Шоңҡар
+22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
3 Февраль , 20:20

Башыма күҫәк менән һуҡҡандай булдылар

...Шул көндән башлап бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла "һылыу" тип өндәшә башланым. Үҙемдән оло булып күренгәндәргә лә. Иң мөһиме: бөтәһенә лә оҡшай... Ә һеҙгә кем тип әйтеүҙәрен теләр инегеҙ? 

Башыма күҫәк менән һуҡҡандай булдылар
Башыма күҫәк менән һуҡҡандай булдылар

...Йәш ваҡытта үҙемдән олораҡ ҡатын-ҡыҙҙарға "апай" тип әйтергә ғәҙәтләнеп киткәйнем. Бындай ғәҙәтем үҙемә лә, уларға ла оҡшай ине. Шулай тиҫтәләгән йылдар дауам иткәндер. Һәм бер көндө ниндәйҙер магазинға инеп, һатыусыға "апай" тип өндәшкәйнем, ул миңә йылмайып ҡараны ла:
- Киреһенсә, һин миңә ағайҙыр ул - олораҡ күренәһең бит, - тине. Башыма күҫәк менән һуҡҡандай булдылар - шул урында үҙемдең, йәшлегем менән хушлашып, ололар рәтенә баҫҡанымды аңланым.
...Ҡыҙыҡ күренеш: кешенең бер генә һөйләме үҙемә булған ҡарашты 180 градусҡа үҙгәртте лә ҡуйҙы...
...Шул көндән башлап бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла "һылыу" тип өндәшә башланым. Үҙемдән оло булып күренгәндәргә лә. Иң мөһиме: бөтәһенә лә оҡшай...

Фәнил ЮЛДАШБАЕВ.

Фото: inet-shops.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в