Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
15 Февраль , 20:10

Дан китте бит Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Әммә  иремдән  айырылдым тип илап йөрөмәйем. Киреһенсә, йырлап йәшәйем һәм үҙемде сикһеҙ бәхетле тоям” тигән яҙыу өҫтәлде.

Дан китте бит   Юмористик хикәйә     Венер ИСХАҠОВ
Дан китте бит Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

   Аллаға шөкөр генә! Беҙҙә таланттарҙы эҙләй ҙә, аса ла беләләр. Элек, сәүит осоронда, һауынсылар, тракторсылар, завод эшселәренә һан булһа, бөгөн –  әртистәр заманы. Донъя алмаш-тилмәш килә шул. Уларға һан, уларға дан. Әйләнгән һайын төрлө таланттар араһында уҙыштар тыпылдап тора – бейергә, йырларға маташыусылар, бәйетселәр, сәсәндәр... Рәхим итеп  телевизорҙан көнө буйы һуҙылып ятып ҡына концерт ҡара. Ул хәҙер әртистәрҙең яман күплеге!..  

Йырҙары ла харап төрлө-төрлө. Берәүһе үгәй атаһын маҡтап моңлана, икенсеһе әхирәте менән бер-береһен ҙурлап йырлай, өсөнсөһө тәүге мөхәббәтенән йыр аша үс алыуына ҡыуанып бөтә алмай, дүртенсеһе, “илама-а-а-а,  ярһымаа-а-аа, һин үҙең ғәйепле барыһына”  тип һөйгәнен ғәйепләй. Йырсыларға рәхәт шул, әйтереңде лә, үпкәңде лә һыҙырып бөтә донъяға, бөтә ғаләмгә ишеттерергә форсаты ҙур. Бер йыр яҙҙырып ҡуйһаң, рәхмәт яуғыры, егерме-утыҙ йылы  буйы шуны көнө-төнө әйләндерәләр ҙә әйләндерәләр.

        Хоҙайға шөкөр, Наҙгөл  Әсәнованың дә ҡапыл сәнғәт йондоҙо булып балҡыуына ошо ярыш сәбәпсе булды. Унынсы кластан һуң  Өфөнөң кәнфит  фабрикаһында эшләне ул. Тик бына, хәйерһеҙе, уныһын ябып ҡуйғас, күңеленә хуш килерҙәй йәтеш кенә эш таба алмай хитланды. Унда һуғылды, бында бәрелде. 

      Шулай  көндәрҙең береһендә ул радионан  “Моңһоҙҙоң да бер йыры була”  тигән йыр-моң һөйөүселәр конкурсы  барыуы тураһында ишеткәс, ашап ултырған еренән йығылып китә  яҙҙы. Бына, исмаһам, кемдәргә  һан, кемдәргә пачут! Ҡата башындай бер малайға бер йыр йырлаған өсөн  генә лә  машина бирҙе лә ҡуйҙылар! Хәҙер күсмә вымпел менән ваҡланып тормайҙар шул.  Кинәт  Наҙгөлдөң  башына елле бер уй килде – ул да конкурста ҡатнашасаҡ, ул да йырсы буласаҡ!  Йырсылыҡҡа уҡымаған, тиһегеҙме? Һы,  шуның өсөн имынно йырсыға уҡып торорға кәрәкме?!   Ана теге ваҡыт “Тамаша” журналында бер йырсы хаҡында яҙғандар ине. Тышына ҙур итеп кәртешкәһен дә ҡуйғандар. Ул да быға тиклем  тегенсе  булып йөрөгән еренән йырсы булып киткән. Хәҙер рәхәтләнеп концерт ҡуйып йөрөй.

     Шулай итеп, Наҙгөл  ханым конкурсты ойошторған  урынға барҙы. Унда бигерәк ихлас кешеләр эшләй икән. Иң тәүҙә йырлап күрһәтеүен һорағас,  “Етегән шишмә”не һуҙҙы ла ебәрҙе. Ошонан һуң:

  • Яңы йырың бармы? – тип һоранылар.
  • Юҡ шул. – Наҙгөл кәйефһеҙ генә яуапланы.
  • Ярай, булмаһа, һис зарар юҡ, – тине Рифмир тигән ағай. – Мин үҙем шәп шағир ҙа, атаҡлы композитор ҙа. Хәҙер үк үҙеңә бер шәп йыр яҙып бирермен. Әлбиттә, бушҡа түгел инде.

    Наҙгөл ханымдың ҡапыл ғына сығарып бирерлек аҡсаһы юҡ ине. Шуға ла яҡындағы банктан ҡыйҙыртып ҡына кредит барып алды ла йырҙы шул уҡ көндө яҙҙыртып  та ҡайтты. Мулдан күстәнәсен дә ҡалдырҙы. Теге ваҡыт бер йырсы, йомарт булырға кәрәк, бүләге үткәндең һүҙе лә үтә, йырымды гел биреп торһондар тип, эш бүлмәләренә диван алып бирҙем әле, тигәйне.  Ә кисен радионан: “Сәнғәтебеҙ күгендә яңы йондоҙ балҡыны. Хәҙер бик-бик талантлы йырсыбыҙ Наҙгөл Әсәнова башҡарыуында  “Һайыҫҡан” тигән йырҙы тыңлағыҙ”, –  тип иғлан иттеләр.  

     Көнө-төнө интернетта артистарҙың нимә ашағаны, үҙ-ара һуғышҡаны, тәүге иренән киткәне һәм башҡалар һәм башҡалар тураһында уҡып ултырғас, Наҙгөл ханым да үҙенең блогын алып барырға кәрәклеген аңланы. Ана Алина тигән йырсы кейәүгә сығып та өлгөрмәне, эсен күрһәтеп, фотолар ҡуя. “Дуҫтар, ҡыуанысым сикһеҙ, минең ауырыма нисә ай икәнлеген билдәлегеҙ”, – тигән. Хатта дөрөҫ яуап яҙғандарға бүләк тә вәғәҙәләгән. Икенсе берәү ситтә ҡыҙы булыуы хаҡында һөйөнсөләй. “Эй, ҡыҙ бала һөйгө килә торғайны. Хоҙайға мең шөкөр, хыялым тормошҡа ашты. Шул ҡыҙымды яратып бөтә алмайым. Бигерәк талантлы бит. Ҡатыным да шул ҡыҙ тип кенә өҙөлөп тора”.

     Хәҙер Наҙгөл дә   “Бәйләнештә”ге  сәхифәһенә  көн һайын тигәндәй бер яңылыҡ ҡуя башланы.  Иң тәүҙә “Наҙгөл Әсәнова ни өсөн тәүге ире менән айырылышҡан” тигән яҙыу ҡуйҙы.  Унан: “Мин тыуғанда уҡ йырлап тыуғанмын. Йырсы кеше менән йәшәүе ауыр. Шуға ла иремдең мине ташлап китеүен аңлайым. Әммә  иремдән  айырылдым тип илап йөрөмәйем. Киреһенсә, йырлап йәшәйем һәм үҙемде сикһеҙ бәхетле тоям” тигән яҙыу өҫтәлде. Шуны ғына көткәндәй,  уны  төрлө гәзит-журналдар үҙҙәренә эләктереп тә алды. Аҫтына һәр кем үҙ фекерен яҙған. Берәү ирен әрләгән: “Шул кәрәк ул ҡатын ҡәҙерен белмәгән әҙәмгә. Ана һин һис кәм-хур булып йөрөмәйһең. Малаҙис. Боронғолар уңмаһаң уңға бар тип белмәй әйтмәгән”.  

     Яңылыҡ өсөн сәбәбе лә табылып торҙо. Шулай һәүетемсә  генә йәшәп ятҡанда уның яратҡан бесәйе үлеп ҡалды. Шуны ғына көткәндәй, тиҙҙән сәхифәһендә “Йырсы ғаиләһенә ҙур ҡайғы килгән” тигән яҙыу барлыҡҡа килде.  Артабан үҙегеҙ беләһегеҙ, тағы ла гәзит-журналдар бер-береһенән уҙҙырып күсерә һалып та ҡуйҙы. Гәзитчиктарға  шәп яңылыҡ булды! Хәҙер улар Наҙгөл Әсәнова тигән йырсы пәйҙә булыуын белә. Уның тураһында яңылыҡты көтөп кенә тора.

        Көндәрҙең береһендә “Айырылышыу ауыр икән” тигән баш менән  хәбәр ҡуйҙы. Халыҡ ах итеп ҡалды. “Бер бәхетең булмаһа, булмай инде. Йә, нимәһе менән яраманы икән? Бына тигән буй, төҫ”. Был тексты асҡандар:  “Ирем оҙайлы командировкаға китте. Ярай, рәхәтләнеп ял итеп ҡалырмын, ашарға бешерәһе түгел. Әтеү көнө-төнө ашарға таптырып аптырата. Йылытып биргәнде яратмай” тигән яҙыуҙы уҡығас, еңел һулап ҡуйҙы.

 

       “Наҙгөлгә  ярҙам кәрәк” тигәне лә интернет буйлап тиҙ таралды.

“Дуҫтар, күңелемдә нәмә булғанын беләһегеҙ. Башҡа түҙә алмайым. Сабырлыҡтың да сиге бар... Беҙ ирем менән айырылдыҡ... Зинһар, һормағыҙ ни булды тип... 10 йыл балалар тип түҙҙем... башҡа түҙә алмайым. Бәхет кенә теләйем. Бәлки, яҙырға кәрәк түгелдер, бик арыным һорауҙарҙан. Ул миңә 10 йыл буйы янай. Әгәр минең менән бер-бер хәл булһа, барыһы ла белеп торһон”.  Китте комментарийҙар. Һәр береһе алтын кәңәшен теҙгән. Бер ханым хатта: “Ике лә уйламай айырыл. Хәҙер үк ҡыуып сығар. Озлат һин уны, тупһаңа яҡын да юллатма!  Нимәгә йөҙөңдән көлдөрөп шундай хәшәрәт менән йәшәп ятырға”,  –  тигән.

         Бынан бер ай элек кенә бер кем белмәгән Наҙгөл Әсәнова – хәҙер бик билдәле кеше. Дан китте бит! Һәр пост һайын уның  дуҫтары, табыныусылары күбәйҙе. Хәҙер көн һайын уның битләүенә  инеп кенә торалар. Яҙмай торһа, хәлдәрен һорашалар,  тормошо менән ҡыҙыҡһыналар.

     Бөгөн тағы радионан Наҙгөлдөң йырын бирҙеләр. Бер аҙҙан ул тағы ла компьютер алдына ултырҙы. Был юлы ”Наҙгөл бер йырсы менән һуғышҡан”  тигән яңылыҡ хасил булды...

ru.freepik.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: