Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
6 Ноябрь 2022, 19:30

Һеҙ ошолай бешерә инегеҙме?

Һарай башына йүгереп кенә менәбеҙ  ҙә тауыҡ аҫтынан бер нисә күкәйҙе эләктереп, самауыр эсенә уларҙы төшөрөп тә  ебәрәбеҙ. Ҡайһылары шунда уҡ ватылып китә.

Һеҙ ошолай бешерә инегеҙме?
Һеҙ ошолай бешерә инегеҙме?

Уҙған быуаттың 70 - 80-се  йылдары. Атай-әсәй эштә. Асыҡтыра. Ошондай ваҡыттарҙа беҙҙе самауыр, тауыҡ, йомортҡа туйындырғандыр, моғайын. Хәйер, беҙҙә уны бөтәһе лә күкәй, ти. Мәктәптә уҡытыусылар ғына йомортҡа, ти. Һарай башына йүгереп кенә менәбеҙ  ҙә тауыҡ аҫтынан бер нисә күкәйҙе эләктереп, самауыр эсенә уларҙы төшөрөп тә  ебәрәбеҙ. Ҡайһылары шунда уҡ ватылып китә. Унан  торбаға  күмер тултырып, сыра менән тоҡандырабыҙ. Ҡайһы ваҡыт уны тоҡандыра алмай бөтә өй эсе төтөнгә тула. Бешеп сыҡҡас та самауырҙың төбөнә үк төшөп киткән күкәйҙәрҙе алыуы анһат ҡына түгел - ҡалаҡ, тағы ла ҙурыраҡ нәмәләр төшөп китә. Ул күкәйҙәрҙе йыуып торғанды ла хәтерлмәйем. Бер аҙҙан күкәй ашай-ашай рәхәтләнеп сәй эсәбеҙ. Ул самауыр һәр ваҡыт мейес эргәһендә йырлап ултырыр ине. Тамаҡ туйғас, дөбөр-шатыр мейес тирәләй баҫтырышмаҡ уйнай башлайбыҙ. Бөгөн шулар иҫкә төшһә, аптырап ҡуям, ни хәл бешмәй, ут сығармай үҫкәнбеҙ. Их, бала саҡтар...

Ә һеҙ ошолай күкәй бешерә инегеҙме?

Фото: forum.good-cook.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: