Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
13 Май 2022, 12:48

Аптыраҡ! Венер ИСХАҠОВ

Йылдан-йыл шулай.

Аптыраҡ!     Венер ИСХАҠОВ
Аптыраҡ! Венер ИСХАҠОВ

Башым етмәй…

Һай, шәп тә инде үҙебеҙ! Эшләйбеҙ! Ҡыйратабыҙ ғына. Быға айырыуса тантаналар ваҡытында, йыл һайын башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһағанда инанабыҙ. 

–Уңыштар тос…

– Былтырғыға ҡарағанда шунса-шунса фатир күберәк төҙөлдө.

– Балалар баҡсалары ла.

– Дауаханалар, поликлиникалар ҙа артығыраҡ.

- Сәсәбеҙ, урабыҙ.

- Мал һаны ишәйгәндән-ишәйә.

- Тик халыҡтың кәмеүе генә хәүефкә һала.

Һәммәһе лә артығы менән! Йылдан-йыл шулай. Әллә шәп, әллә шәп булмағандарҙы  маҡтайбыҙ, бүләктәр тапшырабыҙ, бәғзеләренә маҡтаулы исемдәр тәтей, икенселәре миҙал, орден алып ҡыуана.  

Әммә әле һаман  шуларҙың  береһе лә халыҡҡа етмәүенә ғәжәп итерлек. Уйлап-уйлап ҡарайым да, һис кенә лә башыма һыймай. Фатирһыҙ йөрөгәндәр донъя, балалар баҡсаһына һыу оҙонлоғо сират, дауаханаларҙа урын юҡ. Юҡ, юҡ, юҡ!Аптыраҡ!

Фото: psyfiles.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: