Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
28 Ғинуар 2023, 13:15

Дауаханаға тағы ла килегеҙ!

Өс аҙна тигәндә  Орҡоя  апай ҙа, Сәлимә инәй ҙә бер сама арыуланып,  ҡайтырға йыйынды.  Изге күңелле врачҡа  был тиклем дә зирәк, йомарт ҡатындар менән хушлашыу еңелдән түгел ине. Туған-тыумасалары ауылдан ул итен, ул майын  килтереп кенә торҙолар. Тулҡынланыуҙан сикәләрендә хатта  күҙ йәштәре ялтыраны.   Әйткәндәй, һеҙгә ошондай әкәмәт хәлдәр танышмы?    

Дауаханаға тағы ла килегеҙ!
Дауаханаға тағы ла килегеҙ!

– Ошолар бальнис тиҙәр ҙә йөрөйҙәр! Наҙайыл!

– Бер пакуй бирмәйҙәр бына! Ултырып бер шәшке сәй эсер әмәл юҡ! Врач тигәс тә, беҙҙең дә ян юҡ тиһегеҙме әллә!

Сәлимә инәй илла-аллаға анализдар тапшырып, ғүмере ишетмәгәнде- ишетеп, дауаханаға ятҡас, бер сама тын алғандай булды.

Палатала унан  башҡа тағы өс бисә бар ине. Танышып алдылар. Үҙенән  апаруҡҡа кесерәк күренгән Орҡоя  тигәне духтырҙарыңдан да былай ихласыраҡ, һәйбәт кеше  булып сыҡты.  Үҙ туғаның да ете-ят өсөн прәме шулай өҙөлөп тормаҫ. Уның  хәлен  текемләп белеште.

– Ҡайһы ауылдан булаһың, ҡай ерең ауырта, балаларың нисәү, ҡайҙа эшләйҙәр, нисә тапҡыр иргә барҙың, абышҡаң гүләйт һуҡтырмаймы, һуғышаһығыҙмы,  өҫтөнән йөрөйһөңмө? 

   Барыһына төплө яуаптар алып, ҡәнәғәт ҡалғас, ул  бер килке  өнһөҙ ҡалды ла, шунан:

– Төрттөңмө һуң? – тип һорай ҡуйҙы.

– Нимәгә? – һорағанын һиҙмәй ҙә  ҡалды Сәлимә инәй.

Күпте белгән ханым, күктән төштөңме әллә тигәндәй ауыҙын бәлшәйтеп,  йәнә алтын кәңәштәрен теҙҙе:

–Кемгә булһын тағы, врачтарға инде! Майламайса таба ҡупмай, тигәнде ишеткәнең барҙыр бит? Уларҙың да донъя тирәһен ҡарайһы бар, бисәһе, балалары ауыҙын асып көтөп тора.  – Сәлимә инәй үҙенән күпкә йәшерәк бисәнең күпте белеүенә хайрандар ҡалды.

           Бер аҙҙан врач бүлмәгә килеп инде. Инәй уның ҡулына ике меңлеген һондо.

Өс аҙна тигәндә  Орҡоя  апай ҙа, Сәлимә инәй ҙә бер сама арыуланып,  ҡайтырға йыйынды.  Изге күңелле врачҡа  был тиклем дә зирәк, йомарт ҡатындар менән хушлашыу еңелдән түгел ине. Туған-тыумасалары ауылдан ул итен, ул майын  килтереп кенә торҙолар. Тулҡынланыуҙан сикәләрендә хатта  күҙ йәштәре ялтыраны.      

– Матур апайҙар, тағы  ла килегеҙ, – тип уларҙың арҡаларынан дөпөлдәтеп һөйөп, дауахана ихатаһына сығып, ҡул болғап  оҙатып ҡалды.

Фото:gazprom.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: