Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әкәмәт
12 Ноябрь 2022, 12:25

Нисек ошо йәшкә еттегеҙ?

- Ә ҡатын-ҡыҙҙар менән бөтөнләй сыуалмайһығыҙҙыр...

Нисек ошо йәшкә еттегеҙ?Нисек ошо йәшкә еттегеҙ?
Нисек ошо йәшкә еттегеҙ?

Ҡаланан килгән журналист урам буйында битен һыр баҫҡан, сал сәсле ҡартты осратып, уның оҙаҡ йәшәү сере менән ҡыҙыҡһына.

- Һеҙ, моғайын, бер ваҡытта ла эсмәгәнһегеҙҙер, - тип һорай икән.

- Нисек инде улай, эсәм, көнөнә әллә нисә яртыны кәгәм.

- Тимәк, һеҙ тармайһығыҙ?

- Улай ғынамы, көнөнә өс ҡап та етмәй...

- Ә ҡатын-ҡыҙҙар менән бөтөнләй сыуалмайһығыҙҙыр...

- Һеҙ бигерәк минән көләһегеҙ... Мин һеҙгә нормаль кеше түгелме әллә?!

- Ул ваҡытта нисек итеп ошо йәшкә тиклем етә алдығыҙ?

- Нисек инде "ошо йәшкә тиклем?!" Миңә 32 генә йәш бит әле.

Венер ИСХАҠОВ.

Фото:coolsen.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас