Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
18 Декабрь 2023, 22:05

“Бишле” ҡуйған булыр инем...”

Бер аҙҙан ул Мансур янына килде. Уның атаһы бик кәрәкле кеше – фермер. Үҙҙәренең тракторы, машинаһы бар. Ауыл ерендә нимәгә генә тотонма – утынға барырға кәрәкме, бесән килтерергә булһынмы – бөтәһе лә уларға күҙ төбәп бара. 

“Бишле” ҡуйған булыр инем...”
“Бишле” ҡуйған булыр инем...”

– Балалар, бөгөнгө контроль эш бик мөһим. Уға ҡуйылған билдә сиреккә сығасаҡ. – Фәниә Әхтәмовна класҡа ҡарап шулай тине лә таҡтаға күнегеү­ҙәрҙең бирелешен яҙа башланы. Уҡыусылар дәррәү эшкә тотондо.
Кәрим өс мәсьәләне еңел генә сисһә лә, дүртенсеһендә туҡталып ҡалды. Тегеләй ҙә, былай ҙа итеп аҙапланды, әм­мә, ҡәһәрең, мәсьәлә сиселмәй ҙә ҡуя. «Их, ошо урынын ғына аңлатһа, һәйбәт булыр ине», – тип, һаман колхоз рәйесе ҡыҙы янында тапанған уҡытыусы апайҙың күҙенә лә ҡарарға тырышты. Тик ул малайҙың теләген әллә аңламаны, әллә, был колхозсы малайынан нимә көтәһең, барыбер ауылдан ары китә алмаҫ, тип уйланымы, күрмәмешкә һалышты.
Уҡытыусы Сараның дәф­тәренә ручкаһы менән яҙғылай, ахырҙа ҡағыҙ битенә нимәлер сый­маҡланы ла дәфтәре аҫ­тына һалып китте.
Бер аҙҙан ул Мансур янына килде. Уның атаһы бик кәрәкле кеше – фермер. Үҙҙәренең тракторы, машинаһы бар. Ауыл ерендә нимәгә генә тотонма – утынға барырға кәрәкме, бесән килтерергә булһынмы – бөтәһе лә уларға күҙ төбәп бара. Уҡытыусы ҡыҙы Гөлбикә янында ла Фәниә Әхтәмовна апаруҡ ҡына туҡталып торҙо.
Ахыры Кәрим алғы партала йәнәш ултырған Зөбәйҙәнән нимәлер һорашырға ынтылған арала уҡытыусының киҫкен тауышы ишетелде.
– Вәлиев, башҡаларға ҡа­масаулайһың. Үҙең башыңды эшләт. Ҡара һин уны, анһат ҡына кешенән күсермәксе була.
– Апай, апай... – Кәримдең ни әйтергә теләгәнен уҡытыусы ишетергә лә теләмәне.
– Ниндәй тауыш, ә? Ҡыуҙым сығарҙым!..
Кәримдең математиканан ғына “өслө” билдәһе сыҡты.
...Бер нисә көндән Фәниә Әхтәмовна ауырып китте лә дауаханаға барҙы. Фельдшер бүлмәһендә Кәримдең ултырыуын күргәс:
– Бәй, һин дә сирләп кит­теңме әллә? – тип һорай ҡуйҙы.
Малай урынына әсәһе яуап бирҙе:
– Минең улым бит ул, бергә ҡайтырбыҙ тип үҙем саҡыр­ғайным.
Уҡытыусы былай ҙа туҫтаҡ кеүек күҙҙәрен шар асып, берсә әсәһенә, берсә Кәримгә ҡарап торҙо:
– Атаҡ, шулаймы ни? Ҡара әле, әсәйеңдең дауаханала эшләүен ниңә бығаса белмә­гәнмен?! – тип тәтелдәне. Унан Кәримгә төбәлеп:
– Аҡыллым, үҙең нишләп өндәшмәнең, ә? Математиканан “бишле” сығарған булыр инем дәһә, – тине.

 

Фото: sosinphoto.com

 

Автор:
Читайте нас: