Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
10 Апрель 2022, 14:25

Ҡурҡма, ул минең үҙемдеке түгел!

Шәкәр заводынан командировкаға килгән Сергей исемле бабай һыйырҙар еленен ҡырҡып бәреп торған. Комбинаттан сыҡҡанда урланған еленде, салбар төбөнә һалып, ҡапҡанан алып сыға икән.

Ҡурҡма, ул минең үҙемдеке түгел!
Ҡурҡма, ул минең үҙемдеке түгел!

Элек,СССР ваҡытында завод, фабрика, колхоз-савхозданмы, кем ҡайҙа эшләй, шул ерҙән, нимә булһа ла, урлап алып ҡайтырға тырышрҙар ине. Хөкүмәт етерлек эш хаҡын түләмәгәс. халыҡ урлашырға шул хәтлем өйрәнде.
Бер машина йөрөтөүсе ағай, ”Өйгә. кәрәкмәгән нәмәне булһа ла, урлап алып ҡайтам да, аҙаҡ сығарып ташлайым ,”-тип һөйләп көлгәйне миңә.
Мәрзиә исемле апай, Ташкенттә хрусталь яһай торған, Миконд заводында эшләй ине. Улар хрусталь әҙер булыр алда, спирт менән йыуалар икән!. Мәрзиә апай ҙа, спирттең яртыһына һыу ҡушып, яртыһын өйгә алып ҡайта торған булған.
Ҡапҡала һаҡта торған ағайҙарҙан тотолмаҫ өсөн, кейеп эшләгән резина бирсәткәләренә спирт тултырып, аяҡ араһына бәйләп алып сығалар икән
. Бер ваҡыт, Мәрзиә апай, бирсәткәһенең аяҡ араһында икәнен онотоп, заводтан сыҡҡас та, яңы килеп туҡтаған троллейбусҡа югереп килеп, урындығына ултыра. Ултырыуы була, аяҡ төбөнә бәйләгән бирсәткә шартлай ҙа ҡуя.. Троллейбустың эсе спирт еҫе менән тула. Ултырып барыусылар бер-береһенә ҡарашып, кемдән шулай еҫ килгәнен аңламайынса танауҙарын баҫалар икән. Мәрзиә апай ,осаһы үлтереп әсетһә лә, һиҙеп ҡуймаһындар, тип, ҡайтып еткәнсе түҙә. Меҫкенкәй, осаһы ғына түгел, аяҡ араһын яндырып, ай буйы эшкә бара алмай, өйҙә ятты.
Мин бер ваҡыт, шул хәлде һөйләгәс, миңә тағы ла бер ҡыҙыҡ хәлде таныш Сергей бабай һөйләне.
Был хәл Мәләүез ҡалаһында булған.1975-се йыл ҡоролоҡ булды. Малдарҙы бесән етмәгәнлектән бик күп һуялар ине. Үҙ эшселәре етешмәгәнлектән башҡа организациянан да эшселәрҙе Мәләүездең ит комбинатына командировкаға ебәргәндәр. Шәкәр заводынан командировкаға килгән Сергей исемле бабай һыйырҙар еленен ҡырҡып бәреп торған. Комбинаттан сыҡҡанда урланған еленде, салбар төбөнә һалып, ҡапҡанан алып сыға икән.
Бер ваҡыт оло ғына еленде салбарына тыҡҡан да, Сергей бабай автобусҡа инеп баҫҡан. Элек ирҙәр кейеп йөргән салбарҙар, күберәк төймәле була торған ине. Һыйырҙың бер имесәге бабайҙың салбар тишегенән сыҡҡанын, билет һатыусы ҡатын күреп ҡалған да, ипле генә эргәһенә килеп, «Убери!» ти икән. Бабай имсәкте кире тығып маташҡанда, елендең икенсе имсәге лә килеп сыҡҡан. Элек кеше . нишләптер, кеҫәһендә бәке йөрөтә ине. Был кеҫәһенән бәке алып, имсәктәрҙе киҫеп алғанда, кеҫәһенә һалып ҡуйған . Унан билет һатыусыға ҡарап, ”Ҡурҡма, ул минең үҙемдеке түгел!”-тигәс, билет һатыусы ҡатын ҡурҡышынан аңын юғалтып йығылған .

Ләлә ИҠБАЕВА.

Фото:ferma-nasele.ru

 

Автор:
Читайте нас: