Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
14 Ноябрь 2023, 09:59

Минең кешелә эшем юҡ Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Кеше менән булышмайым да. Кәрәкмәй ҙә, көнләш­мәйем дә. Кәрәге лә юҡ! Үҙемдеке үҙемә еткән!

Минең кешелә эшем юҡ  Юмористик хикәйә  Венер ИСХАҠОВ
Минең кешелә эшем юҡ Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

– Шунан Өфөлә ни хәлдәр? Ни яңылыҡтар? – Гөлсәскә ханым юл ыңғай ғына хәл белешергә ингән Айзаданы ишектән инер-инмәҫтән үк һорауҙар менән күмеп ташланы. – Фәнилә һаман эшләп йөрөймө шул?
– Эйе.
Был һүҙҙе ишетеүгә Гөлсәскә ирендәрен бәлшәйтеп, ике ҡулы менән боттарына шапылдата һуҡты:
– Әстәғим, эшләп йөрөй инде! Ҡара әле, туймай! Пенсияға сығыуына хан заман, ә ул һаман нәфсеһенә талашып эшләп йөрөй. Эй, ошо беҙҙең район бисәләре шул инде, ҡорһаҡ ҙур.
– Эшләмәйсә лә булмай, балалар үҫтерә...
– Бала тип ни, бала һәр кемдә лә бар. Үҫеп бөткәндәр. Эше еңел инде, заводта йөрөһә, күптән ташлап ҡасыр ине. Бер ҡараһаң, шулай инде. Ярай, эшләһен! Минең кешелә ни эшем бар? Кеше һөйләп гонаһына батаһым юҡ. Шулай бит?! – Гөлсәскә Айзадаға тура ҡараны. – Бәй, һаман ишек төбөндә торасы. Ингәс, бер сынаяҡ булһа ла, сәй эсеп сығаһың инде. Әйҙә үт, үт. Сәйем ҡайнап ҡына тора.
Гөлсәскә йүгереп йөрөп өҫтәл тирәһен ҡараштырҙы. Унан сәйен яһаған арала тағы ла һүҙ башланы:
– Ярай, туймай икән – эшләһен! Минең кешелә ни ҡыҫылышым бар?! Кеше менән булышмайым да. Кәрәкмәй ҙә, көнләш­мәйем дә. Кәрәге лә юҡ! Үҙемдеке үҙемә еткән!
Бер сынаяҡ сәй эскәс, Айзада ашыға башланы.
– Ярай инде, ҡабаланам. Ауыл хужа­лығы идаралығында йомошом бар.
Ул әппәр итеп, инде ҡуҙғалайым тигәндә, юлын быуҙы Гөлсәскә:
– Атаҡ-атаҡ, был ни эш була әле ул? Ғүмергә бер инеп, тигәндәй. Ултырғандай бул әҙерәк. Кереп йәтеш иттең әле, иртәнән бирле әллә ниңә эсем бошоп тора ине. Һин килгәс, рәхәт булып ҡалды. Ултыр, ултыр. – Гөлсәскә Айзаданың ҡулынан сынаяғын тартып тигәндәй алды ла йәнә алҡындырып сәй яһап ултыртты.
– Әйҙә әле, эсеп ултыр.
– Эсеп ултырам даһа.
– Ауыл хужалығы идаралығына барам, тиһең инде? Унда ни йомош? Уйлайым-уйлайым да, шуға аптырайым: ул калхуз, ул завхуз бөткәнгә биш былтыр, ә район үҙәгендә ауыл хужалығы идаралығы һаман бар. Ул ғынамы әле, әллә нисә кеше ултыра, ыштан тыжып. Нимә менән булаларҙыр, шурт белһен! Элек йәшә­неләр инде. Ауылдарға барған һайын йә быҙау, йә һарыҡ алып ҡайталар ине. Хәҙер бөткәндер инде, колхоздар юҡ бит.
– Кем нисек булдыра, шулай йәшәй инде...
– Эйе, бер ҡараһаң, шулай инде. Шулай шул! Кешелә ни ҡыҫылышым бар. Мин кеше менән булышмайым да, кәрәкмәй ҙә. Кешенекенә тарлығым да юҡ. Үҙ донъям үҙемә еткән. Ҡайһы бер кешеләргә аптырайым, нимәгә кеше менән булышаларҙыр, нимәгә кәрәк?
Был көндә танышының өйөнән көскә сығып һыҙҙы Айзада. Уны оҙатып, ихатаһына инеп барған Гөлсәскә үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өйөнә юлланды.
– Аптырарһың ошо Айзадаға. Ғүмер буйы ҡайҙалыр ҡабаланған була, нимәлер эшләгән була. Йә, кискә Уфаға концертҡа барабыҙ, ти. Әллә ҡайҙағы Уфаға китеп барсы әле! Күрмәгән әртисеме? Ана, телевизорҙы асаһың да ҡарайһың. Көнөнә бер ун тапҡыр йырлайҙар. Ә уға шул ғына етмәй, тағы Уфаға барып ҡарайым, ти. Кит, шуны машина менән Ҡырмыҫҡалы һынлы Ҡырмыҫҡалынан Уфаға алып китеп барған ирен әйт әле, подкаблучник, бисәһенең ҡурайына ғына бейеп йәшәй. Ундай хәсрәттең булғанынан булмағаны мең артыҡ. Бензин тират итеп. Бахыр, бисәһенең һүҙенән сыға алмайҙыр! Йәнем һөймәй шундай сепрәктәрҙе. Ҡуй, ярай, теләһә нимә эшләһендәр, минең кешелә эшем юҡ. Хут сәсе менән иҙән һепермәйме икән! Миңә нимәгә хәжәт ул!
Шул мәл күршеләренең йорто янына выжлатып ниндәйҙер йөк машинаһы килеп туҡтауға, Гөлсәскәнең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды: “Нимәгә килде икән?!” Ул, плитәһендәге ашын да һүндерергә онотоп, күршеләренә сапты...

Фото: https://ru.freepik.com

Автор:
Читайте нас: