Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
6 Март , 20:00

Ҡәйнәм сихырсыға барған

Процедураны үтеп ҡайтып киттем. Бер айҙан УЗИ га килергә, һөҙөмтә яҡшы булһа, эмбрион ултыртабыҙ тинеләр.

Ҡәйнәм сихырсыға барған
Ҡәйнәм сихырсыға барған

Ҡалаға эш менән барырға тура килде. Шунда таксила бер ҡатын менән танышып киттем. Шунда ул үҙенең ҡатмарлы тормош юлын һөйләне. Уның исеменән яҙам.
"Мин ҡатынынан айырылған иргә кейәүгә сыҡтым. Ҡәйнәм мине яратманы, улы тәүге ҡатыны менән бергә булырҙар, уртаҡ балаһы хаҡына, тип өмөт итә ине. Ә мин килгәс, бар өмөтө юҡҡа сыҡты.
Бер-ике йыл йәшәгәс, бала табырға ваҡыт, тип уйлай башланыҡ. Тик бер нимә лә килеп сыҡмай ине. Шунан больница юлын тапай башланым. Тик врачтар, барыһы ла яҡшы, тип бер ауырыу ҙа тапмай, ҡулдарын йәйҙеләр. Үҙебеҙҙең ҡалала сәбәбен тапмағас, күрше ҡала врачтарына йөрөй башланым. Ике йыл анализдар, врачтан врачҡа, ҡаланан ҡалаға йөрөй торғас, эко эшләп ҡарарға булдылар. Анализдар биреп йөрөгәндә бер белемсе тураһында һөйләнеләр. Һәм, минең һымаҡ проблемаһы булған ҡатын менән алдан яҙылып юлға сыҡтыҡ. Беҙҙе бик оло ла булмаған, йөҙөнә ныҡ арығанлыҡ сыҡҡан ҡатын ҡаршы алды. Ҡырҡ минут тирәһе булғандан, танышым йылмайып килеп сыҡты. Мин ингәс, шәмдәрен яндырып йөрөткәндән һуң, ҡәйнәмдең сихырсыларға барып, бала юлын аҙаштырыу өсөн түләгәнен хәбәр итте. Һинең балаң юл таба алмай йөрөй. Иртәле-кисле доға уҡы. Һәм иҫеңдә тот, үлем менән тормош осрашҡан ерҙә, йән үҙ урынын табасаҡ тине.
Белемсенән ҡайтҡандан һуң хәтһеҙ генә ваҡыт үтте. Минең эко процедураһына бара торған ваҡытым етте. Белемсенең әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашмаҫына ышана башланым.
Анализдар, документтар әҙер булғас, киләһе процедураға больницаға килдем. Минең менән палатала бер ҡатын бар ине. Танышып та өлгөрмәнем, врач уға -әҙерһегеҙме? Кире уйларға һуң түгел, бала яҡшы үҫешә, тигәс, ул ҡатындың абортҡа килгәнен аңланым.
Врач ҡатынды оҙатып коридорға сыҡҡас, медсестраға, ни эшләп аборт менән был палатаға һалдығыҙ, тип орошоп алды. Ҡатындың абортҡа килгәнен белеп, Үлем менән тормош осрашҡанына кәйефем төшөп китте.
Процедураны үтеп ҡайтып киттем. Бер айҙан УЗИ га килергә, һөҙөмтә яҡшы булһа, эмбрион ултыртабыҙ тинеләр.
Иртәгә УЗИ тигән көндө, шул-шул сәбәпле процедураны бер айға күсерәбеҙ, тип шылтыраттылар. Минең истерикаға бирелеп илағанымды. Шулай итеп тағы бер ай үтеп китте. Ирем менән УЗИ га киттек. Врач мине ҡараны ла, йылмайып, иптәшемде саҡырырға ҡушты.
-Ярай әле процедураны күсергәнбеҙ. Ҡарағыҙ әле һеҙҙә яңы йән яралған, йөрәге ҡайһылай тибә. Барыһы ла яҡшы булһа, һеҙ оҙаҡламай ата-әсәй буласаҡһығыҙ.
Беҙҙең шок, шатлыҡлы күҙ йәштәре. Хәҙер беҙҙең бәпескә бер йәш. Беҙ бәхетле ғаилә".

Фото: culture.ru

Автор:
Читайте нас: