Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
25 Февраль 2023, 09:25

ТЕЛМӘР Фәрүәз Сәйфуллин

Телмәр таныш. Халыҡ уны Яттан белә.

ТЕЛМӘР  Фәрүәз Сәйфуллин
ТЕЛМӘР Фәрүәз Сәйфуллин

Фәрүәз Сәйфуллин
ТЕЛМӘР

Ауыҙынан сыҡҡан һүҙе,
Әйтерһең дә,
Алтынға тиң.
Диктофон тотоп торалар
Яҙырға тип.

Түрә һөйләй. Телен йотоп
Тыңлай халыҡ.
"Алтынға тиң" ул һүҙҙәрҙән
Көс, дәрт алып.

Ҡул сабалар һөйләм һайын
Ҡолаҡ ярып.
"Афарин!" - тип һөрәнләйҙәр
Ҡайһылары.

Телмәр таныш. Халыҡ уны
Яттан белә.
Яңы күреп ихлас тыңлай,
Эстән көлә.

Фото:egevpare.ru

Автор:
Читайте нас: