Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
9 Июль 2022, 22:10

Әбдрәхим бисура менән йәшәгән бит

Ошоларҙың барыһын да мулла әйткәнсә эшләй Әбдрәхим һәм шул көндән башлап, ен ҡатын килмәй. Ләкин ике тапҡыр үпкәләп төшөнә инә: “Ниңә улай иттең, мин бит һине ныҡ ярата инем”, - тип күҙ йәштәрен түгеп илаған.

Әбдрәхим бисура менән йәшәгән бит
Әбдрәхим бисура менән йәшәгән бит

Бала саҡтан бисура тураһындағы хәбәр ҡолаҡҡа ныҡлы һеңеп ҡалған. Әсәйем һәм күрше-тирәләге инәйҙәр, ауыҙҙарын яулыҡ остары менән ҡаплап, фәлән әбейгә бисура эйәләшкән икән, тип һөйләй торғайнылар. Беҙгә ишеттерергә теләмәһәләр ҙә, шул бисура тураһында асығыраҡ белге килә ине...
Йылдар үткәс, ҡайнымдар йәшәгән Мәләүез районы Һәргәй ауылында булғанда, көтмәгәндә: «Әбдрәхим бисура менән йәшәгән бит», - тигән хәбәр ишеттем.

 Ул ҡайнымдың туған-ырыуынан булып сыҡты. 1982 йыл Бөрйән яғындағы Кәшәле ауылынан күсеп сыҡҡан. Һәргәйҙән Кәшәлегә 40 саҡрым, унда йәйәү йәки ат менеп кенә уҙырлыҡ юл булған. 1984 йылда беҙ иптәшем менән уның үҙен күреп, асыҡлап һөйләшәйек тип уларға индек. Әбдрәхим аҙ һүҙле булыуына ҡарамаҫтан, барыһын да яйлап һөйләп бирҙе. Ул йылдарҙа был хәбәрҙе Әбдрәхим бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Кеше барыбер аңламаҫ, ышанмаҫ, ә уның үҙен иҫәрләнгән тип әйтерҙәр тип ҡурҡа ине. Әле яңыраҡ улдарым менән Нөгөш буйына ял итергә барғанда, уға инеп, ошо хәл тураһында яҙырға рөхсәт алып сыҡтым. Был юлы ҡаршы килмәне: “Йәшемде йәшәгәнмен, ашымды ашағанмын, балалар ҙа ул ваҡиғанан һуң тыуҙылар, нимә һөйләһәләр ҙә хәҙер ҡурҡмайым”, - тине.
Хәл былай булған. Ямаш менән Ғәлиәкбәр ауылдары янында ике ҡалҡыулыҡ араһынан Арыҡтай тигән йылға ағып ята. Ошо соҡорлоҡтан һәр бер кеше ҡурҡыуһыҙ үтмәй. Бында төрлө хәлдәр булғылай, ҡайһы берәүҙәргә ендәр күренгән. Әбдрәхимгә уны 3 тапҡыр күрергә тура килә. Беренсе тапҡыр күҙгә күренмәй, ә аттың ҡамыт-дуғаһы үҙенән-үҙе сиселеп китә, ат сығынлай, алға бармай, йөктө ырғыта. Әбдрәхим һүгенеп, сыбыртҡы шартлатып, күп мәшәҡәттәр менән соҡорҙо үтеп китә. Икенсе тапҡырында ла ен күренмәй генә ҡурҡыта. Өсөнсө мәртәбә Әбдрәхим күрше егетенә кәләш яусыларға икенсе ауылға бара. Ҡунаҡтар гөрләшә башлағас, мин бында ни эшләп ултырырға тейеш, өйҙә эш күп тип, эңерҙә һыбай ҡайтыра сыға. Теге соҡорҙа аттың йүгәндәре сиселеп китә лә, Әбдрәхим алдына бер һын пәйҙә була. Оҙонлоғо менән атҡа менгән кешегә тиңдәш, маңлайында бер генә күҙ. Көләпәрә кейгән, ти. Эргәһендә бер йәш ҡатын тора икән. Шулай ҡапма-ҡаршы бер-береһенә ҡарап тора биргәс, улар юғала. Әбдрәхим атын йүгәнләп алға китә. Әммә бының менән генә бөтмәй, иң ҡурҡынысы аҙағыраҡ була. Ошонан һуң күп ваҡыт та үтмәй беҙҙең герой өйләнеп, типһә, тимер өҙөрлөк ир була. Уның әле балалары булмай.

Бер ваҡыт эңер төшкәс Фәриҙә күршеләргә кис ултырырға китә. Шул саҡта Әбдрәхим янында теге ваҡыт соҡорҙа күргән ҡыҙ пәйҙә була. Беҙҙең ауылдағы бер ҡатынға оҡшап тора, ти. Үҙенең яратыуы тураһында һөйләй, исемен Мәрсилә тип таныштыра. Мин дә уны шунда уҡ оҡшаттым, ти Әбдрәхим. Нисек кейенгән ине ул, тип һораным. Бик еңел сарафанда һәм башына көләпәрә кейгәйне, тине ул. Шул көндән алып ҡатыным юҡта Мәрсилә гел килә башланы. Ҡыш көндәрендә лә, һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, өшөнөм тип еңел кейемендә килгән. Ул ишектән инмәй, ә өйҙөң мөйөшөнән ингән кеүек була. Үҙемдең ҡатындан һыуынып бөттөм, тик Мәрсиләнең килгәнен һағынып көтә инем. Тәндәре нисек, кешенеке кеүекме, тип ҡыҙыҡһынам. Эйе, кешенеке кеүек, ләкин бик йомшаҡ, һөйәге бар, терһәктәре менән терәлә, ти.

Ике йыл үткәс ҡыш көнө Фәриҙә менән икеһе ике атта һыбай Кәшәленән Һәргәйгә төшөп килгәндә, Әбдрәхимдең аты туғарылып китә лә бара. Шул ваҡыт урман ситендә Мәрсиләне күреп ҡала, ҡулында бала. Еңел кейенгән, ти. Ул: “Атың өсөн ҡурҡма, уны фәлән ауылда туғандарың алып инәсәк”, - ти. Фәриҙә арттараҡ килгән була. Ул Әбдрәхимдең бер ҡатын менән һөйләшкәнен ишеткән, ә ҡатынды күрмәгән. Ни эшләп атыңды ебәр¬ең, тот, тип ҡысҡырам, ти Фәриҙә. Ә атты, ысынлап та, Әбдрәхимдең Сауҡа ауылын¬да йәшәгән Миниямал апаһы күреп, сығып ала.
Шулай өс йыл осраша былар. Ҡайһы ваҡыт ҡатыны өйҙә саҡта ла килә башлаған бисура. Фәриҙә лә һүҙгә ҡушыла: “Айырым йоҡлайбыҙ, кистән ишекте үҙем бикләп инеп ятам, өйҙә башҡа кеше юҡ. Тик төндәрен ирем ятҡан урындыҡтан төрлө сәйер тауыштар ишетелә ине. Мин аптырап бөттөм”, - тип һөйләй. Өс йылдан һуң Фәриҙәнең түҙемлеге бөтә, тауыш ҡуптара башлай. Әбдрәхимгә хәлде һөйләп бирергә тура килә. Был хәбәр тиҙ арала ауылға тарала. Шунда берәү, Ямаш ауылдағы Уйылдан муллаға күренергә ҡуша. Әбдрәхим муллаға килеп хәлде һөйләп бирә. Мулла өшкөргәс, уға: «Размеры яҡынса 10хЗ сантиметр ете киҫәк ҡағыҙға ен ҡатындың исемен яҙып, ҡайтҡас мейескә ут яғып ырғытырға, ҡайтҡанда икенсе юл менән ҡайтырға, артына боролоп ҡарамаҫҡа ҡуша. Ошоларҙың барыһын да мулла әйткәнсә эшләй Әбдрәхим һәм шул көндән башлап, ен ҡатын килмәй. Ләкин ике тапҡыр үпкәләп төшөнә инә: “Ниңә улай иттең, мин бит һине ныҡ ярата инем”, - тип күҙ йәштәрен түгеп илаған. Шунан һуң Әбдрәхим ҡатыны менән матурлап тороп алып киткән. Дүрт бала атаһы: ике ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Хәҙер уға - 62 йәш. Пенсияла. Иҫән һау. Ауылдаштарына йорт төҙөшөп йөрөй.
Иҫкәрмә: Ҡөрьәндә ендәр тураһында айырым сүрә бар, башҡа сүрәләрҙә лә килтерелгән. Хәҙистәр ҙә күп. Әр-Рахмән сүрәһенең 55-56-сы аяттарына Ибн Тәймийә былай тип аңлатма биргән: ”Кеше менән ендең үҙ-ара никахлашыуы мөмкин. Һәм был никахтан балалар ҙа тыуыуы бар. Бының кеүек хәлдәр бихисап”. Ғалимдар ен менән никах ҡылыуҙы тыйғандар.
Хәҙис: “Бисмилләһле өйҙә енгә урын юҡ”.

Зәйтүнә Көҫәпова.
Фото: Pinterest

 

 

Автор:
Читайте нас: