Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
9 Ғинуар 2023, 21:50

Арыҫланым минең...

Яңы йыл мажараһы.  

Арыҫланым минең...
Арыҫланым минең...

Ауылыбыҙҙа Яңы йыл маскарадын 31 декабрҙә үткәреү матур йолаға әйләнгән. Йорт-ҡураны йыйыу, мунса инеү, табын әҙерләү кеүек мәшәҡәттәр менән бер аҙ тығыҙ тойолһа ла, был тамаша байрамға матур биҙәк өҫтәй. Йыш ҡына маскарадҡа костюм әҙерләп өлгөрмәйбеҙ, шуға күрә уны тамашасы сифатында күҙәтергә тура килә. Үткән йылдарҙың береһендә байрамға дуҫлашып йөрөгән егетем менән ҡайттыҡ. Ҡунаҡ булараҡ, беҙҙе бер нисә урынға байрам табынына саҡырҙылар. Күстәнәстәр мул ине, әллә ни әҙерлек кәрәкмәй. Форсаттан файҙаланып, бал-маскарадта ҡатнашыу өсөн кейем әҙерләргә тотондоҡ. Дуҫым быға тиклем ауылда бер нисә тапҡыр ғына булғайны, уны бер кем дә танымай. Нисегерәк ҡыланырға икәнен өйрәтә-өйрәтә иҫке тундарҙан арыҫлан костюмын тегә башланым. Ул бер аҙ оялсан егет, тик был юлы, бер кем дә танымай, тигәнгәме, ҡыйыу тотоноп китте. Үҙем, ҡуян булыр­ға теләп, аҡ курткамды һөйрәп сығарҙым, һеңлем аҡ ҡағыҙға битлек төшөрә башланы. Шул саҡ, бер нисә дуҫын эйәртеп, Ильяс күрше килеп инде. Байрам менән ҡотлай-ҡотлай сәй эсергә ултырҙылар. Ильястың күҙе миңә тип әҙерләнгән ҡуян битлегенә төштө лә, ҡыҙҙы ла китте: “Әйҙә үҙем ҡуян булып кейенәм”. Йәл түгел, костюмды Ильясҡа тотторҙом. Бер ыңғайҙан дуҫтарына ла кемеһенә - Мәскәй әбей, кемеһенә Һыу инәһе булып кейенеү өсөн ваҡ-төйәк кейемде барланыҡ. Егеттәр көлөшә-көлөшә кейенешеп, минең дуҫты ла эйәртеп, клубҡа сығып китте. Байрам башланғансы кешеләрҙе шаяртып, урамды буйламаҡсы ине улар.

Һауыт-һабаны йыуғас, һеңлем, маскарадта ҡатнашам тип, үҙенә төлкө битлеген эшләй башланы. Мин дә, ситтә ҡалмаҫ өсөн, бесәй булмаҡсы иттем. Улай-былай итеп кейемде барлағансы, һуң булып китте, мәҙәниәт йортона сыҡҡанда байрам ҡыҙғайны инде. Кешеләрҙе йырып индек тә, тамашаға ҡушылдыҡ. Яйлап ҡына беҙҙең егеттәр янына яҡынайҙыҡ. Ильяс, торғаны менән артист инде, һәр уйында ҡатнашыу өсөн һикерә лә тора, үҙе менән йә минең дуҫ егетте алып сы­ға, йә үҙенең ҡунаҡтарын эйәртә. Батырлыҡ өсөн йөҙ грамм төшөргәндәр, буғай, минең дуҫ оялыуҙы бөтөнләй онотҡан, бейеп тә ебәрә, танырға тип яҡыныраҡ килгән кеше­ләрҙе ҡытыҡлап та ала. Бер аҙ һөйләшмәксе булып янына барҙым да: “Арыҫланым минең, бөгөн һин миңә үтә лә оҡшайһың”, – тип муйынынан ҡосаҡланым. Ул өндәшмәй генә яурыныма башын һалды...

Тәүҙә парлашып алма ашап ярыштыҡ, бер аҙҙан ҡосаҡлашып шар шартлашып уйнаныҡ. Тамашасыларҙың: “Эй, бынау Арыҫлан менән Бесәй күңелле йөрөй ҙә инде! Кемдәр ул, танымайһығыҙмы?”– тип һоҡлана-һоҡлана танырға тырышыуы мине тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Дәртле көйгә ҡосаҡлашып бейеп йөрөгәндә, тамашасылар араһында торған дуҫ егетемде күреп, күҙем дүрт булды. Үҙенең курткаһын кейеп алған, әсәйем менән һөйләшә-һөйләшә тамашаны күҙәтәләр. Аптырауҙан ҡосаҡлап алған арыҫланымды этеп ебәрҙем дә, тышҡа атылдым. Ҡайтып, кейемемде алмаштырҙым да, ҡабат клубҡа ашыҡтым. Сығып етеүемә, бал-маскарад аҙағына яҡынлашҡайны. Дуҫ егетем менән әсәйемдең янына килеп торҙом. Ул мине ҡосаҡланы ла: “Бик килештереп кенә йөрөй инең, ниңә ҡасып ҡайтып киттең? Арыҫланың етем­һерәп ҡалды”, – тип бышылданы. Асыуымдан шартлар хәлгә етеп, уға йоҙроҡ төйөп алдым.

Баҡтиһәң, урам буйлап йөрөгән саҡта, оялсан дуҫымдан әллә ни рәт сыҡмаҫын һиҙгән күршебеҙ Ильяс уның костюмын һалдырып алған да, күрше ауылдан килгән еҙнәһенә кейҙергән. Кис буйы шулай күрше ауыл ирен, үҙемдең арыҫланым тип уйлап, ҡосаҡлап йөрөгәнмен...

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: