Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
2 Ғинуар , 23:05

Айгөл Әсәҙуллина: "Берәүгә расписка яҙып ҡына миллион ярым һум аҡса сығарып тотторҙоҡ"

Йәш, тормош тәжрибәһе етмәгән саҡ инде.

Айгөл Әсәҙуллина: "Берәүгә расписка яҙып ҡына миллион ярым һум аҡса сығарып тотторҙоҡ"
Айгөл Әсәҙуллина: "Берәүгә расписка яҙып ҡына миллион ярым һум аҡса сығарып тотторҙоҡ"

– Тормошоңдо ҡырҡа үҙгәрткән, һабаҡ биргән осраҡтар булдымы?
– Ундай ваҡиғалар һәр кемдә лә була торғандыр. Мин шул хаҡта телгә алып үтә алам. Өфөлә йәшәгәндә аҡса йәһәтенән ныҡ ҡына алдандыҡ. Хәҙер кешеләр төрлө шикле пирамидаларға инеп аҡсаһын юғалтһа, беҙ ҙә үҙ мәлендә ҙур ғына афера ҡорбаны булдыҡ. Үҙебеҙҙең милләт кешеһе тип ышанып, осһоҙло фатир алып ҡалабыҙ тип, берәүгә расписка яҙып ҡына миллион ярым һум аҡса сығарып тотторҙоҡ. Йәш, тормош тәжрибәһе етмәгән саҡ инде. Беҙҙән тыш, тағы ла илле кешене төп башына ултыртҡан булып сыҡты теге әҙәм. Ә аҡса кредитҡа алынған ине. Бына шул хәл, ысынлап та, ғүмерлек һабаҡ булды. Аҡса мәсьәләһендә бик һаҡ эш итергә, матур һөйләгән кешеләргә ышанап бармаҫҡа өйрәтте. Ул аҡсаны түләп бөттөк. Хәҙер онотолдо инде ул тарих. Әммә ҙур бер тормош дәресе булып ҡалды.

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас: