Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
10 Ғинуар 2023, 14:35

Яңы йыл, дөгө, ахырызаман...

Яңы йыл мажараһы.  

Яңы йыл, дөгө, ахырызаман...
Яңы йыл, дөгө, ахырызаман...

Әхирәтем Әминә 2013 йылды үҙҙәрендә ҡаршы алырға тәҡдим итте. Әйтеүенсә, табын әллә ни ҙур булмаясаҡ, уҙа барһа 6 – 7 кеше. Тик 31 декабрҙә иртәрәк килеп, өҫтәл әҙерләргә ярҙам итергә генә кәрәк ине уға. Байрам хөрмәтенә мине эштән алданыраҡ ебәрҙеләр, ҡайттым да әхирәтемә юлландым. Ул эштә булған арала тәүге әҙерлек эштәрен башланым. Табынға меню алдан төҙөлгәйне, миңә бары тик бирелгән күрһәтмәләрҙе генә үтәргә ҡала.

Меню теҙмәһенә күҙ һалдым. Былау (ғүмер буйы бешерә белмәнем, шулай ҙа итен турап, әҙерләп ҡуйҙым), голубцы (фарш­ты туңдыр­ғыстан алып иретергә ҡуйҙым, кәбеҫтәне эҫе һыуҙа бешекләп алдым, күп итеп һуған тураным, ҡырғыс аша кишер үткәрҙем), краб таяҡсаларынан салат (“һә” тигәнсе әҙер булды), гөбәҙиә (ҡамыр баҫтым, ҡыҙыл эремсек, күрәгә, йөҙөм емештәрен әҙерләнем), дөгө тултырып бешереү өсөн ҡаҙҙы ла әҙерләп ҡуйҙым хатта. Бөтә эш дөгө ярмаһында туҡталып ҡалды.

Аш-һыу бүлмәһенең бар тартмаһын тикшереп сыҡтым, тик ул  табылманы (ризыҡтарҙы әҙерләгән саҡта уҡ Әминәнең дөгө ярмаһына булған һөйөүен аңлағайным инде, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙемдән сығып, ҡунаҡтарҙың бөтәһе лә уның был һөйөүен уртаҡлаша, тип әйтә алмайым. Ҡытайҙарҙың был ярмаһына һәр саҡ битарафмын). Киске сәғәт һигеҙенсе киткәс, түҙмәнем, магазинға сығып, ярма һатып алырға булдым. Күпме алырға икәнен һорашайым тип, әхирәтемә шылтыраттым. “Ниндәй магазин, өй тулы ырииис”, – тип һөйләнгән тауышынан Әминәнең эштән ни өсөн һаман ҡайтып етмәүен аңлап ҡалдым. Тик күпме генә эҙләһәм дә, ярма табылманы. Сәғәт киске туғыҙ тулыуға күңелләнеп алған әхирәтем ҡайтып инде лә, кладовкаһынан 25 килограмлыҡ тоҡто сығарып “дөңк” иттереп өҫтәлгә килтереп ултыртты: “Бына бит дөгө!”

Ҙур табаҡҡа мул ғына итеп ярманы һалдым да, крандан һыу ағыҙып, йыуырға тотондом. Шул саҡ өҫтәл өҫтөндә һин дә мин ултырған тоҡ шааааап итеп тәүҙә ултыр­ғысҡа, аҙаҡ иҙәнгә барып төштө һәм бар тирә-яҡ ап-аҡ ярмаға күмелде. Бешеренеү ҡайғыһы китте, икәүләшеп иҙән һеперергә, дөгө йыйырға тотондоҡ. Етмәһә, иҙән таҡталары араһындағы ектәргә лә ярма тулған. Әллә ярмаһын йәлләп, әллә артыҡ градустары тышҡа урғылдымы, әхирәтем бер аҙ балауыҙ һығып алды.

Ҡунаҡтар килеүгә табын яртылаш ҡына әҙер ине, ярай, магазинға сығып, әҙер билмән һатып алырға өлгөрҙөм. Ҡаҙ менән голубцы төнгө сәғәт икелә генә бешеп сыҡты. Ә икенсе көндө өй йыйған саҡта кладовка бүлмәһендә ултырған тоҡтарҙа тары, ҡарабой­ҙай һәм башҡа ярмаларҙы, ҡумта-ҡумта шырпы, тоҙҙо күреп, иҫем китте. 2012 йылдың 21 декабрендә килеп етәсәк ахырызаманға Әминә шулай әҙерләнгән икән. Тик ахырызаман ғына, уның бындай әҙерлеген белмәгәс, ер шарын урап үтеп китте...

Яңғыҙ йәшәгән әхирәтем уларҙы ҡасан ашап бөткәндер – белмәйем. Әммә мин киләһе ун йылда уға байрамды ҡаршыларға ба­рыр­ға ҡурҡтым. Сират тары ярмаһына килеп етер тинем. Мин уны бөтөнләй ашамайым, икенсенән, иҙәндән тары йыйыу икеләтә ауырҙыр ул…

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: