+19 °С
Болотло
Ришат Төхвәтуллин, өйләнһә лә, табыныусылары тынғы бирмәй икән. Йырсының Өфөләге концертында көтөлмәгән хәл булған: Н. исемле ханым Ришаттың ата-әсәһе янына килеп, улар менән һөйләшкән, йырсыға йөрәк хистәре тураһында һөйләгән. Уның Ришатҡа булған мәхәббәте бер нисә йыл дауам итә икән. Йырсы артынан Ҡазанға ла, ауылға ла барған. Был хаҡта йырсы үҙенең сәхифәһендә яҙған.
- Ришат, мин һине яратам!
— Һуң инде, мин өйләндем бит.
— Һуң түгел, мин һине күпме көттөм! Беҙ барыбер бергә буласаҡбыҙ. Донъя бит ул бөгөн былай, иртәгә инде...", — тип хистәрен белдерткән Н. ханым.
Фото: Бәйләнештә.