Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
21 Ноябрь 2022, 10:35

Кейәүгә һаман сыҡманыңмы?

Һуңғы йылдарҙа ҡунаҡҡа йөрөргә яратмайым. Кеше менән аралашырға яратмағандан, күңел асырға теләмәгәндән түгел. Сәбәбе бөтөнләй икенсе: осрашҡан һайын туғандарым, таныштарым мине кейәүгә бирергә теләп, оло эшмәкәрлек башлай. “Һәр кеше ғаиләле булып йәшәргә тейеш... Етер күп йөрөнөң, инде тормошоңдо яйға һалырға ваҡыт... Ана, фәлән ҡыҙ ике йыл элек кейәүгә сыҡҡайны, бынамын итеп йәшәй. Өлгө ал!.. Ир ҡарарға иренеп, яңғыҙ йәшәп ятаһың...” Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? 

Кейәүгә һаман сыҡманыңмы?
Кейәүгә һаман сыҡманыңмы?

Һуңғы йылдарҙа ҡунаҡҡа йөрөргә яратмайым. Кеше менән аралашырға яратмағандан, күңел асырға теләмәгәндән түгел. Сәбәбе бөтөнләй икенсе: осрашҡан һайын туғандарым, таныштарым мине кейәүгә бирергә теләп, оло эшмәкәрлек башлай. “Һәр кеше ғаиләле булып йәшәргә тейеш... Етер күп йөрөнөң, инде тормошоңдо яйға һалырға ваҡыт... Ана, фәлән ҡыҙ ике йыл элек кейәүгә сыҡҡайны, бынамын итеп йәшәй. Өлгө ал!.. Ир ҡарарға иренеп, яңғыҙ йәшәп ятаһың...”

Ә үҙемдең тыуған көнөмдө һуңғы тапҡыр шат күңел менән бынан ун йыл элек үткәрҙем. 25 йәшем тулыуға ҡотлауҙар тик бер генә теләктән тора башланы: “Тиҙерәк үҙ парыңды табып, ғаилә ҡорорға яҙһын!” Оҙаҡ осрашмаған таныштар, һабаҡташтар осраһа инде – бөттө! Ауырыуға, хатта енәйәтсегә ҡарағандай күҙҙәре түңәрәкләнә лә: “Һаман кейәүгә сыҡманыңмы ни?! Ни эшләп? Алыусыһы юҡмы, әллә ныҡ һайланаһыңмы?!” – тип  аптырарға тотоналар.

Былары әле ярты бәлә. “Һәр ир – ҙур инвестиция кеүек, уға нимәлер һалырға кәрәк. Йә аҡсаңды: кейендереп алһаң, күркәмләнеп китер, фатирың бар – уныҡы булыу мотлаҡ түгел, машинаңды ла ул йөрөтөр. Йә тәрбиә кәрәк: йыуындырып-ҡырындырып алһаң, кешегә оҡшай ул, йылы аштан таҙарынып та китер, тәртипкә лә өйрәтеп алырһың. Йә сабырлыҡ: тәүге 3 – 4 йыл иреңдең характерына өндәшмәй түҙһәң, артабан өйрәнеп китерһең” – ошо принцептарҙан сығып, таныштырыу-димләү  башлана. 2-3 балалы тол, йәки ярты эш хаҡы алиментҡа китеп торған айырылғаны, ҡатынының үҙенә генә бойһоноп йәшәүен теләгән динлеһе, эскелек, ялҡаулыҡ йәки башҡа холҡо менән “үтмәй ҡалған” буйҙағы, хатта ауырыуы – йыш ҡына ҡунаҡҡа барғанда мине ошондай “сюрприздар” көтә. Ошо арҡала уңайһыҙ хәлдәргә лә ҡалып бөттөм, табынды ташлап ҡайтып китергә лә тура килде, сабырлығым етһә, өндәшмәй генә үткәреп тә ебәрәм. Шуныһы  ҡыҙыҡ: ул ир-егеттәрҙең хәле йыш ҡына минеке кеүек икән. “Өйләнергә кәрәк. Типһә тимер өҙөрлөк баһадирҙың яңғыҙ йөрөүе килешкән эш түгел!”  ҡыл өйрәтеүселәр уларға ла табыла. Тик һәр кем үҙенең “ярҙамсыллығы”, ҡыҙыҡһыныуы менән шәхси биләмәгә инеүен, кеше тыныслығын боҙоуын аңламай.

Ғаилә ҡороу – аҡса, дин, сир кеүек үк интим тема. Ул кешенең шәхси эше. Шуға ла артығын һорашып белешеү, кәңәш биреү урынһыҙ. Ғаилә ҡороуға, кейәүгә сығыуға ынтылыш бөтмәне ул. Бары тик бөгөнгө йәмғиәттә иргә ҡарата яңы талаптар барлыҡҡа килде: эштән һуң диванға һуҙылып ятып ашарға һораған ир-ат рухландырмай хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙарын.  Ир-егеттәр ҙә буласаҡ ҡатындарына юғары талаптар ҡуя.

Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың статусы үҙгәрә. Ғаилә усағын һаҡлаусы наҙлы һәм нәзәкәтле ҡатындар амбициялы маҡсаттар ҡуйған карьерасыларға әйләнә бара. Улар эш, аҡса тип хыяллана, карьера баҫҡысынан үрләргә ынтыла, тормошта иҫәп-хисап менән йәшәй һәм барыһына ла үҙҙәре өлгәшә. Өс тиҫтә йыл элек кенә бындай тенденциялар булмаған, кейәүгә сыҡмаған 20 – 30 йәшлек ҡатын-кыҙҙар һаны ла бик ҙур түгел – бары 7 процент ҡына тәшкил иткән. Бөгөн был һан 20 процентка тиклем үҫкән. Европала ул 35 процент, АҠШ-та был йәштә һәр икенсе ҡатын-ҡыҙ ғаиләһеҙ. Ә ярты быуат элек кенә кейәүгә сығыу, ғаилә – терәк, финанс тотороҡлолоғо, ғөмүмән, кеше тормошонда берҙән-бер бәхет сығанағы тип һаналған. Ни өсөн барыһы ла шулай үҙгәрҙе? Матур, егәрле туташтар ни өсөн кейәүгә сығарға ашыҡмай? Был шул һорауҙарға яуап итеп, бер нисә гүзәл затҡа мөрәжәғәт иттек. Төрлө сәбәптәр арҡаһында уларҙың исемдәрен үҙгәртеп яҙам.

Гөлгөнә, 39 йәш, уҡытыусы:

– Ғүмер шул тиклем тиҙ үтә икән ул, һиҙелмәй ҙә ҡала. Эшкә урынлашыу менән торлаҡлы булайым, тип ипотекаға фатир алдым. Өфө хаҡтарын беләһегеҙ: тиҙ генә түләп бөтөрөрлөк түгел. Ә йәшерәк саҡта сәйәхәт итке, матур кейенге, дуҫ-иштәр менән концерт-театрҙарға, кафе-ресторандарға йөрөгө килә. Ни булһа ла, аҡса еткереүе ауыр, шунлыҡтан өс урында эшләп йөрөйөм. Иртәнсәк сығып китеп төнгә яҡын ҡайтып ингәндә шәхси тормош тураһында уйларға ваҡыт ҡалмай шул. Төркиәгә ял итергә барғанда кейәүгә сығырға тәҡдим булды, тик мин сит милләт кешеһе менән яҙмышымды бәйләп, сит ерҙә йәшәгем килмәй. Ә дуҫтарым таныштырған ир-егеттәр араһында ипотека түләрлек, ғаилә тураһында ҡайғыртырлыҡ кеше табылманы. Беҙ бала саҡта ир-егет аҡса табыусы, ғаилә аҫыраусы, тип тәрбиәләнеләр. Тик бөгөн ундайҙар һирәк. Класташтар миҫалынан ғына алып әйтәм: береһе лә юғары белем алманы, лайыҡлы эшкә урынлашманы. Себергә йөрөп эшләгәндәре иһә, ялға ҡайтҡанда булған аҡсаһын эсеүгә тыға. Ҡыҫҡаһы, ҡатын-ҡыҙ ялҡау, эскесе ирҙәрҙән ҡурҡып яңғыҙ ҡала – был минең шәхси фекерем.

Азалия, театр артисы, 42 йәш:

– Артистар, сәнғәт кешеләре хаҡында төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Ғаиләлеме ул, түгелме – барыһын да еңел-елпе мөнәсәбәт ҡороусы, тип ҡарайҙар. Башҡалар өсөн яуап бирә алмайым, ә минең ундай холҡом юҡ. Йәш саҡтағы ҡайнар һөйөү хистәрен иҫәпкә алмағанда, башҡаса бәйләнештәр булманы. Ә йәшлек йәрем менән бергә булыу яҙмаған ине беҙгә.

Аҙаҡ танышҡан егеттәрҙең береһе лә мине сәхнәлә күрергә теләмәне. Ғаилә ҡороу тураһында тәҡдим менән бергә мотлаҡ эштән китеү талабы ҡуялар ине. Ундайҙарға һәр саҡ: “Ярай, тик улайһа, һин дә был эшеңде ҡалдыр!” – тип әйтеүемә, бәхәстәр башланды. Яҡшы эш хаҡы алған, бала саҡтан хыялланып, дүрт йыл буйы белем алған эшемде ни өсөн һуң тап мин ҡалдырырға тейеш?

Яңғыҙлыҡҡа бошонмайым. Кеше яңғыҙ ҙа бәхетле була ала, әгәр яратҡан һөнәре, ҡыҙыҡһыныуҙары булһа, әүҙем тормош алып барһа. Шәхсән үҙем күмәк кеше менән эшләйем, һөнәрем шау-шыулы. Шуға күрә өйҙәге тыныслыҡ күңелемә яҡын. Хәҙер тормошто үҙгәртке килмәй.

Розалия, район хакимиәте урынбаҫары, 40 йәш:

– Атайым ғүмер буйы эсте, әсәйем менән уның “йоҙроҡ тәрбиәһенән” ҡасып, йыш ҡына һыуыҡ мунсала, күршеләрҙә төн үткәргән ваҡыттар булды. Шуға ла ғаилә тормошона, ир-егеттәргә бала саҡтан битараф инем. Ундай тормошҡа ғүмер буйы түҙеп, “ирле” статусына йәбешеп йәшәгән әсәйемә үпкәм ҙур – ул мине бәхетле бала саҡтан мәхрүм итте.

Ә кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙ өсөн ике юл бар: бизнес менән шөғөлләнергә йәки карьера яһарға. Бына мин дә ике юғары белем алдым, мәктәптә завуч булып хеҙмәт юлын башлағайным, һуңғы алты йылда район хакимиәтендә эшләп йөрөйөм. Баш ҡалаға саҡырыу бар. Маҡтанып әйтмәйем: мин амбицияларҙы алға ҡуйып, йәки аҡса табам тип юғарыға ынтылмайым. Фәҡәт халыҡҡа ҡулымдан килгән тиклем файҙа килтерергә тырышам. Эш көнөм иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана, йыш ҡына киске 10-да ҡайтып инәм. Бер ваҡытта ла зарланмайым, ә инде нимәлер оҡшамаһа, ул урынды тыныс ҡына ҡалдырам.

Фатирҙа йәшәйем, ирҙәр эшләй торған ауыр эштәр юҡ тиерлек. Булһа, кеше яллайым. Һуңғы арала бала һөйөү,  әсә бәхетен татыу тураһында хыяллана башланым. Тик бының өсөн мотлаҡ кейәүгә сығырға кәрәкмәй: сабыйҙы балалар йортонан алырға була, йәки ЭКО процедуралары бар. Ә осраҡлы бәйләнештәр минең өсөн түгел, ауырға ҡалам тип кенә бер төнлөк партнер эҙләүгә ҡәтғи ҡараштамын.

Фәриҙә, уҡытыусы, 45 йәш:

– Кейәүгә сыҡмауымдың төп сәбәбе – йәшем үтеү. Шуға ла 18 йәшлек ҡыҙҙарының кейәүгә сығыуына ҡәтғи ҡаршы булған атай-әсәйҙәргә кәңәшем: фатиха бирегеҙ! Яңылышһалар ҙа, бәлә түгел, һәр кем үҙ хатаһында өйрәнә. Институтта уҡып йөрөгәндә һөйгәнем менән ғаилә ҡорорға булдыҡ. Тик туғандар, уҡыуығыҙҙы тамамлағыҙ, эшкә урынлашығыҙ, тип ҡаршы төштө. Диплом алдым, эш табылды, фатирлы булғы килде, аҙаҡ яҡшыраҡ эштә эшләге килде. Маҡсаттар, хыялдар артты, ғаилә ҡороуға теләк һүрелде. Ә олоғайған һайын кешеләрҙең тормошҡа ла, буласаҡ иренә лә талаптары арта, хыялдар ҙа үҙгәрә икән. Икенсе йыл, тип туйҙы һуҙа торғас, бер көндө һөйгәнемдең миңә бөтөнләй ят булып ҡалыуын аңланым. Мин дә үҙгәргән инем.

Хәҙер инде нисек кенә насар холоҡ булмаһын, йәшермәй әйтәм: донъямды ҡыҙғанам. Танышырға килгән ир генә түгел, хатта ҡунаҡтар ҙа һорауһыҙ әйбереңә тейһә, йыуылған иҙәндә бысыраҡ аяҡтары менән йөрөһә, шартларҙай булам. Ә инде буласаҡ иремә ҡайҙа барырыма, кем менән аралашыуыма отчет бирергә, һәр эшкә унан рөхсәт һорарға кәрәклеген күҙ алдына килтерһәм, ғаилә ҡорорға тигән теләк уянмаҫ борон уҡ юҡҡа сыға.

Йәмғиәттәге был күренешкә психологтар һәм башҡа белгестәр ҙә үҙ фекерен белдереп тора. “Ғаилә” үҙәгенең юғары категориялы психологы Ольга ДРЕМИНА:

– Яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, беренсе осраған кешегә кейәүгә сыҡмайынса, үҙ хәлен ҡабул итеп, тормошто яратып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар йәрен тапмай ҡалмай. “Миңә ир-ат кәрәкмәй”, – тип, бик көслө булып күренергә тырышҡан ҡатын-ҡыҙ ҙа күңел түрендә үҙенә тиң йәр табырға ышаныс менән йәшәй. Барыһын да уртаҡлашыу, иңенә башын һалып илап алыу өсөн янында йәмһеҙ булып күренеүҙән ҡурҡмаған берҙән-бере кәрәк уға. Ә артынан йөрөгән тиҫтәләрсә ир-ат түгел. Бик көслө ҡатын-ҡыҙҙа ла төрлө күңел яралары, проблемалары бар. Әммә ул үҙенә был турала уйларга рөхсәт кенә етмәй. Битлек кейә лә йән яраларын йәшерә. Ситтән бик бәхетле күренһә дә, ҡатын-ҡыҙ өсөн ғаиләһеҙ булыу – ул йән әрнеүе, рухи һыҙланыу.

Ә инде шәхси тормошҡа ҡыҫылыусыларға килгәндә, кемдер шул йән яраһын ҡуҙғалтыр, кешене түбәнһетер, ә үҙенең бәхетле булыуын, өҫтөнлөгөн күрһәтер өсөн юрамал ғаилә тураһында һораша башлай. Ә дуҫ-туғандарға килгәндә, билдәле: улар яҡындарына бәхет теләй. Ҡотолоу юлы ике төрлө – шәхси тормошҡа ҡыҫылмаҫҡа ҡушып ҡәтғи һөйләшеү, йәки ундайҙар менән аралашыуҙы туҡтатыу. Яңғыҙҙарға байрамдарҙы, ялдарҙы бергә үткәреү, эштәрҙе башҡарыу өсөн үҙҙәре кеүек парһыҙҙарҙан компания туплау күпкә “хәүефһеҙерәк”.

Альбина ҠОҘОЯРОВА  “ОНА” Рәсәй феминистар берекмәһе ағзаһы:

– Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн ҡыҙҙар уртаса 25 – 34 йәштә кейәүгә сыға. 35 йәштән һуң беренсе тапҡыр ЗАГС-ка барыусылар ҙа, яңғыҙ әсәләр һаны ла арта. Бының сәбәбен ир-ат аҙсылыҡ булыуы йә иһә ир-аттарҙың донъя көтөргә яраҡһыҙлығы менән аңлаталар. Был дөрөҫлөккә тап килмәй. Совет осоронда яңғыҙ ҡатындарға йәмғиәттә үҙ урынын табыу һәм карьера баҫҡысынан күтәрелеү мөмкинлеге күпкә аҙыраҡ булған. Ул ваҡытта йәмғиәттә ғаилә культы була. Енси тормош та, ғәҙәттә, кейәүгә сыҡҡандан һуң ғына башланған. Ә хәҙерге йәмғиәттә был табыу бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Беҙ хәҙер муллыҡ ваҡытында йәшәйбеҙ. Мәғлүмәт күп, медицина алға киткән, ахыр сиктә, феминизм сәскә атҡан осор. 90-сы йылдарҙағы юҡлыҡты күреп үҫкән быуын башҡа тормошҡа ынтыла. Уҡып, белем алырға, тәжрибә тупларға, үҙ аллы булырға һәм буласаҡ тормош иптәшен күңел менән түгел, аҡыл менән һайларға тырыша. Шуға ла бөгөн “һөйгән йәр”, “тиң йәр”, “өлөшөмә тигән көмөшөм”, тимәйҙәр. Ә партнер, тип атайҙар.

Замананың гүзәл заттары аңлай: әсә менән ҡатын булыуҙан тыш та, донъя ҡыҙыҡлы. Ҡыҙҙар белем алғандан һуң үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға ярата, сит илдәрҙә йәшәп ҡайта. 40 – 50 йәштән һуң ҡарт күренермен, тигән ҡурҡыу ҙа юҡ. Эстетик медицина ҡабаттан йәшлеккә ҡайтара ала. Был йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар 18 йәшлектәргә тиң хәҙер: ир-ат иғтибары уларҙы ла ситләтеп үтмәй. Тимәк, ғаилә ҡорорға һуңға ҡалмайым, тип уйлайҙар.

Фәниә абыстай ФӘХРЕТДИНОВА, мәҙрәсә мөғәллимәһе:

– Бөгөнгө көндә ғаилә ҡиммәттәренең юҡҡа сығыуына динһеҙлек, дини аңһыҙлыҡ ғәйепле. Аллаһы Тәғәлә яңғыҙлыҡты һөймәй. Башҡорт халҡында ла бала бәлиғ булыу менән ғаиләле итергә тырышҡан. Шулай уҡ бөгөн ғаиләләрҙә тәрбиә аҡһай. Белем, һөнәр алыу өсөн аҡса түгәләр, балаларҙа байлыҡҡа табыныу тәрбиәләйҙәр. Ә ябай ғына бәхетте – ғаиләле булыуҙы аңлатмайҙар.  Ҡатындар ирҙәрен түбәнһетеп, уларҙың абруйын төшөрөп әрләшә, балаһына һөйләй, кейәүгә сыҡҡанына үкенә. Ә бала күңеле аҡ туҡыма менән бер: барыһын да үҙенә һеңдерә, ғүмерлек тап ҡала. “Кейәүгә сығып әсәйем уңмаған, тимәк, миңә лә ул кәрәкмәйәсәк”, – тип уйлай.

Әлхәмдлуллах, бөгөн дини ғилем алырға теләгән йәш ҡыҙҙар, ҡатындар бар. Мин уларға намаҙ тәртибе, доғалар менән бергә ғаилә ҡиммәттәрен дә, тормоштағы ҡатын-ҡыҙ ролен дә өйрәтергә тырышам. Ҡыҙҙар ир кешенең аҡса табыуына иғтибар итә, был – мөһим. Әммә шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: бөтә кеше лә эшҡыуар булып китә алмай. Байлыҡ – бер айлыҡ, тигәндәр. Ышаныслы терәк булыу, сабыр холоҡ, ихтирам мөһимерәк. Ҡатын-ҡыҙҙа бала тәрбиәләүсе әсә инстинкты бар. Талантлы ҡатындар яйлап ҡына ирҙе үҙенә яраҡлаштыра, тәрбиәләй. Әммә урта быуын ҡатын-ҡыҙҙарына тәрән аҡыллылыҡ етеп бөтмәй. Мин-минлелек менән эш итеп, ғаилә усағын ҡабыҙып та, һаҡлап та булмай.

Ғаилә ҡороу – ҡатмарлы, күп ҡырлы мәсьәлә. Һәр кемдең үҙ фекере. Йәмғиәт тә, йәшәйеш тә ғаиләләр менән матур, бөтөн һәм ғаиләләр генә киләсәкте бар итә, нәҫел ебен дауам итә. Әммә кейәүгә сығырға кәрәк, тип кенә яҙмышты бороп ебәреп булмайҙыр...

 

                                               Гөлнара САҘИҠОВА.

 

Фото: onashem.mediasole.ru

Автор:
Читайте нас: