Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
13 Август 2022, 09:10

Бөгөн - Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө

Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитов: "Әсәйем эргәмдә балта тотоп, һул ҡулың менән яҙып ҡына ҡара, ҡырҡам да ырғытам, тип уң менән яҙырға өйрәтте", - тип иҫкә алды. Һеҙҙең менән дә шундай әкәмәт хәлдәр булғандыыр, бәлки? 

Бөгөн - Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө

 

Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө 1992 йылдан алып билдәләнә. Уның башланғысында Британия һулаҡайҙар клубы тора. Әммә уға тиклем дә донъяла һул ҡуллы кешеләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән халыҡ хәрәкәттәре булып ала. Мәҫәлән, 1980 йылда Америка Ҡушма Штаттарында, ҡорал һауытын һул яҡтан йөрөткән полиция хеҙмәткәре Франклин Уинборн уставты боҙоуҙа ғәйепләнеп эштән ҡыуылғас, митингылар үтә.

Һулаҡайҙар көнө уң ҡуллы йәмғиәттә аҙ ғына икенсе төрлө эш итеүсе кешеләр ҙә барлығына иғтибар йүнәлтеү, дизайнерҙарҙы, етеш­тереүселәрҙе улар өсөн уңайлы кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар сығарыу эшенә йәлеп итеү, төрлө халыҡтарҙа һулаҡайлыҡҡа бәйле быуаттар дауамында нығынған ырым-хөрәфәттәрҙе юҡҡа сығарыу, һулҡуллылыҡ күренешен өйрәнеүсе ғилми тикшеренеүҙәрҙе хуплау-яҡлау маҡсатында булдырыла.
Һулҡуллылыҡтың сәбәптәре тураһында бихисап фараздар һәм күҙаллауҙар бар, әммә был күренештең аныҡ ҡына яуабы әлегәсә табылмаған. Ғалимдар һәм медицина белгестәре төп сәбәпте баланың яралғы осорондағы мейе үҫеше үҙгәрештәренә бәйләй. Һулаҡайлыҡтың генетик тәбиғәте лә әүҙем тикшерелә. Әгәр ата-әсә икеһе лә уң ҡуллы булһа, һулаҡай бала тыуыу ихтималлығы ике-өс процент тирәһе тәшкил итә, ә инде уларҙың береһендә һулҡуллылыҡ күҙәтелһә, был күрһәткес – 14-18, икеһе лә һулаҡай булһа, 30-40 процентҡаса арта.
Оҙаҡ йылдар дауамында ҡайһы бер илдәрҙә, айырыуса беҙҙең совет дәүләтендә, һулаҡайҙарҙы уң ҡул менән эш итергә өйрәтеү өҫтөнлөк итте. Бигерәк тә мәктәп уҡытыусылары барыһы ла уң ҡул менән яҙырға тейеш тигән ҡағиҙәне ныҡ тотто. Ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәре үк балаһы уң ҡуллы йәмғиәттә ҡыйынлыҡтар кисермәһен тигән ҡараштан сығып, был үҙенсәлекте юҡ итеү яҡлы булды. Әммә бөгөн ғалимдар әлеге эштең мәғәнәһеҙлеген, һулаҡайлыҡ – ул һул ҡулдың уңына ҡарағанда яҡшыраҡ эшләүе генә түгел, ә баш мейеһе ярымшарҙары асимметрияһы сағылышы булыуын раҫланы.
Баланың ниндәй ҡуллы булыуы дүрт-биш йәш тирәһендә ныҡлап билдәләнә. Әгәр дүрт йәшенән һуң бала һул ҡул менән эш итеүгә өҫтөнлөк бирә икән, уны уң ҡуллыға әйләндерергә тырышыу кәрәкмәй. Ҡайһы бер балаларҙың ике ҡулы ла бер үк кимәлдә үҫешә, был күренеш фәндә амбидекстрия тип атала. Мәҫәлән, бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстой амбидекстр булған, ул уң ҡулы менән дә, һулы менән дә берҙәй үк матур яҙған. Ғалим-физиолог Иван Павлов тыумыштан һулаҡай була, әммә ныҡышмалы кү­некмәләр ярҙамында уң ҡулы эш­мәкәрлеген камиллаштыра һәм ике ҡулы менән дә операциялар яһай. Рәсәйҙең билдәле тенниссыһы Мария Шарапова ла – амбидекстр. Был үҙенсәлеге уға спортта ҙур ҡаҙаныштар яуларға ярҙам итә.
Ҡайһы бер уң ҡуллы кешеләрҙә лә йәшерен һулаҡайлыҡ булыуы ихтимал. Быны ябай ғына тест ярҙамында билдәләргә мөмкин: ҡул бармаҡтарын бергә ишеп, “йоҙаҡ” яһағыҙ. Әгәр һул ҡулдың баш бармағы өҫтә булһа, тимәк, һеҙҙә йәшерен һулаҡайлыҡ билдәһе бар.
Дөйөм алғанда, һулаҡайҙар кешелектең өстән алып ун процентына тиклем өлөшөн тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла һул ҡуллыларҙы уң ҡул менән эш итергә өйрәтеүҙән баш тартыуға бәйле, уларҙың һаны артҡандан-арта. Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, АҠШ-та, Францияла, Англияла һәм Германияла, һулаҡайҙар уң ҡуллы йәмғиәттә үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн, барлыҡ шарттар булдырыла. Улар өсөн тәғәйен сауҙа нөктәләре бар, унда ҡайсы, бысаҡ, спорт кәрәк-ярағы һатыла. Хатта һул ҡуллылар өсөн махсус эшләнгән теген машиналары, фотоаппараттар, компьютер клавиатуралары ла етештерелә.
Һулаҡайҙар спорттың ҡайһы бер төрҙәрендә, айырыуса бокста, тенниста, фехтованиела ҙур уңыштарға өлгәшеүсән. Улар араһынан ижади кешеләр күп сыға.

Билдәле һулаҡай дәүләт эшмәкәрҙәре һәм хәрбиҙәр – Юлий Цезарь, Наполеон, Александр Македонский, Черчилль, Бисмарк, Фидель Кастро; Американың дүрт президенты – Джеральд Форд, Билл Клинтон, Джордж Буш (өлкәне) һәм Барак Обама. Шулай уҡ бөйөк рәссамдар Леонардо да Винчи, Микеланджело, Пабло Пикассо, яҙыусылар Ганс Христиан Андерсен, Франц Кафка, Фридрих Ницше, Льюис Кэрролл, музыканттар Паганини, Моцарт, актер Чарли Чаплин, ғалимдар Альберт Эйнштейн, Исаак Ньютон да һулаҡай булған.
Рәсәйҙең билдәле һулаҡай шәхестәре – рус теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөгән яҙыусы-лексикограф Владимир Даль, композитор Сергей Рахманинов, шахматсы Гарри Каспаров, режиссер Юрий Любимов, балерина Майя Плисецкая.





Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: