Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
11 Ғинуар 2023, 20:55

"Икмәк тотоп ант итәм"

Һеҙҙең арала шундай кешеләр бармы? 

"Икмәк тотоп ант итәм"
"Икмәк тотоп ант итәм"

 

            – Нимә тип  эсәһең инде!

Был һүҙҙе уға  нисә тапҡыр ҡабатлағанымды үҙем дә иҫләмәйем. Күргән һайын һалмыш, осраған һайын “үлеп бара”.  Сәбәбен дә табып тора.

– Эй, дуҫ, бөгөн шунса ғына эш хаҡы алдым. Йә, шул хәйерсе аҡсаһына нисек йәшәмәк кәрәк!  Асыуҙан эстем дә ҡуйҙым! Юҡ, бүтән  грамм эсмәйем!

Теге ҡайтҡанда ла “егет булғайны”.

- Һин дуҫ мине гел шулай йөрөй тип уйлайһыңмы. Юҡ! Бисәкәйгә йән көйөп инде. Юҡ, ошонан башҡа ауыҙға тамсы ла алмайым. Бына икмәк тотоп ант итәм.

- Мин һиңә хәҙер ышанмайы!

- Һин нимә, дуҫ! Мине бөтөнләй бөткән кеше тип уйлайһыңмы!

Алкаш тип уйлайһыңмы!  – Ул ярһып китә.

Кисә йәнә уны күрҙем. Йөҙө ҡарағыһыҙ булып  шешенгән, төҫө ҡасҡан.

– Уй, дуҫ, кисә ауылда берәүгә нигеҙ ҡорғайныҡ. Шунда бөтәһе эскәндә нисек инде суфый кеше һымаҡ тормаҡ кәрәк. Кеше көлдөрөп. Эстем дә ҡуйҙым. Күп түгел инде.

Дуҫым  минең күҙгә мөлдөрәп баҡты.

– Шуға бөгөн баш аҡтарылып бирә. Баш төҙәтергә берәй йөҙ һум аҡса биреп кенә тор әле. Башҡаса ауыҙға ла алмайым бына. Икмәк тотоп ант итәм.

 

Фото: fikiwiki.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: