+21 °С
Болотло


Бар ине ваҡыттар! Ҙур ауылға бер бәләкәй автобус килә. Уға юл буйында урынлашҡан башҡа ауыл халҡы ла һыйырға тейеш. Йома булһа, ауылға эркелешеп йәштәр, студенттар ҡайта. Ә йәкшәмбе кире китергә кәрәк. Бәләкәй генә ПАЗ-икка нисек инергә маташабыҙ. Ҡайҙа инде ултырыу! Һыңар аяҡта баҫып барырға ла ризабыҙ. Автобустың ишегенән үтеү кәрәк. Төймәләр ҡырылып ҡалмай, сумка бауҙары өҙөлә. Хәҙер ул ваҡыттарҙы уйлаһаң, көлкө килә...
Фото: Бәйләнештә