Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Декабрь 2022, 10:35

Президентҡа хат яҙам Венер ИСХАҠОВ

Беҙҙең нәҫелдә ундай яһил, алдаҡсы әҙәмдәр юҡ. Уны ДНК-ға бирергә, тикшертергә уйлайбыҙ. Шуға нисек тә Мәскәүҙәге тапшырыуға эләгергә ине. Зинһар, ярҙам итегеҙ инде.

Президентҡа хат яҙам  Венер ИСХАҠОВ
Президентҡа хат яҙам Венер ИСХАҠОВ

Президентҡа хат яҙам

Венер ИСХАҠОВ

Юмористик хикәйә

Һәр кемдең яратҡан бер шөғөлө була, тиҙәр. Теүәл егерме биш йәшендә үҙенән аҙ ҙа түгел, күп тә түгел ун биш йәшкә өлкән ҡатынға йортҡа инеп, әҙер биш балаға атай булып, илле йәшенәсә күңеленә ятышлы эш тапмаған Кәлимдең дә ғәжәп бер һөнәре бар. Хат яҙырға харап әүәҫ ул. Хат тигәс тә, тегеләй-былай нәҫел-нәсәбенә, дуҫ-ишкә генә түгел инде. Президенттың тура үҙенә яҙа ла ҡуя ул. Ә уны яҙырға мәжбүр иткән сәбәптәре лә күп төрлө. Мәҫәлән, тирә-яҡта сәселеп ятҡан кәмселектәргә йөрәге булған кеше нисек тыныс ҡына ҡарай алһын! Һин дә өндәшмә, теге лә ауыҙына һыу уртлағандай шым йөрөһөн! Шунан тормош нисек алға барһын! Юҡ, кәничне!
Шуларҙың барыһы тураһында Кәлим түкмәй-сәсмәй Президентҡа хат яҙа.
Хәҙер ауыл халҡы ла Кәлимгә ярҙам һорап йүгерә лә килә. Дүрт-биш көн элек ғүмерендә лә иргә сыҡмай ғына алты бала тапҡан, бер ҡайҙа ярты көн эшләмәгән Сафура килеп инде. Бер тынала ул бөтә зарын тоҡлап түкте.
– Бер өйөр бала ҡарап тәҡәтем ҡороно. Бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ, Президентҡа хат яҙайыҡ. Ул балаларҙы бушҡа тапҡан тиң мәллә! Илем өсөн! Теге ваҡыт Уфаға саҡырып, миҙал ҡаҙап, күпмелер аҡса менән алдаған булдылар ҙа, шуның менән вәссәләм! Как бутты шул өс бөртөк аҡса күпкә етә! – тине асырғанып. Кәлимгә нимә! Ултырҙылар ҙа яҙҙылар.
“Хөрмәтле Президент, – тип теҙелеп китте хат юлдары. – Илем өсөн алты балаға ғүмер бирҙем. Бөгөн шуларҙы яңғыҙым үҫтерәм. Һеҙ үҙегеҙ ҙә яҡшы аңлайһығыҙҙыр – алты баланы үҫтереү еңел түгел. Еңел булһа, үҙегеҙ ҙә шул сама бала бағыр инегеҙ. Ә мин үҫтерәм. Ашарға кәрәк, һыу эсеп кенә йәшәп булмай. Бына-бына ҡыш етергә тора, балаларымдың өҫтөнә йылы кейем юҡ. Кейем булмағанлыҡтан уртансы улым көҙгә тиклем генә уҡый ҙа, ташлай. Күптән утыбыҙҙы өҙөп киттеләр. Бурысығыҙ күп йыйылған, тинеләр. Аҡсам булһа, түләр инем дә ул, ауылда эш юҡ. Былтыр мәктәпкә иҙән йыуыусы булып урынлашҡайным, бер ай ғына эшләнем дә ташланым. Минең менән бер партала ултырған Сара уҡытыусы булып йөрөһөн, хәҙер мин уның бысрағын таҙартайым, ти. Көтөп торһон. Бында кеше артын йыуып йөрөргә Николай заманы түгел.
Тиҙҙән ҡыш етә, ә минең утыным да юҡ. Ярай, былтыр кәртәне, һарайҙы яғып ҡыш сыҡтыҡ. Мунсаны өсөнсө йыл уҡ ботарланыҡ. Хәҙер туңып үләһе генә ҡала.
Зинһар, ярҙам итегеҙ. Бына ошо иҫәпкә аҡса күсерһәгеҙ, үҙегеҙгә лә ҙур сауап булыр ине. Минең дә бөтә кеше кеүек бик-бик бәхетле йәшәгем килә”.
Хатты яҙып бөтөп, Сафураның үҙенә уҡып ишеттергәс, хатта ҡыуанып сығып китте.
Ауылда ҡайһы бер кешеләрҙең ҡомһоҙлоғона тағы бер хайран ҡалырлыҡ. Фәсхетдин мәңге үлмәҫкә тыуғандай булып ҡылана. Имеш, фермер, эш ҡыйрата. Хөкүмәттән әллә күпме аҡса ла алған, тиҙәр. Шул әҙәм элекке ферманы алып, ауыл халҡынан йүнәттереп, шунда һыйырҙар тота. Моғайын, ул аҡсаны ҡайҙандыр урлаған, малды ла кешенекен сәлдергән. Тик торғандан берәү ҙә тиҙ генә байып китмәй. Хәҙер үҙен хәс элекке кулак һымаҡ тоя. Имеш, ауылға ярҙам итә. Теге ваҡыт ауыл зыяратын ҡойма менән ураттырҙы. Өмәгә Кәлимде лә саҡыра ине, хәҙер көтөп торһон, китеп бара, ти. Бына Президентҡа яҙып арт һабағыңды уҡытһын әле. “Хөрмәтле Президент! Был хатты йөрәгем әрнегәндән яҙам. Һеҙҙең шундай ғәҙел кеше булыуығыҙҙы белгәнгә лә яҙам. Ауылыбыҙҙа Фәсхетдин колхоздың элекке һыйыр фермаһын анһат ҡына үҙенеке итеп алды. Рәхәт бит, төҙөп расхудланаһы түгел. Хәҙер йөҙ башлап һыйыры бар. Шул тиклем малды нисек аҫрамаҡ кәрәк? Ҡайҙан бесән еткерә? Әлбиттә, урлаша! Былтыр минең берҙән-бер һыйырым да күтәртеп ҡуйҙы. Президент әфәнде, һеҙ һәр сығышығыҙҙа уғрыларға закон ҡаты булырға тейеш, тип бараһығыҙ. Фәсхетдин дә шул ҡараҡтарҙың береһе. Уның эшен ныҡлы тикшереүегеҙҙе һорайым. Арабыҙҙа ундай әҙәм аҡтыҡтары булырға тейеш түгел. Мин һеҙгә ышанам”.
Бына Әғзәмовтар нисә йыл буйы ата-әсәһенән ҡалған иҫке йортто бүлешә алмай ҡаңғыралар. Уларҙың да проблемаһын хәл итешеүҙә ярҙам һорап хат осто. “Хөрмәтле Президент. Беҙ Мәжит районы Ҡарайған ауылынан булабыҙ. Ошо ауылда үҫкәнбеҙ. Туғыҙ бала буй еткереп, үҙебеҙ олатай-өләсәй булып бөткәнбеҙ. Хәҙер төрлөбөҙ төрлө ерҙәрҙә ғүмер итә. Бөтәбеҙ ҙә ғаиләле, хәлле йәшәйбеҙ. Тик бына атайыбыҙ менән әсәйебеҙ мәрхүм булғас, ҙур мәшәҡәткә тарыныҡ. Атайыбыҙҙы ҡараған һеңлебеҙ атайымдың имзаһын ҡуйып, өйҙө үҙенә яҙҙыртҡан. Һеңлебеҙ беҙҙең бер туғаныбыҙ түгелдер ул. Беҙҙең нәҫелдә ундай яһил, алдаҡсы әҙәмдәр юҡ. Уны ДНК-ға бирергә, тикшертергә уйлайбыҙ. Шуға нисек тә Мәскәүҙәге тапшырыуға эләгергә ине. Зинһар, ярҙам итегеҙ инде. Бөтә ғаиләбеҙ менән рәхмәтле булырбыҙ”, – тигән эстәлекле ине ул.
Бөгөн дә Кәлим үтә яуаплы, мөһим хат менән мәшғүл. Ауылдарында бына тиҫтә йылдар көтөү юҡ бит. Булыр ине лә, көтөүсе таба алмайҙар. Ауыл кешеләре осраған һайын: “ Ни эшләп һаман Президентҡа яҙмайһың? Яҙырға кәрәк, – ти. – Район түрәләрен бешереп алырға кәрәк. Ул сағында беҙҙең кем икәнде белерҙәр. Әтеү шаштылар”.
Икенселәре быға ҡаршы: “Нимәгә ул көтөү кәрәк? – тиҙәр. – Ауылда баҫыу-маҙар юҡ. Көтөү булһа, һыйырыңды иртән тороп һауырға, ҡыуырға кәрәк. Ә былай йән рәхәте, теләгән ваҡытта йоҡонан тораһың, мал-тыуарыңды ҡапҡаны асып сығарып ебәрһәң, эш тә бөттө”.
Шул тамам тәҡәтте ҡоротто. Теге ваҡыт силсәүеткә йыйылышта ошо хаҡта әйткәйнек, уныһы туҙынды ла китте. Күҙенең ағы менән сәнсеп ҡарап:
– Тамам наҙайыл иттегеҙ шул көтөүегеҙ менән! – тип яман итеп ҡысҡырҙы. – Ҡулығыҙҙан килмәгәс, аҫрамағыҙ!
Район башлығына ла барғайнылар ҙа, уныһын һис кенә лә тап итә алманылар. Ту Уфаға киткән, ту әллә ниндәй кәңәшмәгә... Аптырағас, бына Президенттың үҙенә яҙырға булдылар.
“Хөрмәтле Президент! Һеҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш был мәсьәләне хәл итеп булмаҫ. Шуға ла һеҙгә мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Ауылда көтөүсе табып булмай. Өс йыл элек Гәрәй көтөүсе булырға ризалашты, тик ярты көн генә көтә алды. Мәлғүн төш ваҡытында иҫереп тәгәрәгән. Шул арала ярты көтөүҙе бүре тамаҡланы...” Инде кинәнеп яҙып ултырғанда ғына урамда ҡатынының тауышы салынғандай булды.
– Кәли-и-им, бәрәңге-е-е-е!
“Ай Алла ошо бисәләрҙе! Бар белгәне ашау ҙа донъя. Ул бит Президент һынлы Президентҡа бик мөһим хат яҙып ултыра. Ә ул һаман да ваҡ-төйәк менән башты ҡатыра. Исмаһам, тыныс ҡына фекерен осларға ла хут бирмәй. Ашау ҡасып баралыр шул”. Кәлим, юҡ менән башты ҡатырма әле тигәндәй, ҡулын ғына һелтәне лә тағы хатын дауам итте: “Ауылда көтөүселәр юҡ...”
Ә тышта тауыш тағы яңғыраны:
– Кәлим, тиҙерәк сыға һал!
– Ярай, ярай, хәҙер, биш минуттан!
– Һин ҡалай ҡыҙыҡ!
Ул арала ярһыуҙан күҙе аларған ҡатыны өйгә килеп инде.
– Анау ҡапҡаны нығыт тип әллә ҡасанан бирле туҡылдайым! Хәҙерҙән башҡаны белмәйһең! Һыйырҙар ҡапҡаны емереп баҡсаға кергән бит! Ана, бәрәңгене тапап бөткәндәр! Бер үҙем бер нисек тә ҡыуып сығара алмайым! Әйҙә, тиҙерәк бул!
Кәлим йүгереп баҡсаға сыҡты. Ысынлап та, һәүкәштәр баҡсаны иҙгесләп бөткәйне. “Ҡайһылай йәтеш булды әле!” Кәлимдең башынан үткән тәүге уйы шул булды.
– Ҡыумай тор, ҡыумай тор! – тип ҡысҡырҙы ҡатынына. Унан өйөнән йәһәт кенә телефонын алып сыға һалып, баҡсаны, унда йөрөгән һәүкәштәрҙе фотоға төшөрә һалды. – Бына хәҙер булды! Как рас! Президент үҙ күҙҙәре менән күреп, ышанасаҡ.
Бер нисә минуттан көскә һыйырҙарҙы ҡыуып сығарҙылар ҙа, Кәлим йортона ҡабаланды. Фотоларҙы яҙа башлаған хатына беркетеп, Президентҡа оҙатты. “Бына үҙ күҙҙәре менән уларҙың нимә булғанын күрһен әле”.
Бер аҙҙан диванда телевизор ҡарап ултырған Кәлим әүен баҙарына киткәнен дә һиҙмәне. Төшөндә лә әллә кемдәрҙе һүкте, ҡулдарын болғаны, хат яҙҙы. Баяғы киҫекһеҙ һыйырҙар тағы ла текмәне йырғыслап ихатаға инеүен дә, берәүһе ышҡынып, бәҙрәфте ауҙарыуын да абайларлыҡ хәлдә түгел ине...

Автор:
Читайте нас: