Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
1 Ғинуар , 12:25

Йомшаҡ уйынсыҡ эсенән ун өс энә таба

Фотоны ҡарап, сихырҙы ике туған һеңлеһе эшләгәнен еткерә.  Ә һеҙ ошондай хәлдәр хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? 

Йомшаҡ уйынсыҡ эсенән ун өс энә таба
Йомшаҡ уйынсыҡ эсенән ун өс энә таба

Бер ябай ғаиләнән ҡыҙ бай ғына егет менән таныша. Эш туйға яҡынлаша. Һәм көтмәгәндә улар әрләшеп ташлашалар. Ҡыҙҙың әсәһе, беҙ ябай ғаиләнән булғас, егеттең әсәһе теләмәгән инде ҡатнашырға, тип уйлай. Ошо хәлдән һуң ҡыҙ ҡайғырып һарғая, кибә башлай. Торорға ла хәле булмай башлағас, әсәһе боҙом эшләгәндәр тигән уйға килә.
Таныштары аша бер әбейҙе таба, әммә ҡыҙы барырға баш тарта. Ҡыҙы бармағас, уның фотоһы менән әйберен алып үҙе китә.
Әбей уны күреү менән, ғәйепле булмаған кешене насарлыҡта ғәйепләп гөнаһ алма, тип ҡаршы ала. Фотоны ҡарап, сихырҙы ике туған һеңлеһе эшләгәнен еткерә. Ниндәйҙер бүләк аша эшләнгән әйтеп,нисек боҙомдан ҡотолорға икәнен аңлата.
Өйгә ҡайтҡас йомшаҡ уйынсыҡ эсенән ун өс энә табып юҡ итә. Ошонан һуң ҡыҙы йүнәлеп китә һәм егете менән кире ҡауыша.

Автор:
Читайте нас: