Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
6 Август 2022, 19:00

Был кеше “ағыулы"

 “Ағыулы” кеше һеҙҙә тиҫкәре хис-тойғоларға ҡотҡо һала. Шуға күрә бар көсөгөҙ менән һалҡын ҡанлылыҡты һәм рухи тыныслыҡты һаҡлағыҙ. Уға хистәрегеҙҙе күрһәтмәгеҙ.Әйткәндәй, һеҙгә шундай кешеләр осрағаны бармы? Булһа, уларҙан нисек ҡотолаһығыҙ? 

Был кеше “ағыулы"
Был кеше “ағыулы"

 

– Кисә магазинға барһам, тағы әйбер ҡыйбатланған. Кит, халыҡты ҡырып бөтөрөргә уйлайҙарҙыр ул.

– Ҡасан әҙәмсә йәшәй   башларбыҙ икән?

– Бөгөн анауҙы күрҙем, йән көйҙөрөп әллә нимә кейеп алған! Атҡа септә япҡандар тиерһаң!

Осрашҡан һайын зарланған, мәңге риза булмаған, гел кемделер әрләгән кешене, моғайын, осратҡанғыҙ барҙыр. Улар менән аралашҡандан кәйеф төшә, хәл бөтә, тормоштоң ҡара яҡтары ғына күренә башлай. Уның был ғәҙәтенән һинең дә донъяң төҫһөҙләнә, ҡулға эш бармай... Тимәк, һеҙҙең танышығыҙ – “ағыулы”, “зарарлы” кеше. Ярай ҙа ул осраҡлы таныш йәки бер тапҡыр ғына осрашҡан кеше булһа. Ә ундай хәүефле әҙәм менән йыш аралашырға тура килһә! Был осраҡта нимә эшләргә һуң?

Иң беренсе “ағыулы” кешеләрҙең ниндәй булыуын асыҡлап үтәйек. Бында шәхсән үҙегеҙгә оҡшамаған, күңелегеҙгә ятмаған кешеләрҙең барыһын да индереү хата буласаҡ. “Ағыулы” кешеләр бәйләнсек, үҙ һүҙле булалар, уларҙың тормошонда барыһы ла насар, гел һуҡраналар, тормоштарына зарланалар, үҙҙәрен гел хаҡ тип уйлайҙар, бик оҫта итеп себендән фил яһап ғауға ҡуптарырға һәләтлеләр, йәлләүҙең, мәрхәмәтлектең, нимә икәнен белмәйҙәр. Улар һәр ваҡыт тирә-йүндәгеләрҙе ғәйепләйҙәр, кире кисерештәрҙән ләззәт алалар.

Бындай кешеләрҙең ҡорбаны булмаҫ өсөн, беренсе сиратта, уларҙан мөмкин тиклем йырағыраҡ торорға кәрәк. Шулай ҙа был вариант һәр ваҡыт тап килмәүе лә ихтимал. Шуға күрә иң яҡшыһы – ундайҙар менән аралашыуҙы дөрөҫ итеп төҙөргә кәңәш бирә психологтар. Үҙеңдә уларҙың ағыуына ҡаршы тора алырлыҡ иммунитет булдырырға кәрәк.

– Ундай кеше менән аралашыуҙы мөмкин тиклем кәметегеҙ. Шәхси киңлегегеҙгә индермәгеҙ, үҙегеҙгә оҡшамаған темаларҙы, зарҙарҙы, тәнҡитте туҡтатырға өйрәнегеҙ.

– “Ағыулы” кеше һеҙҙә тиҫкәре хис-тойғоларға ҡотҡо һала. Шуға күрә бар көсөгөҙ менән һалҡын ҡанлылыҡты һәм рухи тыныслыҡты һаҡлағыҙ. Уға хистәрегеҙҙе күрһәтмәгеҙ.

– Ундай кешегә үҙегеҙ, проблемаларығыҙ, сәләмәтлегегеҙ, ғөмүмән, шәхси темалар тураһында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ. Уға үҙегеҙгә ҡаршы “ҡорал” бирмәгеҙ.

– Ваҡытында берәр сәбәп табып, уның янынан китергә ашығығыҙ.

– “Ағыулы” аралашыуҙың йоғонтоһон бөтөрөү өсөн үҙегеҙгә оҡшаған , нервыларығыҙҙы тынысландыра торған берәй шөғөл табығыҙ.

Айгөл ВӘЛИЕВА.

tr.pinterest.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: