-16 °С
Болотло
Аллаға шөкөр, магазиндарҙа һирәкләп булһа ла милли ризыҡтарыбыҙ һатыла. Кисә баш ҡаланың Урман аралығы урамындағы (Лесной проезд) "Малинка" магазинында "Бишбармаҡ"ты күреп ҡыуандым. Һай, малаҙис, кем етештергән икән? Ҡабындағы яҙыуға күҙ һалдым һәм иҫ киткес хатаға юлыҡтым. Яҙыуҙағы хаталарҙы бергәләп тикшерәйек әле.