Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
16 Сентябрь 2022, 21:30

Ҡаҙалған энә күреп ҡалдым...

Энәне алып ергә ҡаҙаным. 5 айҙан айырылыштыҡ.

Ҡаҙалған энә күреп ҡалдым...
Ҡаҙалған энә күреп ҡалдым...

Сихыр, боҙом тураһында уҡығас үҙемдең тормошомда булған хәлдәрҙе яҙып үтергә булдым. Үҙем бер ваҡытта ла сихырсыларға, боҙомсоларға йөрөмәнем, ҡыҙыҡһынманым, ышанманым. Мин Аллаһҡа ғына ышанам, балалрымды ла шуға өйрәтәм. Әсәйем беҙгә: «Урамға сыҡҡас тирә-яғығыҙға ҡарағыҙ. Кеше килһә, үткәреп ебәрегеҙ, юлы уңмаһа, һинән күрер», – тип өйрәтте.

1956 йылдың июнь айында күрше ауыл егетенә тормошҡа сыҡтым, был көн сәфәр айының шәмбеһенә тура килгән көн ине.  «Айың сәфәр булмаһын, көнөң шәмбе булмаһын», – тиҙәр бит. Беҙҙе оҙата барған апайым, хәйерле юл теләп, ауыл башында төшөп ҡалды. Беҙ ауылға килеп кергәндә төн уртаһы яҡынлашып килә, халыҡ йоҡлай, бер тауыш та юҡ ине. Йортҡа килеп етәрәк, күршеләрҙең ҡапҡаһынан кемдер сығып ҡараны. Беҙ машина меәнн яҡынлашыуға бер ҡатын йүгереп сыҡты ла, машина алдына бер биҙрә һыу һибеп, кире инеп китте. Икәүләшеп аптырап ҡалдыҡ, әллә нимәшләп киттек. Күңел төштө, нимә булғанын да аңламай ҡалдыҡ. Әллә юрый шулай эшләнеләрме тигән уй ҙа булды. Өйгә индек, матур итеп ҡаршы алдылар. Иртәгәһенә никах уҡыттыҡ. Ҙур итеп ҡунаҡ йыйҙылар, кейәү мунсаһы яҡтылар. Әсәйемде лә алып килдек. Ул мунсаға йыуынырға китте. Бер аҙҙан артынан барҙым, ул йыуынып сығып, кейенеп тора ине. Башына бәйләргә үҙе менән ап-аҡ яулыҡ алып килгән. Шул мәл яулығын бәйләйем тигән ине, ул һыулы иҙәнгә барып төштө, уға аяҡ кейеме менән килтереп баҫты. Аҡ яулыҡ бысранды , ябынырлыҡ түгел ине. Әсәйем шул ваҡыт: «Әй балам, булмаҫ микән», – тине әрнеп. 4 айҙан, бер сәбәпһеҙ, икебеҙ ике яҡҡа китеп барҙыҡ. Ул – Себергә шахтаға, мин – уҡырға. Уҡып бөткәс янына барҙым. Ятаҡта йәшәнек, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Яҙ еткәс, тәҙрәләрҙе йыуырға булдым, шул ваҡыт тәҙрә рамына туп-тура ҡаҙалған энә күреп ҡалдым. Ебе лә бар ине. Энәне алып ергә ҡаҙаным. 5 айҙан айырылыштыҡ. Ул өйләнде, мин дә ҡабаттан кейәүгә сыҡтым

Суфия ханым

Фото:otkritkis.com

Автор:
Читайте нас: