Шәмбе көн булғас Сәмит йоҡоһон туйҙырғас ҡына килеп торҙо. Ҡатыны Хәбиә ҡоймаҡ ҡойған. Сәмит ”Моң иле” каналынан тапшырған күңелле йырҙар тыңлай-тыңлай ҡоймаҡлап сәй эсә башланы. Ике сынаяҡты эсеп ҡуйҙы ла тағы яһатты. Күгәрсен районының Сәпсек ауылында йәшәүсе Мәғәфүрә Ғәбитова өсөн “Әсәйемдең бесәйе” тигән йырҙы тапшырабыҙ тинеләр. “Бөгөн баҙар көнө бит, өйҙә бер грамм ит ҡалмаған, иткә сығып килһәңсе”, – тине Хәбилә. "Хәҙер бынау концертты тыңлап бөтәйем дә сығырмын" тип, Сәмит ҡуҙғалырға ашыҡманы.
– Әсәйеңдең бесәйен тыңлайһыңмы, радио көнө-төнө йырлар инде ул. Бәлеш ҡуйырмын тигәйнем. Бөгөн апайымдар килә, ҡыбырла тиҙерәк.
– Ярар, ярар, – тип Сәмит кейенде лә сығып китте. Тышта рәхәт, яңы ғына ҡар яуып үткән. Ярай, баҙар яҡын, биш минут үтеүгә барып та етте. Халыҡ күп кенә ине. Ит хаҡтарын белешә-белешә рәттәр буйлап йөрөй бирҙе. Ниәте – һәйбәт, әммә арзаныраҡтан ит алыу. “Кемде күрәм мин, өнөммө был төшөммө”, тип бер ҡатын шарылдап килеп ҡосаҡлап алды Сәмитте. Сәриә икән, ҡасандыр мәҙәниәт һарайына үҙешмәкәр түңәрәккә йырларға йөрөйҙәр ине бергә. - Был тирәлә йәшәйһеңме әллә, тип һорап ҡуйҙы Сәриә. – Мин дә яңыраҡ бынауы йорттан бер бүлмәле фатир алдым әле, һинеке ҙурмы? Ҙурмы тип, фатирым ярайһы ғына, – тип ҡуйҙы Сәмит, - анауы һары йортта торабыҙ. Ҡатын һыйыр ите ал тип сығарғайны, йөрөйөм әле баҙар буйлап.
- Бөтә итте алып бөтмәҫтәр әле, торайыҡ әле һөйләшеп бер күрешкәндә, – тине Сәриә, Сәмит алдында бөтөрөлөп. – Күпме йылдар күрешкән юҡ бит. Сәриә, йылҡылдап торған ҡап-ҡара тун кейеп алған. “Туның бик матур икән, ҡотло булһын” тигән булды Сәмит.
– Шулаймы, – тине Сәриә тунын маҡтағанға шатланып.
– Эйе, бик тә матур, беҙҙең Мурзиктың тунына оҡшаған, уның да туны шундай сөм-ҡара.
– Ә Мурзик кем һуң ул?
– Мурзикмы? Мурзик ул беҙҙең ҙур ҡап-ҡара бесәй! Сәмит шулай тигәс, Сәриә баҙар яңғыратып көлөргә тотондо: – Уфю үләм, ул Мурзик кеше тип торам тағы. Минең туным Америкалағы ниндәйҙер хайуандың тиреһенән тегелгән. Бик ҡыйбатҡа һатып алдым. Беҙҙә һалҡын булғас тун кейеп була. Яңыраҡ Мәскәүгә барып бышлығып йөрөнөм был тун менән. Унда йылы булғас, тун кеймәйҙәр, еңелсә генә кейенәләр икән…
– Мәскәүҙә ни йомошоң бар ине, әллә эшләйһеңме шунда?
– Диссертация яҡлап ҡайттым. Мин бит ғалимә, белмәй инеңме ни? Сәриә апайың хәҙер кандидат наук! Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәм. Үҙебеҙҙә яҡлап булманы. Көнләшкән кешеләр күп. Ғүмер буйы матурлығымдан, зифа буйымдан, талантымдан көнләштеләр теләһә ниндәй маймыл, әтрәғәләмдәр. Бигерәк тә директор Данис этләште. Үҙе йәмһеҙ, төпөш, табаҡ битле, шөҡәтһеҙ алла һаҡлаһын, шундай ирем булмаһын.
– Шулай инде, гундай бәндәләр түрә булырға ынтыла ла инде тип ҡуйҙы Сәмит.
– Дөрөҫ әйтәһең, шуға күрә Мәскәүҙә яҡланым Диссертациямды. Күстәнәскә балды ла йәлләмәнем инде. Унда бит башҡорт балы тип иҫтәре китә. Ҡайһы бер профессорҙарҙы ресторанда һыйларға тура килде. Элек шаяртып “Сәрхүш” тип йөрөткән Сәриә күҙ алдымда үҫә барҙы, ни тиһәң дә ғалимә, фән кандидаты!
– Диссертацияңдың темаһы ниндәй ине? – тип һораған булды Сәмит, үҙе ғилми эштәрҙә бер ни ҙә аңламаһа ла.
– Бер кем дә тотонмаған тема: “Конфликттың көнкүрешкә йоғонтоһо”. Бына мәҫәлән ир менән ҡатын конфликты, эштән үҙ-ара ығы-зығы, күршеләрҙең талашыуы һәм башҡалар.
– Конфликт яҡшыға алып бармай инде, тине Сәмит. Һөйләп күрһәтеп торалар бит: ире бисәһен туҡмаған, һөйәркәһе егетенең күҙен соҡоп алған. Ике ҡатын бер ирҙе бүлешә алмай сәстәрен йолҡошоп бөттө. Телевизорҙан күрһәттеләр, Алла һаҡлаһын ҡайҙа барыбыҙҙыр инде.
– Сәмит! Әйҙә минең аҫтыма яҙыл әле? , тине Сәриә ҡапыл нимәнелер иҫенә төшөрөп.
– Ҡайһы ерендә яҙыылырға? – тип Сәмит аңламаны.
– Бинес менән шөғөлләнәбеҙ, миңә ике кеше кәрәк ине, аҫтына яҙып ҡуйырға.
20 мең бирһәң дә үҙеңдең аҫтыңа ике кеше яҙып ҡуяһың, тиҙ арала байып була.
– Аҫтыңа ла, өҫтөңә лә яҙылмайым Сәриә, аҡса әтәс булып ҡысҡырмай әле. Яңыраҡ бер ҡатын Круизға сығабыҙ, байыйбыҙ, сәйәхәт итәбеҙ, ай һайын зарплатаңдан өс меңеңде биреп тор, тип баш ҡатырғайны, артыҡ аҡсам юҡ, ғәфү ит, Сәриә.
– Ярай әләйһәң. Ихтыярың. Мин хәҙер докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эш башлайым мәжлес таҡмаҡтары буйынса. Белһәң миңә яҙып бир әле бер файҙаң булыр. Ҡасандыр туйҙарҙа күп йөрөгәс Сәмиттең шундуҡ таҡмаҡтар иҫенә төштө.
– Уныһын ғына булдырабыҙ. Диктофоның бармы? Хәҙер йырлап бирәм.
– Хәҙер, хәҙер.
Сәмит йырларға тотондо:
Алып кил миңә тағын
Берәр литр самогон.
Закускаға һуған,
Асыуланма туған
Аҡса кеҫәнән шыуған.
Кил, кил, кил, кил иркәм кил инде
Кил иркәм кил инде йөҙ грамм бир инде
Пахмурҙан үләм инде.
Сәмит, яндарына халыҡ йыйылғанын да онотоп тағы йырланы:
Аҡ та була күк тә була
Араҡы шешәләре
Эсеп, эсеп үлеп китһәм
Эсеп эсеп үлеп китһәм
Иҫеңә төшөр әле!
Кешеләр: Афарин! Тағы йырла! тип ҡысҡыра башланы.
Сәмит инәлтеп торманы тағы ла дәртлерәк йырларға тотондо:
Һауаларҙа бер самолет
Кереп китте болотҡа
Тағы нимә йырларға һуң…
Әшәке таҡмаҡтың аҙағын йырлап бөтә алманы. Ҡатыны килеп сыҡты: “Мин уны иткә тип сығарып ебәрәм, ул бында таҡмаҡ йырлап тора оятһыҙ, һеҙгә бында айыу бейетәләрме”, тип Хәбилә, кешеләрҙе ҡыуырға тотондо.
“Бына ғалимә, Сәриәнең һорауы буйынса таҡмаҡтар йырлағайным тип аҡланды Сәбилә. Уға докторлыҡ диссертацияһы яҙырға кәрәк.
Хәбилә оторо ҡыҙҙы ғына: “Кеше ирен ауыҙыңа ҡаратып тормаһаң баҙарҙа ир бөткәнме ни һиңә”, тип Сәриәгә ташланды. Сәриә диктофонын һүндерә һалып, тиҙерәк тайыу яғын ҡараны.
“Әйҙә ит алайыҡ та ҡайтайыҡ”, тине Хәбилә һүрелә төшөп. Сәмит күндәм генә ҡатынының артынан эйәрҙе.
Харис ШӘРИПОВ.