Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
3 Апрель , 18:50

Енде һыйыр тип алып ҡайтҡанмын

Инәй ҡушҡанса эшләп, кире ҡайтып килгәндә, арттан ишетелгән тауышҡа саҡ әйләнеп ҡараманым.  Бер машина тапап килә, хатта исемемде әйтеп тауыш бирәләр, артта ат, һыйыр тауыштары ишетелә. Хатта  балалар ҡысҡырыша. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, түҙҙем. Ә һеҙ ен барлығына ышанаһығыҙмы? Бәлки, ошондай ғәжәп хәлгә тап булғанығыҙ барҙыр?!

Енде һыйыр тип алып ҡайтҡанмын
Енде һыйыр тип алып ҡайтҡанмын

 Йәйҙе хозурлығына, тәбиғәтебеҙҙең ғәжәп күркәмлегенә һоҡланып, ауыл көтөүен көтөп йөрөйөм. Ауылда гел йәшәгәс, ҡайһы саҡ төйәгебеҙҙең матурлығын иҫкә лә алмайһың икән. Күптән түгел генә Ҡаҙағстанда яғында йөрөп ҡайтҡас, сағыштырырға урын бар. Юҡҡамы ни әүәл-әүлдән илдең төрлө яҡтарынан килгән яҙыусылар Башҡортостанды маҡтап шиғырҙар яҙмаған, һүрәттәр төшөрмәгән. Үркәс-үркәс тауҙар теҙелеп киткән, кәйефте күтәреп, ҡоштар сутылдаша. Егәрле кеше өсөн беҙҙең яҡтағы тәбиғәт үҙе бер хазина бит ул. Ишелеп бәшмәге уңа, еләк-емешен йыйып бөтмәле түгел. Быйыл муйыл ғәжәп уңған. Ҡатыным төшкә тиклем ике биҙрә тиреп алып ҡайтып китте...

          Һыйырҙарҙы ашарға сығарып ебәрҙем дә үҙем сәй эсеп ултырһам, ялан яғында берәүҙең йырлағаны ишетелде. Ир тауышы менән эй моңло итеп йырлай. Ғәжәп,  кем моңлана икән?  Беҙҙең  ауылда ундай йырсы тойолмай. Ҡыҙыҡһынып, яҡыныраҡ барып тыңлайым әле тип, шул яҡҡа ыңғайланым.  Йыр яҡынайғандан яҡыная,  бара торғас, ялан  уртаһында  ҡалпаҡ кейгән йәтеш кенә кәүҙәле, ҡулына таяҡ тотҡан бер бабай йырлап йөрөүен күрҙем.  Тик  күпме генә аңларға тырышһам да, йырының һүҙҙәре аңлашылмай. Бабай миңә иғтибар ҙа  итмәй моңло ғына итеп йырлап китеп барҙы. Үҙен таный ҙа алманым. Ауыл тирәһендә бер-береңде хатта атлауынан танып тораһың бит.

      Аптырап тороп ҡалдым –  йыры ла, көйө лә һаман  ҡолағымда сыңлап тора. Кис еткәс, һыйырҙарҙы  бикләп ҡуйырға  тип йыйнай башланым.  Әммә бер  һыйырым юҡ, ала ғына һыйыр ине. Эҙләй башланым.  Бер ерҙә лә күренмәй. Шул арала ҡайҙа булды икән тип аптырайым. Йөрөй торғас, бер йылға эргәһендә торғанын күреп ҡалдым, ашамай ҙа, сәйер генә тора. Әллә ауырыймы икән?! Ҡараһам, ҡойроғо юҡ!  Бая йөрөгәндә генә теүәл ине. Нимә булған икән? Берәйһе ҡырҡып алып киттеме икән? Улай тиһәң, ят кеше күренмәне. Малҡайҙы һыйырҙар араһына алып барып  ҡуштым.

 

           Иртәгәһенә ләж ауырып киттем, температура төшмәй. Дарыуҙар ашап ҡарайым, файҙаһы юҡ. Аптырағас,  өшкөрөлөп ҡарарға булдым, ауылда  көслө генә өшкөргән инәй бар ине. Кешеләрҙең уға барып дауаланғанын ишеткәнем  бар инем. Ундай-бындай хөрәфәттәргә бик ышанып бармаһам да, башыма төшкәс, киттем.

         Инәйгә көтөүҙәге  хәлде  биргәс, ул:

– Эй улым, малдың бер ағзаһы тулмаһа, уны ҡыуып алып ҡайтырға ярамай, ул ен була. Башҡаса улай итмә, ғаиләңә шуны әйт, ауырыуға әйләнерһең, – тине.  

Инәй доғаларын уҡып, оҙаҡ ҡына өшкөрҙө лә бер әйбер тотторҙо.

– Ошо нәмәне  һыйырҙы тапҡан урынға алып барып ташла. Ҡайтҡанда берүк артыңа боролоп ҡарама.

Инәй ҡушҡанса эшләп, кире ҡайтып килгәндә, арттан ишетелгән тауышҡа саҡ әйләнеп ҡараманым.  Бер машина тапап килә, хатта исемемде әйтеп тауыш бирәләр, артта ат, һыйыр тауыштары ишетелә. Хатта  балалар ҡысҡырыша. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, түҙҙем.

Мин иртәгәһенә һап-һау килеп торҙом.

       – Һуңынан был хаҡта  һөйләгәс, инәй:

        – Әлдә артыңа ҡарамағанһың. Ауырыу булып ҡалыр инең. Башҡаса  ҡойроҡһоҙ, берәй ағзаһы тулмаған малды алып  ҡайтма. Туғандарыңа ла шуны әйт, – тине.

        Ғәжәп был донъя тигәнең!   

Фото:funart.pro   

Байрас НУРЛЫҒАЯНОВ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в