Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
28 Ноябрь 2022, 15:45

Кәсептә (Юмореска) Харис ШӘРИПОВ

– Хөрмәтле тамашасылар! Ә хәҙер инде икенсе йырымды тәҡдим итәм, – тине лә фонограмманы ҡуйғанын көтөп, Ғәләүгә ҡараны. Уныһы, әллә Кәримәнең бүтән йырын компьютерына күсерергә онотҡан, әллә ҡаушауынан, өсөнсөгә шул уҡ көйҙө ҡуйҙы. Залдағы тамашасы көлә, шаулай башланы. Кәримә сәхнә алдына килеп, “лас” иттереп Ғәләүгә төкөрҙө лә сәхнәнән сығып китте.

Кәсептә               (Юмореска)               Харис ШӘРИПОВ
Кәсептә (Юмореска) Харис ШӘРИПОВ

– Ҡыҙҙар! Бөгөн Ҡарлығанға сығабыҙ. Район мәҙәниәт йортонда билет һатылып бөткән, – тип шылтыратып сыҡты йырсы һәм композитор Фәүриә Ғәйфуллина концертта ҡатнашыусы артистарға. – Бөгөн Фәрит Сәлимов сыға алмай, тауыш ҡуйыусы Ләүәш Ғәләүҙе иҫәпләмәгәндә, бисәләр командаһы була инде.

Тауышты йүнләп көйләй белмәһә лә, хаҡты күп һорамағас, ығышлығы өсөн “ләүәш” ҡушаматы алған Ғәләүетдинде йөрөтәләр. Ике машинаға тейәлеп барырға ҡарар иттеләр. Береһендә – Фәүриә, нәфис һүҙ оҫтаһы Сәрбиә Нафиҡова, аппаратураһы менән Ләүәш Ғәләү. Кәримә Хәлимова йырсылар Шәһиҙә менән Фирүзәне үҙенә ултыртып алды.

Кәримә илле йәште уҙғас ҡына йырларға тотонғайны, һуңғы ваҡытта уғата дәртләнеп китте. Моң яғы самалы инде үҙендә. Әммә аҡса булғас, ҡайҙа ла үтеп керә – радиоға йырҙар яҙҙыра, телевидениеға төшә, концерттарҙа ҡатнаша. Иҫәбе – ҙур сәхнәлә үҙенең концертын уҙғарыу. Бының өсөн ул халыҡҡа бушлай билет таратып бирергә риза. Фәүриә атҡаҙанған бейеүсе Зәкиәне лә алырға иткәйне лә, “тоҡ ауырлығы нимәгә кәрәк, метраж да тотмай, әйбере күп”, – тип йырсы ҡатындар ҡаршы сыҡҡас, уны кәсепкә йөрөтмәй башланылар.

Кәсеп тигәне шул концертҡа аҡса эшләргә йөрөү була инде. Кәримәнең уңайлы йылы машинаһына инеп ҡунаҡлаған Шәһиҙә менән Фирүзә кемуҙарҙан хужаға маҡтау яуҙыра башланы.

– Эй, машинаң шәп тә инде, Кәримә апай, үҙе йылы, үҙе шәп йөрөй, – тип башланы Шәһиҙә. – Иҫән-һау ғына йөрө инде.

– Анау эргәңдәге төймәгә баҫһаң, аҫтан йылы килә башлай, – тине Кәримә, күңеле булып.

– Ысынлап шулай икән дә! – тип йөпләне Фирүзә. – Хужаһы ниндәй, машинаһы ла шулай инде! Беҙ ҙә йөрөйбөҙ инде гастроль тигән булып ҡалтырап бөткән һалҡын автобуста.

– Эйе шул, – тип эләктереп алды Шәһиҙә. – Бына Кәримә апай булдыҡлы, йырҙарын радионан биреп торалар, телеканалда ла клиптарын көнө-төнө күрһәтәләр, ҡарап ҡыуанам. Маладис инде, маладис!

– Аҡса инде, аҡса! – тип ҡуйҙы Кәримә. – Заманында, аҡса эшләйем тип, тауар юллап Ҡытайға әҙ йөрөмәнем. Унан Сыбайлы баҙарында йәйен-ҡышын һатыу иттем. Хәҙер үҙемдең өс кибетем бар. Эскән, йөрөгән ирҙе ҡыуып сығарҙым. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙым. Өфө үҙәгенән өс бүлмәле ҙур фатир һатып алдым. Авдонда ике ҡатлы йортом бар. Йылына ике тапҡыр сит илгә сығып ял итәм. Яңыраҡ Таиландта булып ҡайттым. Фәүриәгә заказ биреп, йырҙар яҙҙыртам. Шөкөр инде, шөкөр!

“Һинең тауышыңдан ҡарға тауышы матурыраҡ, – тип уйлап ҡуйҙы Шәһиҙә. – Баҙар бисәләре хәҙер сәхнәлә, Кәримә кеүектәр менән донъя тулды”. Үҙен сәхнә йондоҙо кеүек тота Кәримә. Затлы сәхнә күлдәктәренә аҡса ҡыҙғанмай. Өфөләге берәй концертта ҡатнашһа, сәсен матурлатырға парикмахер саҡырта.

Сәғәт ярым барғас, Ҡарлыған да күренде.

– Рәхим итегеҙ! Хуш килдегеҙ! Һеҙҙең йырҙарҙы халыҡ ярата, Фәүриә ханым, – тип ихлас ҡаршы алды мәҙәниәт йорто директоры. – Грим бүлмәһендә сәй ҙә әҙерләгәнбеҙ.

Концерт матур ғына башланып китте. Фәүриә Ғәлиуллинаның һәр йырын тамашасы алҡыштарға күмде, ҡайһы берҙәренә ҡушылып йырланы. Артабан нәфис һүҙ оҫтаһы Сәрбиә мәҙәк һөйләп көлдөрҙө. Сират Кәримәгә етте. Ул беренсе йырын йырлап бөттө лә икенсеһен иғлан итте. Ләүәш Ғәләү ни өсөндөр тағы ла әле генә йырлаған йырҙың фонограммаһын ҡуйҙы. Кәримә: “Икенсе йырҙы ҡуй”, – тип аңлатып ҡараһа ла, Ләүәш Ғәләү төшөнмәне. Ни эшләһен, Кәримәгә шул уҡ йырҙы ҡабатлап йырларға тура килде. Залда шыйыҡ ҡына ҡул саптылар. Кәримә Ғәләүгә асыуланып йоҙроҡ күрһәтте лә, залға ҡарап:

– Хөрмәтле тамашасылар! Ә хәҙер инде икенсе йырымды тәҡдим итәм, – тине лә фонограмманы ҡуйғанын көтөп, Ғәләүгә ҡараны. Уныһы, әллә Кәримәнең бүтән йырын компьютерына күсерергә онотҡан, әллә ҡаушауынан, өсөнсөгә шул уҡ көйҙө ҡуйҙы. Залдағы тамашасы көлә, шаулай башланы. Кәримә сәхнә алдына килеп, “лас” иттереп Ғәләүгә төкөрҙө лә сәхнәнән сығып китте.

Был хәлде күреп торған алып барыусы Сәрбиә: “Хөрмәтле тамашасылар! Төрлө хәлдәр була инде”, – тип йөпләп, концертты дауам итте: “Үҙенең моңло йырҙары менән сәхнәлә тағы ла Фәүриә Ғәйфуллина!”

Был ваҡытта грим бүлмәһендә оло тауыш ҡупҡайны. Филармония йырсылары Шәһиҙә менән Фирүзә, абалаған эттәр кеүек, пыр туҙып талаша ине. Концерт алдынан бер апай: “Фәрит Сәлимовты күрергә тип килгәйнем, йырлағанын бик яратам, үҙе килмәгән икән, мөмкин булһа тапшырығыҙ әле”, – тип Фәүриәгә бер моҡсай ҡалдырып киткәйне. “Ҡайҙа, ҡайҙа? Нимә икән эсендә?” – тип Шәһиҙә Фәүриәнең ҡулынан моҡсайҙы тартып тигәндәй алды ла соҡона башланы:

– О, бал, икмәк, ауыл икмәге! Артур улым бал менән ауыл икмәген ярата, – тине лә күстәнәс һалынған моҡсайҙы сумкаһына тығып та ҡуйҙы: үҙе юҡтың күҙе юҡ. Быны күргән Фирүзәнең асыуы ҡабарҙы:

– Оятһыҙ! Сығар кире, – тип Шәһиҙәнең сумкаһынан моҡсайҙы тартып алды. – Минең балам да бал ярата!

Китте тартҡылаш, моҡсай иҙәнгә төшөп китте, бал һалынған банка ярылды. Шәһиҙә, бәләкәй генә булһа ла, осоп-ҡунып Фирүзәнең сәсенә йәбеште. Фирүзәнең әле генә кейеп ҡуйған паригы йолҡоноп килеп сыҡты. Үҙе Шәһиҙәгә: “Кит, кәнтәй! Имештер, халыҡ артист­каһы! Нисек награда алғаныңды белмәйҙәр, тиһеңме?” – тип йән асыуына тибеп ебәрҙе. Шәһиҙә грим бүлмәһенең икенсе яғына осоп барып ятты. “Эштән ҡыуҙыр­там мин һине, өҫтә кешеләрем бар, белдеңме?!” Фирүзә аптырап торманы: “Мин үҙем китәм, ниңә һинең кеүек кәнтәйҙәр өсөн эшләп йөрөйөм, ти. Ауырыйым тип гастролдәргә сыҡмайһың, эш хаҡы яҙҙыралар”. “Уметь надо! – тип сәрелдәне Шәһиҙә, – әле бөтәһен дә алып бөтәсәкмен, күр ҙә тор!”

Фәүриә менән Кәримә быларҙы саҡ айырып алды. Был ваҡытта Сәрбиә сығышын тамамланы: “Ҡаршы алығыҙ, халыҡ артисы Шәһиҙә Табылдина йырлай!” – тип иғлан итте. Ләүәш Ғәләү йырҙың фонограммаһын бирҙе. Залға Шәһиҙәнең тауышы таралды, йырсы үҙе юҡ. Был ваҡытта ул күлдәген ҡаҡҡылап, микрофонды эләктерә  һалып, саҡ сәхнәгә сығып бара ине… Тамашасы, Шәһиҙәнең әҙер тауышҡа ауыҙ асҡанын һиҙеп, бик һалҡын ҡаршы алды. Сәхнәгә сығырға сират Фирүзәгә етте.

– Әллә ниндәй концерт булды бөгөн, – тип ҡуйҙы Фәүриә концерттан һуң. – Аңра Ғәләүҙән башланды…

Ҡайтҡанда Шәһиҙә менән Фирүзә икеһе ике машинаға ултырҙы.

Фото: culture.ru

Автор:
Читайте нас: