Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
13 Апрель , 22:45

Никахҡа өс көн ҡалғас

Бөгөн килеп үҙем өсөн һығымта яһайым. Бер нәмәне яҡшы аңланым – кейәүгә сығыу өсөн ата-әсәһе булған егетте һайларға кәрәк.

Никахҡа өс көн ҡалғас
Никахҡа өс көн ҡалғас

- Никахҡа өс көн ҡалғас, шылтыратып: “Мин әле быға әҙер түгелмен”, - тине. Башта аңламаным. Шаярта икән, тип уйланым. “Ғаилә ҡорорға бер ҡасан да әҙер булып булмайҙыр ул. Әллә мине ҡурҡмай тип уйлайһыңмы”, - тип шаярттым. Һиңә ниндәй ҡатын булырмын, тип мин дә борсолоам, тинем. Ә ул тағы ла: ”Мин быға әҙер түгел”, - тине. Беҙҙең никах булмай, тип әйтергә теләйһеңме ни, тигән һораумыа ул: “Эйе”, - тине. Был һүҙҙәрҙе уның осрашып, күҙемә ҡарап әйтергә лә көсө етмәне... Тулыраҡ:

Уларҙың никах көндәре лә билдәле ине инде. Бының өсөн никах күлдәге лә алып ҡуйған ине. Һуңғы осрашыуҙа ошоға бәйле әҙерлек эштәре тураһында ла күңелле һөйләшеүҙәр булды. Шундай бәхетле ине ул. Никахтарына ике аҙна ваҡыт ҡалған ине...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең уртаҡ танышыбыҙҙан уларҙың никахы булмағанын ишеттем. Сәбәбен дә белмәйем, тине ул. Ғәжәпләнерлек. Ике аҙна эсендә нимәләр булып бөттө икән? Барыһы ла уның менән булған һуңғы осрашыуҙа асыҡланды.

- Никахҡа өс көн ҡалғас, шылтыратып: “Мин әле быға әҙер түгелмен”, - тине. Башта аңламаным. Шаярта икән, тип уйланым. “Ғаилә ҡорорға бер ҡасан да әҙер булып булмайҙыр ул. Әллә мине ҡурҡмай тип уйлайһыңмы”, - тип шаярттым. Һиңә ниндәй ҡатын булырмын, тип мин дә борсолоам, тинем. Ә ул тағы ла: ”Мин быға әҙер түгел”, - тине. Беҙҙең никах булмай, тип әйтергә теләйһеңме ни, тигән һораумыа ул: “Эйе”, - тине. Был һүҙҙәрҙе уның осрашып, күҙемә ҡарап әйтергә лә көсө етмәне. Минең өсөн иң ауыры был турала атайым менән әсәйемә әйтеү булғандыр. Сөнки минең буласаҡ ирем атайымдың студент дуҫының улы ине. Хәҙер улар кейәүҙәренән генә түгел, дуҫын да юғалтты. Бынан ары улар элеккесә аралашмаясаҡ та инде.

Туғандарыбыҙға никахты кисектерҙек, кейәү коронавирус менән ауырып китте, тинек. Ниңәлер дөрөҫөн әйтергә йөръәт итмәнек. Әллә барыһы ла үҙгәрер, тип уйланыҡмы. Беренсе ике аҙнала хатта илай ҙа алманым. Телефондан ул миңә тағы ла әллә нимәләр әйтте, хәтерләй алмайым. “Торор урыныбыҙ ҙа юҡ”, - тигәнен бер аҙ иҫләйем. Был сәбәп түгел. Ҡуртымға фатир алырға уның хәленән килә. Өҫтәүенә, мин дә эшләйем. Иргә генә ҡарап, һалынып ята торған кеше түгелмен.

Бер айҙан һуң уның ағайы яныма килде. Хәл белергә, тине. Кәрәк булһа телефон аша ла шылтырата ала ине бит. Ҡустыһының Мәскәүгә сығып китеүен әйтте. Бөтәһе менән дә асыуланышып, сығып киткән. Атаһы кеүек... Уның да бит атаһы әсәһенә асыуланып, 3 һәм 4 йәшлек ике балаһын ташлап, сығып киткән. Ни өсөн икәнен бер кем дә белмәгән. Туҡһанынсы йылдарҙа булған был хәл. Әсәйе ул саҡта ирен яҡлап: “Уға янайҙар. Беҙгә насар булмаһын өсөн, тип китте”, - тигән. Минең атайым был хаҡта иҫенә төшөрҙө. Әллә ысын, әллә юҡ, ни өсөн ҡатыны ирен яҡлағандыр, аңлашылмай. Беҙҙең атайыбыҙ ҙа шул хәлгә ҡалһа, шылтыратып хәл белешергә берәй яйын табыр ине. Ә ул киткән дә, юғалған. Атайһыҙ үҫкәс, улар ысын ғаиләнең, тулы ғаиләнең нисек булырға тейешлеген дә белмәй, күрәһең. Әсәйҙәре икеһен дә өләсәйҙәренә тапшырған. Үҙе байрам итергә яратҡан, буғай. Аталарын да күптән үлгәндер, тип уйлайҙар. Ләкин әсәләре үлгәс, ул килеп сыға. Баҡтиһәң, Мәскәүҙә бер ҡатын менән йәшәп ята, уның беренсе никахтан тыуған балаларын көтөшә. Ә бында йәшәгән ғаиләһенең фатирын бүлешергә уйлаған. Үҙе лә килмәгән, кеше ебәргән.

Бөгөн килеп үҙем өсөн һығымта яһайым. Бер нәмәне яҡшы аңланым – кейәүгә сығыу өсөн ата-әсәһе булған егетте һайларға кәрәк. Яратам, тип кенә булмай. Татыу, тулы ғаиләлә үҫкән кеше бер-береһен ҡайғыртып, туғанлыҡ хисе менән тәрбиәләнә. Улар бер-береһен бер ваҡытта ла ауыр хәлдә ҡалдырмаҫҡа тырыша. Ә былар... Атайҙары ике бәләкәс балаһы менән ҡатынын ташлап китә. Ысынында ла минең егетем атаһының юлын ҡыуған килеп сыға бит. Ҡасты! Мине ниндәй ауыр хәлдә ҡалдырыуы хаҡында уйламаны ла! Уйлайым да, йәлләйем мин уны. Йәше лә утыҙҙы үтте. Ғаилә ҡора алырмы ул? Ярай ҙа әле был хәл минең менән никахҡа тиклем булды. Ә саҡ ҡына һуңыраҡ булһа? Мин дә бала менән яңғыҙ ултырып ҡалыр инем бит?

Күңелем һиҙә, мин барыбер ҙә үҙемдең парымды осратасаҡмын. Яратып, яратылып кейәүгә сығасаҡмын. Хәҙер миңә төшөнкөлөккә бирелмәҫкә. Ҡайтанан спорт залына йөрөй башланым. Әҙерәк шөғөлләнеп, нығынып, күңелемде күтәреп, фотосессияға барырға уйлайым. Никах көнөндә фотоға төшөргә тип, ул алдан уҡ фотографҡа түләп ҡуйғайны. Әрәм итмәҫкә бит инде (көлә). Күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ. Эшләп тә йөрөйөм бит инде. Әле водитель таныҡлығы алыу өсөн ДОСААФ-ҡа яҙылдым. Машинаһын да алырмын, Алла бирһа. Тормош дауам итә...

Был ҡыҙыҡай менән булған хәлде ишеткәндән һуң, бер нәмә хаҡында ғына уйлана инем – төшөнкөлөккә бирелеп, кешеләргә ышанысын юғалтмаһын ине, тип. Йүғиһә, уға яңы тормош башларға күпкә ауырға тура килер ине. Әле уның өсөн һөйөнөп бөтә алмайым. Һис шикһеҙ үҙ парын табыр, бәхетле булыр. Ә теге егет? Ир-егет булараҡ, күпкә көсһөҙөрәк булып сыҡты түгелме? Быға атайһыҙ үҫеүе генә сәбәпсеме? Ул да үҙ парын табырмы, өйләнерме? Күңелемдәге һорауҙар кәмемәне, киреһенсә, артты ғына...

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото: oir.mobi


Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в