Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
6 Август , 10:55

Һөйгәнем ауырлы килеш ҡаршы алды

Теге яҡтан: “Кем ул?” – тип һораны таныш, яғымлы тауыш. Мин: “Старшина Пушкин!” – тип ҡысҡырҙым. Кинәт ишек асылып китте... Алдымда йөҙөн һипкел баҫҡан, ҙур ҡорһаҡлы: “Яратам... Көтәм... Һа-ғындым...” – тип аҙна һайын хаттар яҙған һөйөклөм тора ине...

Һөйгәнем ауырлы килеш ҡаршы алды
Һөйгәнем ауырлы килеш ҡаршы алды

Хушлашыу

6 май 1977 йыл Хәлил урта мәктәбендә етенсе класта дәрес үткәрәм. Бер ваҡыт, һис көтмәгәндә, спорт-залға мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Сәмсинур Нуритдин ҡыҙы килеп инде лә ишек янында ҡатып ҡалды. Мин уҡыусылар менән булашам, ә ул сәйер ҡарашы менән тексәйеп торҙо ла әйләнеп сығып китте.

Бына бөтә мәктәпкә яңғырап ҡыңғырау шылтыраны, мин, ғәҙәттәгесә, уҡытыусылар бүлмәһенә ашыҡтым. Унда мине коллегаларым һәм мәктәп директоры ҡаршы алды. Шунда ғына Сәмсинур Нуритдин ҡыҙының сәйер ҡыланыуының сәбәбен аңланым. Мәктәп директоры Әмир Манап улы Шөғөровҡа военкоматтан шылтыратып иртәгәһе көнгә миңә армияға китергә икәнен әйткәндәр икән.

Дәрестәр бөткәс, бөтә мәктәп линейкаға баҫты. Рәттәрҙә “шылт” ит-кән дә тауыш юҡ… Бөтәһенең дә: уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да күҙҙәре миңә төбәлгән. Сығыш яһаусылар нимә һөйләгәндәрҙер, инде иҫләмәйем, ләкин ундағы эске кисерештәрем ғүмеремдә тәүге һәм һуңғы тапҡыр булғандыр. Уйҙар буталышып йөрәкте әрнетеп һыҙлата. Ике йыл буйына ҡәҙерле, яҡын булып өлгөргән алтынсы класс уҡыусыларым күҙҙәренә йәш тығылып, өнһөҙ ҡалған. Хәҙер улар, атай-әсәй булып, балалар үҫтереп, ҡайны-ҡәйнәләргә әйләнһәләр ҙә һәр ҡайһыһы ҡыҙыл галстуклы уҡыусы булып күҙҙәрем алдында.

Өфөлә

Баш ҡалаға иртә менән барып еттек. Оҙатыусыбыҙ Ишбулат ағай, беҙҙе документтарыбыҙ менән бергә йыйыу пунктына илтеп тапшырып, һәр-беребеҙҙең ҡулдарыбыҙҙы ҡыҫып хушлашып ҡайтырға сыҡты.

Донъяла көтөүҙән дә ауыр нәмә юҡ икәнен бында ғына аңланым мин. Көн оҙон, казармаға йоҡларға ғына индерәләр. Май ҡояшы аяуһыҙ ҡыҙҙыра, ә күләгәле урындар юҡ. Һәр кем үҙен саҡырғанды көтә. Бейек ҡапҡа асылып, ябылып тора, берәүҙәр хеҙмәт итеү урындарына китә, икенселәре улар урынына килә.

Мин аптырап торманым, ҡойманың тәпәшәрәк урынын таптым да, ҡалаға сығып йөрөнөм. Баш ҡаланың үҙәген арҡырыһынан буйына йөрөп сыҡтым. Көн үткәне һиҙелмәйҙә ҡала ине.

Бер ваҡыт төн уртаһында беҙҙе, йөҙҙән ашыу егетте, уятып казарма-ның икенсе ҡатына коридорға теҙеп ҡуйҙылар. Алдыбыҙға бер капитан һәм ике сержант килеп баҫты. Офицер эшлекле генә тамаҡ ҡырҙы ла һүҙ башланы:

  • Так, бойцы, будущие защитники Родины! У нас в команде не комплект, короче, троих не хватает, кто хочет в ВДВ – шаг в перед! – тип команда бирҙе. Ундай мөмкинлекте кемдең генә ебәргеһе килһен инде, бөтәһе лә аҙым яһаны. Капитан тағы тамаҡ ҡырҙы ла: “Нам не сто пятьдесят, а троих надо! Ладно, сами будем выбирать, Саша, начинай!” – тип бер сержантына бойороҡ бирҙе. Уныһы бер аҙ тапанып торҙо ла сафтың уң яғынан “выбирать” итә башланы. Тос йоҙроғо менән түшкә һуға ла “Слабак… Плохой товар...” – тип икен-сегә күсә. Егеттәрҙең ҡайһылары осоп барып төшә, йә бөгөлә. Сират миңә лә килеп етте. Исем, шәрифемде әйтеп өлгөрҙөм, теге миңә һәйбәт кенә “ултыртты”. Мин бер-ике аҙым артҡа сиктем. Сержантына эйәреп килгән капитан: “Сашок, а ну повтори-ка, вроде крепкий” – тип тегенеһен һөсләне. Был юлы көслө һуғыуға, түштең ауыртыуына сыҙаманым, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, тегенең ҡолаҡ төбөнә ҡундырҙым. Артҡа сигенеп китте, әммә ҡоламаны, ҡәһәрең. Шунан теге күҙҙәрен аҡайтып миңә килә башлағайны, янындағы капитан уны: “Не надо, Сашок, такой нам не нужен, слишком психованный…” – тип туҡтатып, ары алып китте.

Әлбиттә, улар команда тултырып йөрөгәндәр түгел. “Һатып алыусылар” (частәрҙән килгәндәрҙе шулай атайҙар) команда йыйып, Өфөлә бер нисә көнгә ҡалһалар, күңелһеҙлектән үҙҙәре өсөн шулай мәрәкә ойошторалар икән.

Аҙна үтеп китте, ә мине һаман саҡыртмайҙар. Ләкин миңә күңелһеҙ түгел ине. Көн һайын сәғәт биштән һуң ҡойма аръяғындағы “азатлыҡҡа” һыпыртам. Сөнки унда мине Фәриҙә исемле ҡыҙ көтә ине. Уның менән Салауат Юлаевтың һәйкәле янында танышҡайным. Ул университеттың тарих факультетында дүртенсе курста уҡый. Ике аҙна эсендә Фәриҙә миңә бик эҫенеп өлгөрҙө. Үҙе Өфөнөкө, Сипайлово биҫтәһендә йәшәй. Бер нисә тапҡыр өйҙәрендә булдым, ата-әсәләре менән таныштым. Мин уларға оҡшаным шикелле. Һаман үтмәгән “тауар” булып армияға эләгә алмай йөрөһәм дә, күңелем менән етенсе күктәрҙә инем. Ниңә бошонорға! Көн һайын башҡала ҡыҙы менән кинотеатрға бараһың, кисен кафела ултыраһың, Салауаттың һәйкәле янында бейеп күңел асаһың, ә Ағиҙел ярында таңды ҡаршылауҙар!..

Шулай ҙа көн һайын иртәнсәк комиссариатҡа инеп һорашып йөрө-нөм. Мине хатта танып, белеп бөттөләр. Тупһаны ашаҡлауым була: “Багаув, иди, пока загорай!” – тип кире боралар. Һуңға табан инмәй башланым, кәрәк булһам – саҡырырҙар әле, тигән уйҙа инем. Ысынлап та, бер көн төшкә табап урамдағы динамиктән минең исем, шәрифем яңғыраны...

Кем ул Микола Бауман?

Сентябрь айында, сираттағы политзанятиелә бөтә дивизионға (дүрт взвод) мәктәптәге кеүек бер аҙнаға “өйгә эш” бирҙеләр. Һәр кем һалдат хеҙмәте тураһында фекерен яҙып замполитҡа тапшырырға тейеш. Мин үҙ яҙмамды иртәгеһенә үк тапшырҙым.

Аҙна үттеме-юҡмы, беҙҙе, алты курсантты, штабҡа саҡырттылар. Беҙҙән инша яҙҙыртыуҙың сәбәбе хәрби округтың “На страже” газетаһы иғлан иткән конкурс икән. Беҙгә яҙмаларыбыҙ мәҡәлә булып баҫыласағын әйттеләр һәм редакцияның штаттан тыш хәрби корреспонденты булырға тәҡдим яһанылар. Вологданан Непеин һәм мин генә ризалаштыҡ, башҡалар баш тартты.

Редакция хеҙмәткәре майор Козик ике көн буйы беҙҙе журналистиканың төрҙәренә, алымдарына өйрәтте. Улар – репортаж, һүрәтләмә, очерк һәм башҡа газета жанрҙары. Өсөнсө көндө белеме-беҙҙе тикшерҙе лә бик ҡәнәғәт ҡалды. Шулай итеп, кеҫәбеҙгә штаттан тыш хәрби хәбәрсеһе инеп ятты. Гәзиткә “Микола Бауман” тигән псевдоним менән яҙырға рөхсәт алдым. Ул минең ауылда малай саҡтан ҡалған ҡушаматым.

“Учебканы” тамамлап, “кесе сержант” погондары тағып Удмуртияға ебәрелеп, ундағы тормошҡа бер аҙ өйрәнеп алғас ҡына яҙа башланым. Тәүге мәҡәләм дивизионда үткәрелгән спорт байрамы тураһында булды. Гәзит килгәс, “точка”ла зыу ҡуптылар. Кем ул Микола Бауман тигән һорау ракетчиктарҙы ла, офицерҙарҙы ла бөтәһен дә борсоно. Ә мин, нишләптер, асылырға баҙнат итмәйем. Айына унлап сыға торғайны ҡыҫҡа ғына мәҡәлә-ләрем. Уларҙың авторы кем икәнен белә алмай, ҡаңғырып ҡаңғырҙылар ҙа баҫылдылар. Ракетчиктар үҙ-ара бәхәсләшеп иҫтәре китте. Микола – күпселек белорус, молдовандар араһында таралған исем, ә Бауман – еврей фамилияһы, улар полкта юҡ.

Дүшәмбе һайын политзанятиелә яҙмаларымды ҡысҡырып уҡыйҙар, ҡыуаналар. Запмолит: “Ну, кто же этот Бауман?! Но, все равно, молодец он. Теперь мы каждый раз по всему Приволжскому военному округу гремим. А это очень хорошо!” – тип шатланып, үҙен йыуатып ҡуйыр ине.

Яҙғандарым өсөн гонорарҙар килеп торҙо. Бәхетемә, почтальон, татар егете Зөфәр менән һөйләшеп ҡуйғайным. Сер һаҡлаған өсөн буш итмәнем үҙен, килгән аҡсамдан өлөш сығара инем.

Белһәгеҙ ине минең, “черпак”тың (йыл хеҙмәт иткәндәрҙе шулай атайҙар) нисек абруй ҡалҡанын: исемемде дивизионда ғына түгел, полкта белә башланылар. Взводтағы “дед”тар үҙҙәрен батшаға тиңәп йөрөй торғайны, хәҙер ҡаршылашмай башланылар, нимә ҡушһаң да, буйһоналар. Замполит менән бында килгәндән бирле борсаҡ бешмәй ине. Хәҙер уға дивизионда иң кәрәк кеше, уң ҡулы булып киттем. Ул күберәк минең аша, беҙҙе ялҡытҡан, йыш үткәрелгән политик сараларын, эшен күрһәтергә тырышты.

Миңә лә яҙыуы еңелерәк булып ҡалды. Офицерҙар үҙҙәре тема тәҡдим итә, кәңәш бирә. Был шөғөлөмдең бер шәп яғы бар ине. Аҡса кәрәк булһа, тотам да яҙып ебәрәм. Үҙем 16 һум “сержантский” алһам, яҙғандарым өсөн ай һайын 20 – 30 һум килә торғайны. Ә ул ҙур аҡса.

Хеҙмәттәре тамамланып килгән “дед”тар миңә юхалана торғайны. Миңә ни ҡағыҙ йәлкеме ни? Уларҙың тыуған яҡтарына, гәзиттәренә, элекке эшләгән урындарына ҡараны – аҡ, аҡты бар итеп тә маҡтап яҙып ебәрәм. Йәнәһе, яҡташығыҙ өлгөлө һалдат... спорт менән мауыға. Хәҙерге ваҡытта үҙенә лайыҡлы алмаш әҙерләй... Көтөгөҙ, тиҙҙән ҡайта һеҙҙең бөркөтөгөҙ!

Юғалған һаҡсы

Йәмле июнь айының бер кисендә беҙ: мин – начкар (ҡарауыл на-чальнигы), ике сержант – таратыусылар (разводящийҙәр), ун һигеҙ һалдат (часовойҙар) ҡарауылға килдек. Һәр беребеҙҙең бурысы ябай ғына һымаҡ, ләкин яуаплылығы көслө. Мин бөтә ҡарауыл өсөн яуап бирәм. Уны дөрөҫ ойоштороу, “ЧП” булдырмау минең елкәлә. Ә тара-тыусылар (разводящийҙар) һаҡсы-ларҙы ике сәғәт һайын алмашты- рырға тейеш. Ә часовой үҙенә беркетелгән территорияны, мөлкәтте һаҡларға бурыслы.

Иң хәүефле осор – төн яҡшы үтеп китте. Кискә табан сәғәт биштәр тирәһендә икенсе таратыусы кесе сержант Понин ах та ух килеп йүгереп инде. “Иптәш сержант, өсөнсө поста һаҡсы юҡ. Ҡысҡырып саҡырып ҡараным – файҙаһыҙ”, – тине ул йыш-йыш тын алып. Мин тулҡынланыуымды һиҙҙермәҫкә тырышып, разводящийҙы эйәртеп, по-зицияға алып киттем.

Өсөнсө пост стадиондан алыҫ түгел. Ял көнө булһа ла, футбол-сылар күренмәй. Юғалған һаҡсы дивизион командаһының оҫта уйын-сыһы ине. Территорияны, ҡыуаҡ араларын ентекләп ҡарап сыҡтыҡ, ракета һаҡланған ангарҙы ла. “Значит” (уның ҡушаматы) юҡҡа сыҡ-ты. Шунан мин ГСМ мискәләренең араһынан карабин алып килеп сы-ғарҙым. Икебеҙҙең шуға иҫебеҙ китте. СКС (самозарядный карабин Симонова) янында Коростылевтың пилоткаһы, гимнастеркаһы, ҡайышы, кальсон-күлдәге ятып ҡалған. Ҡыҙыҡ, ярым яланғас ул ҡайҙа булырға мөмкин? Былары табылғас, икәүбеҙ бик ҡәнәғәт булып ҡарауыл өйөнә атланыҡ. Мин устав буйынса бындай хәлде һис һуҙмай, дивизион буйынса дежурлыҡ итеүсе офицерға хәбәр итергә, опергруппа саҡыр-тырға тейеш инем. Улай итмәнем, ни булһа ла – булыр, барыһы ла Хоҙай ҡулында, тип уйлап, эстән генә доғалар уҡыным. Ул ваҡытта, олатайым атаҡлы мулла тоҡомонан булараҡ, мин уның юлын ҡыуып, йәшертен генә дин тота инем. Аллама ышанып, әллә ни ҡайғырманым.

Бына кис тә етте. Икенсе алмаш ҡарауыл килгәс, мөлкәтте, постарҙы тапшырып, теҙелешеп казармаға ҡайтырға сыҡтыҡ. Ашхананың ҡар-шыһында асыҡ гараждар бар, шунда бер төркөм һалдаттар, бөтәһе билгә хәтлем яланғас, “зыу” килеп таҡта бушаталар. Эш күп бында, әле те-йәүле өс машина көтә ине уларҙы. Ә ситтәрәк уларҙың эштәрен майор Демидюк күҙәтеп тора. Йөк бушатыусылар араһында мин Коростылевты күреп ҡалдым. Ул әйләнеп ҡараны ла ҡатып ҡалды. Мин уға йоҙроҡ күрһәттем дә казарма яғына ымланым. Ул аңлап башын һелкте. Ярай ҙа майор арты менән тора ине, күрмәне.

Карабиндар пирамидаға ҡуйылып бөткәс, юғалған һаҡсыбыҙ, “Значит”, йүгереп килеп инде. Миңә тексәйгән дә бер ни әйтә алмай тик тора. Телһеҙ ҡалырлыҡ шул. Устав буйынса посты ҡалдырып китеү ауыр енәйәт һанала. Мин ҡыуанманым да, асыуланманым да, тыныс ҡына: “Одежда твоя у Семина, иди, забери, потом умываться и на ужин...” – тип әйләнеп киттем. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡарауылда булғандар, Коростылев үҙе лә минең һалҡынлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа иҫтәре китеп аптырағандар. Улар уйлауынса, мин бөтә дивизионға Ко- ростылевты фашлап, енәйәте өсөн дисбатҡа һөрҙөрөп, сиратһыҙ звание алып, отпускаға ҡайтып килер инем. Шулай булмаһа ине! Ә минең фекеремсә, киреһенсә таяҡтың йыуан башы миңә эләгергә тейеш ине. Кем начкар?! Ниңә ҡарауылды тейешлесә ойоштормаған?! Ниңә, һаҡсы урынында булмағас, “тревога” иғлан итмәгән, эҙләтмәгән!?

Шулай итеп изгелелегемә хайран ҡалған ҡарауылдыҡыларҙың үҙемде бәләнән ҡурсалап, ғауға ҡуптармағанымды уйҙарына ла килтермәй ине. Посты нисек ташлап киткәнен төбәшеп торманым, аҙаҡ ҡына Коростылев үҙе һөйләп бирҙе:

– Заступил, значит, на пост, а рядом на стадионе футбол гоняют, значит. Стоял, стоял, не вытерпел – спрятал карабин, разделся до пояса и на стадион. Там, значит, техни-ческий дивизион играет со связис-тами. Но меня, как опытного футболиста, связисты прибрали себе, зна-чит. Несколько раз играли без поражений, я лично сам забил три гола в ворота технарей. И вот, значит, откуда-то появился майор Демидюк, повел нас доски перекидать доски с одного склада в другой, значит, а потом мы разгружали семь машин. Значит, я убегать не могу, майор от нас не уходит не на шаг.

Шулай итеп, часовой Коростылев, “Значит”, дүрт сәғәт поста “не значился”.

Карабахтың Митхуны

Дивизионда иң бәләкәй һалдат Кочариев Магеррам Ажоноглы бул-ды. Мин буйға тәпәшмен, ә ул яурынымдан була торғайны. Глазовҡа, ҡалаға, “увольнениеға” сыҡҡанда фотоательеға ингәйнек. Фотограф беҙҙе ултыртып төшөрҙө. Магеррамдың ултырғысын өйрөлтөп күтәреп миңә тиңләне.

Был егет Таулы Карабахта урынлашҡан Хаикенд (Степанакерт) ҡа-лаһынан ине. Эй, матур йырлай торғайны. Биҙрәне түңкәреп тубыҡта-рына ҡуя ла тупылдатып һуҡҡылап һинд йырҙарын йырлай башлай – киноң да кәрәкмәй. Шуға ла уны Митхун Чакроборти тип йөрөттөләр. Был ҡушаматы менән ул ғорурлана ине. Һинд актеры Митхундың кәүҙәһенең яртыһы булғандыр әле был әзербайжан егете. Магеррамды бөтәһе лә яратты. 2000 йылда мин уға ҡунаҡҡа барырға тейеш инем. Ҡатыны Севиндж менән Эльман исемле ул үҫтерә ине. Ләкин осрашырға насип булманы. 1998 йылдың февралендә әрмән боевиктары Магеррамдың ғаиләһен үлтергәндәр. Бының турала Ходжалынан ағаһы хатта яҙҙы.

Аҙашҡан итектәр

“Дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ бергә йөрөйҙәр инде” (халыҡ һүҙе).

Дивизионда мине күрә алмаған ике сержант булды. Береһе – техник взводтан Федоров, икенсеһе – элемтәсе Рымарь. “Почет таҡтаһына” уларҙың фотолары янына минеке лә эленгәс, быларым һис ҡәнғәт булманы. Был алдынғы сержанттарға асыуым ҡабармаҫ ине, башҡорттар тураһында төрлө анекдоттар һөйләй торғайнылар. Рымарь сержанттарҙың занятиеһында, әллә ҡайҙан белгәндер инде: “Башҡорт в переводе на русский, в голове червяк. А у тебя мозги или черви?” – тип һалдырҙы.

Мин үс алырға булдым. Был икәү көҙ ҡайтырға тейеш. Август айында таңға ҡарай “тревога” булырға тейеш ине. Мин төн урта-һында ике казармаға ла инеп Рымарь менән Федоровтың итектәрен ал-маштырҙым. Тәүгеһенә икеһе лә уң яҡ, икенсеһенә – һул.

Таңға ҡарай сирена тауышына бөтә дивизион аяҡҡа баҫты. Һанаулы минуттар эсендә “стартовик”тәр позициялағы ракеталар янында, элемтәселәр локаторҙарында, машина йөрөтөүселәр гаражда булырға тейеш.

Унан һуң штаб янындағы плацта “общее построение”: ракетчиктар-ҙың нисек кейенгәндәре тикшерелә. Бына шунда булды “мәрәкә”. Һәр ваҡыт маҡталып йөрөгән ике дедты – өлкән сержанттарҙы шәхси состав алдына баҫтырып ҡуйҙылар. Дивизион командиры “тәмле” һүҙҙәрен йәлләмәне: “ Весь дивизион опозорили! На дембель оба пойдете в последнюю очередь! Охренели, в своих сапогах не могут раз-бираться”, – тип туҙынды.

Тегеләрҙең фотолары “Почет таҡтаһынан” алынды. Хәҙер уларҙың береһенә “Левый сапог”, икенсеһенә “Правый сапог” тигән хур- лыҡлы ҡушамат таҡтылар. Дивизион командиры һүҙендә торҙо. Һуңғы партияла ҡайттылар.

Хушлашҡанда итектәрҙе алмаштырғанды әйтттем, икеһе лә бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙылар ҙа өндәшмәнеләр. Мин ғәфү үтен-мәнем, эстән ҡыуандым ғына. Сөнки бик күңелем ҡалған ине уларға.

“Поморин”

Дивизионда саҡырылышташ Валерий (фамилияһын яҙып тор-майым) яҡташым булды. Ул Магни тогорскиҙан ине. Старшина вази-фаһына күсерелгәс, киске тикшереүҙә уның сәйерлегенә иғтибар иттем. Арыған, карауаттарына йоҡларға ашыҡҡан һалдаттар ара-һында бер үҙенең кәйефе үтә күтәренке була торғайны. Дискотекаға килһәнме ни, юҡ-барға хихылдап көлөп ебәрә. Уның “Поморин” тигән ҡушаматын дивизионда теш пастаһын бер шешә һыуға иҙеп йоҡо алдынан эсергә ғәҙәте булған өсөн таҡҡандар икән. Ул, ашҡаҙанға килешә, тип алдашҡан.

Бер кисте, отбойҙан һуң казар-маны әйләнеп ҡарап сыҡҡанда тәҙрә аҫтындағы батарея өҫтөндә кип-терергә һалынған икмәк киҫәктәрен күреп ҡалдым. Дневальныйҙы саҡыртып алдым. Ул: “Это “Поморин” каждый раз сушил. Для чего – не знаю,” – тине.

Мин яҡташты карауатынан торғоҙоп алып, “Һин, Валера, икмәктәрҙе ни өсөн киптерәһең? Ә уларҙың өҫтөнә нимә һылағанһың? Әйҙә, госпитәлгә ят ашҡаҙаның ауыртҡас, тик казарманы ҡыйлама”, – тип һүҙ башланым. Ә ул иҫе лә китмәй, тумбочка эсенән тәрән тәрилкәгә һалынған икмәк киҫәктәренең береһен ҡабаланмай ғына сәйнәп йотто ла: “Нет, земляк, скоро домой... Там буду как надо лечиться”, – тине лә ҡуйҙы. Мин башҡаса уны йөҙәтмәнем.

Уның киске тикшереүҙә хихылдап, сайҡалып тороуына мин башҡалар ҙа өйрәнеп бөттөк. Армиянан ҡайтҡас, ун йыл самаһы үткәндер, уның янына барҙым. Элекке Валера түгел ине ул. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған, бахырҡай, күҙҙәре төпкә батҡан. Тураһын әйткәндә, тере мәйет ине. Ул осрашыуыбыҙға ҡыуанманы ла: “Эх, командир... Зачем ты не остановил меня, токсикомана в свое время?” – тип үпкәһен белдерҙе. Икенсе барғанымда, ул яҡты донъяла юҡ ине.

Беҙҙең дәүерҙә “токсикоман” тигән һүҙ юҡ ине, “наркоман” – ишетелеп ҡала торғайны. Иҫләйем, милицияла эшләгәндә район бу-йынса наркомандар һаны ундан артманы. “Токсикомания” һүҙе һуңғараҡ телгә алына башланы. Яҡташым, теш пастаһы иҙеп эсеп, итек кремының һуты һеңгән икмәкте һыуҙа ебетеп ашап, үҙенсә кәйефләнеп йөрөгән икән. Бик алсаҡ, һәйбәт кеше ине. Оҫта музыкант, мине гитарала уйнарға өйрәткәйне ул.

“Ну, погоди пришел...”

Төрлө телдә һөйләшкән һалдаттар араһында ла мәрәкәләр килеп сыға торғайны. Беҙҙә шәхси составтың алтмыш-етмеш проценты Кавказдан, Көнъяҡтан әрмән, азербайджан, грузин булды. Улары урыҫса һәйбәт һөйләшә. Ә бына үзбәктәр, таджиктар менән аңлашыуы үҙе бер мәсьәлә. Бер ваҡыт таджиктарҙы алып килделәр. Улары ярай инде, ә араларындағы һап-һары сәсле, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле ике урыҫ егете үҙ телдәрен яҡшылап белмәй. Баҡтиһәң, улар һуғыш ваҡытында эвакуацияланғандарҙың балалары икән. Тауҙарҙа, кышлаҡта үҫкәндәр. Мәктәптәрендә урыҫ теле уҡытыусыһы булмаған. Ундайҙар менән ҡыҙыҡ була торғайны. Техник дивизионда бер үзбәк булды, ҡушаматы “Ну, погоди” ине. Ҡарауылда торғанда, янына бүре ки-леп сығып ҡотон алған. Карабинының бер обоймаһын атып бөтөргәс кенә, “тревога” төймәһенә баҫҡан. Ҡарауыл начальнигының, нишләп аттың, тигән һорауына ул тотлоғоп: “Ну, погоди пришел... хотел моя кушать...” – тип аңлатҡан. Шунан ҡалған уға был ҡушамат.

Бер ваҡыт йыуынғыс янында ике үзбәк үҙ-ара һуғышып киткән. Миңә берәүһе аңлата: “Товарищ сержант... Я это... лицо стираю... в кране... он приехал, это кран закрыл... хватит, сказал...” . Аңлатып, аңлашып ваҡыт әрәм итмәнем – икеһен дә күмер бушатырға ебәрҙем.

Әйтергә кәрәк, бик тырыш улар. Бер-нисә ай үттеме, ҡәҙимгесә аңлашып була. Үҙ туған телен белмәгән теге икәү ысын урыҫ егеттәренә әйләнде.

Туҡтатығыҙ музыканы!

Полигондан ҡайтҡас, минең егеттәремә отпуск бирҙеләр: Горелов Са-ратовҡа, Пайгамов Үҙбәкстандың Коканд ҡалаһына, Бозоров Тажикстандағы Торсопзадаға, Эсенмуратов Төрөкмәнстанға ҡайтып киттеләр. Ә миңә көтөргә ҡуштылар. Минең кәйеф төштө, сөнки Фәриҙәмә һөйөнсөләп яҙғайным. Ул бик ҡыуанып, һағындым – көтәм, тип яуап бирҙе.

Май байрамы дивизионда үҙешмәкәр артистәр концерт бирҙек. Ми-ңә гитарала, ул саҡтағы бик популяр “Топольдәр”, “Туҡтатығыҙ музыканы” йырларға ине. Шул хәтлем этлек яһағым килде, икенсе йырҙы йырлап бөткәс, башҡортса дауам иттем.

Тамашасы һалдаттар үҙҙәренең яратҡан йырҙарына дәррәү ҡушы-лалар, мин башҡоротсалағанды көйләйҙәр, ҡәнәғәттәр. Сығышым бөт- кәс, миңә нисектер, рәхәт булып китте. Әйтерһең, кемдәндер үсемде алдым. Ләкин күрәһем алда булған икән. Гитараны икенсегә тапшырып, сәхнәнән төшөп барғанда кире саҡырҙылар. Унда таныш булмаған капитан көтә ине. Уның ҡушыуынса артынан эйәрҙем. Штабта берәү ҙә юҡ ине. Ул миңә ултырғысҡа ымланы ла:

– Хорошо поешь старшина, перевод свой? – тип һораны.

– Син бит командир, пример күрсәтергә тейешсең, нәрсәгә жырны бозорға, сүгенеп жырларға... – тип мине шаҡ ҡатырмаһынмы. Сәбәбен белгәс, йылмайҙы.

“Үпкәләү – насар холоҡ ул. Ташла”, – тип аҡыл өйрәтте. Ул элемтә взводы командиры булып сыҡты, Ҡазан ҡалаһынан икән. Шунан беҙ дуҫлашып киттек. Эс бошҡанда осрашып, үҙ телебеҙҙә әңгәмәләшеп ала инек.

Һөйгәнем ауырлы килеш ҡаршы алды

Ике йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Өфөгә килеп төшкәс, вокзалдан такси ялланым. Коммунистик урамы алыҫ түгел ине. Ләкин мин тиҙерәк булыр, тип һөйгәнемә ашыҡтым. Әле булһын уйлап алам, кешеләр ул заманда бик яҡшы булған икән. Таксист, татар егете, былтыр ғына әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан. Икәүләп баҙарға инеп сәскәләр шәлкеме һатып алдыҡ. Аҡса ла алманы, миңә бәхет теләп ҡалдырҙы ул.

Фәриҙә ҡайтып килгәнемде белмәй ине әле. “Үәт, ҡыуанасаҡ инде!” – тип хыялландым. Уның ишеге янында өҫ-башымды һәм ҡулымдағы шәлкемде рәтләп алдым да эшлекле генә төймәгә баҫтым. Теге яҡтан: “Кем ул?” – тип һораны таныш, яғымлы тауыш. Мин: “Старшина Пушкин!” – тип ҡысҡырҙым. Кинәт ишек асылып китте... Алдымда йөҙөн һипкел баҫҡан, ҙур ҡорһаҡлы: “Яратам... Көтәм... Һа-ғындым...” – тип аҙна һайын хаттар яҙған һөйөклөм тора ине...

Иҫемә кухняла өҫтәл артында ғына килдем. Ни әйтергә, ни эшләргә белмәнем мин ул саҡта. Алдыма стенала эленеп торған бысаҡтар араһынан иң оҙонон: “Быныһы - иреңә”, иң ҡыҫҡаһын: “Һиңә”, тип һалып ҡуйҙым. Уным илай, хәлен үҙенсә аңлатҡан була. “Ғәфү ит, ҡайтҡас, аңлашырбыҙ, тип уйлап дөрөҫөн яҙманым. Яңы йылда әхирәтемдә ҡунаҡта булғай-ным. Иҫергәнмен... Уянып китһәм, аға-йының ҡосағында ятам...!” – тип аҡланған була, түгелеп илай. Мин: “Әйҙә, Салауатҡа барып киләйек... Шунда таныштыҡ, шунда ташлашайыҡ... Ярай, ҡурҡма, һуймайым үҙегеҙҙе”, – тип тынысландырҙым. Фәриҙә ризалыҡ белдереп эйәк ҡаҡты ла телефонға йәбеште. Нимә һөйләгәндер, бер аҙҙан мине саҡырып, ирем һине һорай, тип трубканы һондо. Ҡәһәр һуҡҡыр телефон нимә ти: “Сәләм, старшина! Төклө аяғың менән! Мин Стәрлелә эш менән, кискә ҡайтып етәм, Фәриҙә ҡунаҡ итә торор... Ҡара уны урлап алып ҡайтып китмә... Так что, ул бөгөнгә һинеке!”

...Үҙебеҙ танышҡан Салауат һәйкәле янында, Ағиҙелгә ҡарап, бер килке баҫып торҙоҡ. Хәҙер уйлайым, беҙҙә ысын мөхәббәт булмағандыр тип. Әллә үҙем шулай егет булғанмындыр... Тәүге мөхәббәтем Нәйләмде уйлайым, ә Фәриҙә менән арала бер ни булмағандай ҡәҙимгесә һөйләшкән булабыҙ. Оҙон йәй көнөндә “Родина” кино-театрында “Ҙур прогулка” тигән француз комедияһын ҡараныҡ. Төштән һуң “Тапшырылмаған хаттар” спектакленә барҙыҡ. Янымда Фәриҙә илай-илай ҡарай, ә мин Фидан Ғафаровтың йырлағанына, уйна-ғанына хайран ҡалып ултырам. Шуныһы көлкө: ҡайҙа ғына булһаҡ та беҙгә – һалдат кейемендәге старшинаға һәм ҙур ҡорһаҡ-лы сибәр ҡатынға тексәйәләр ҙә китәләр, һоҡланып ҡарайҙар...

Ире Рәфҡәт бик алсаҡ, һәйбәт кеше булып сыҡты. Ике көн ҡунаҡ итте үҙемде. Туғандарын саҡырҙы, “бажам” тип таныштырған булды. Тегеләре: “Ҡайһы яҡтан бажаларһығыҙ?” – тип төбәшә башла- ғайнылар, үҙебеҙ беләбеҙ, тип көлдө лә ҡуйҙы. Ҡайтыр ваҡыт еткәс, Рәфҡәт, әле һөйләшеп туймағанһығыҙҙыр инде, үҙең оҙатып ҡуй вокзалға тип “рөхсәт” бирҙе бисәһенә. Шулай итеп, дуҫтарса, бер-бе-ребеҙгә үпкәһеҙ хушлаштым үҙемдең ике йыл “өҙөлөп” көткән Фәриҙәм менән.

Тыуған яғыма ҡайтып төшкәс, аңламаҫлыҡ еңеллек, рәхәтлек тойҙом үҙемдә. Дивизион командирына, иң һуңғылар партияһы менән ҡайтарғанына булған үпкә лә юҡҡа сыҡты. Күңелдә “әрме хеҙмәтенән тоғро булып көтөп алған” Фәриҙәгә лә нәфрәт түгел, йылы хистәр ине. Етмәһә, тап булған ҡыҙҙарҙың үҙемә йылы ҡараштарына әллә нисек, аңлатып булмаҫлыҡ, күңелгә еңеллек биргән, тойғолар яулап ала.

Әрменән ҡайтҡаныма ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ғүмеремдең иң сағыу сағы – уның хәтирәләре һаман да күңелдәрҙә теүәл һаҡлана, хәҙерге һалдаттарға ҡарағанда үҙемде икеләтә бәхетле һанайым.

Ун биш республиканың егеттәре менән хеҙмәт итергә тура килде. Ләкин өс альбом битендәге: тажик, эстон, латыш, төрөкмән, грузин... адрестары буйынса булған бәйләнештәр боҙолдо. Ҡасандыр бер ғаилә булған СССР быяла кеүек селпәрәмә килеп ватылды, тарҡалды.

Армияла насар холоҡтарым: ҡыҙыулыҡ, эрелек, һүлпәнлекте ҡалдырып ир ҡорона тулып ҡайттым, Аллаға шөкөр. Ике йыл ғына булһа ла, ғүмерҙең иң иҫтәлекле, хәтирәләргә бай миҙгеле булып ҡалды инде ул.

Мансур БАҺАУВ.

Әбйәлил районы.

Автор:
Читайте нас в