Өфөлә ҙур ҡатлы өйҙәрҙең береһендә йәшәйем мин. Йортобоҙҙа данлыҡлы эскән ғаилә бар. Тауыш, шау-шыу өҙөлмәй инде ул квартиранан. Ҡайҙан ғына аҡса табаларҙыр инде эскегә.
Декабрь айында ныҡ һыуыҡ көндәр булды бит әле. Бер көн һикерә, йүгерә тигәндәй эштән ҡайтып киләм. Подъездға килеп етһәм, шапкаһыҙ, көҙгө пальтола теге һалдырырға яратҡан күрше тора. Һыуыҡтан туңып бөткән, эскән йөҙө шәмәхә төҫөнә ингән.
- Һыуыҡта ни эшләп тораһың, инмәй, тием.
- Ҡатыным менән талаштыҡ, ҡыуып сығарҙы. Ә подъезд асҡысы булғаны ла юҡ.
- Ин, әйҙә, подъезда булһа ла тор, урамда торғансы, тип бергә индек.
- Шапкаң ҡайҙа һуң?
- Шапкам юҡ минең..
- Әйҙә, үҙемдекен иҫкеһен бирәм. Яңыраҡ яңыһын алдым.
Эсергә яратҡан күршене йәлләп, шапкамды биреп сығарҙым.
Икенсе көн эштән ҡайтһам, был тағы ишек төбөндә тора. Башында минең шапка, көҙгө пальто, трико һәм... нәскилә.. Был юлы ла ҡатыны ҡыуып сығарған икән, ботинкаһын алып өлгөрмәгән. Бергәләп квартираһына күтәрелеп, ишеген шаҡыныҡ. Эстән ҡатынының иҫерек тауышы ишетелде. Минең үтенесте ишеткәс, ул мине ныҡ йыраҡҡа ебәрҙе. Аптырап, үҙемдең көҙгө ботинкамды бирҙем. Бындай һыуыҡта кеше нәски менән йөрөй алмай бит инде.
Өсөнсө көн эштән бер сәғәт алдан сыҡтым. Лифт эшләмәгәс, үҙемдең этажға йәйәү күтәрелә башланым. Шул ваҡыт зәм-зәм яратҡан күршеләрҙең ишеге асылды һәм ҡатындың тауышы ишетелде:
- Һин хәҙер үк сыҡмай тор, килер алдынан ғына сығарһың, һыуыҡ. Ул иҫәр курткаһын бирһә, һатырбыҙ. Мин кешеһен тапҡанмын.
Аҡрын ғына өҫкә күтәрелдем һәм ҡаршыма минең шапка менән ботинканы кейгән, бер ҡат күлдәктә генә күрше төшөп килә ине...