауыҙына ҡапҡанын йота алмай, бер нөктәгә ҡарап ултырҙы. Кире сығарманы! Күҙҙәре сытырая-сытырая ашын ашап бөттө был. «Уф, ашап та арыта шул... Килен, ашың бик тәмле булды», – тигән булды, бахырың.

Минең иҫем китеп ултырҙы: бер ни ҙә булмаған кеүек үҙен иркен тотоп, вәғәзен һөйләп кенә ултыра. Хушлашҡанда бергә ултырҙыҡ, байтаҡ һөйләштек. «Һине теге ваҡыт «Аятел көрси» өсөн ҡаңғыртҡайныҡ, үпкәләмәйеңдер ул? Ул саҡта мин комсомол булһам да, күңелемдән хоҙайға ышана инем. Унан партияға инһәмдә шул уҡ, так сказать «коммунист-мулла» булдым инде», — тине.

Мин уға әйтергә һүҙҙәр тапманым, йылмайҙым ғына. Мәжлестә әҙәплелек һаҡлап, башҡаларға һиҙҙермәй бер ҡалаҡ тоҙҙо йотҡан элекке зәһәр комсомолға ҡарата миндә ыңғай тойғолар уянды. «Коммунист мулла»ға ҡарата булған насар хәтирәләр ошо әрүәхтарға арналған мәжлес менән күңелдән юйылдылар.

Мансур БАҺАУВ.

Автор:
Читайте нас: