90-сы йылдар бик ауыр, кейем-һалымға ҡытлыҡ осор ине бит инде, иҫләйһегеҙҙер. Беҙҙең ауылда йыш ҡына шул осорҙа сиғандар килеп, өй беренсә кереп, юҡ-бар әйбер һатып, ит-һөт тигәндәй теләнеп йөрөйҙәр ине. Күршеләр эштә саҡта быларға килеп кергәндәр, урам ҡапҡаһын беҙҙең ауылда ул ваҡыттарҙа бер кем дә бикләмәй бит инде. Йәй көнө булғас, аяҡ кейемдәренең әйбәткә кейә торғаны ла, эшкә кейә торғаны ла шунда кәштәлә ине тип һөйләне күршем. Ҡыҙыма яңыраҡ ҡына ауырлыҡ менән табып бик матур туфли алған инем ти, эшкә килеп, кемдер һеҙҙең урамда сиғандар йөрөй, тип әйтте. Бар эшемде ташланым да йүгерҙем ҡайтыу яғына, ләкин барыбер һуңланым, мин ҡайтып еткәнсе туфли ҙа юҡ, бройлер тауыҡтарымдың өсәүһе юҡ ти. Ирем дә ҡайтып керҙе лә тиҙ генә машинаға утырҙыҡ та арттарынан ауыл осона елдерҙек, ҡыуып етеп теге сиғандан көскә туфлиҙы һалдырып алдым, тауыҡтар юҡ ине. Мин тегеләрҙе әрләйем, шул ваҡыт бер имсәк балаһын имеҙеп торған сиған ҡатыны күҙ асып йомған арала түшен сығарҙы ла минең битемә һөтөн һиптерҙе, үҙе үҙҙәренең телендә нимәлер ҡысҡыра. Ярай ҡайтып киттем, икенсе көндө иртән тороп күҙемде асырға итһәм,асылмай, эренләп йәбешеп шешкән, ти. Нишләргә лә белмәй эй илайым инде ти, сиған сихырланы тип. Ирем мине әрләй, шул туфли тип күҙһеҙ ҡалһаң хәҙер тип. Йөрөмәгән еребеҙ ҡалманы, өшкөртөргә йөрөнөк ти, бер аҙна ун көндән генә саҡ күҙем һәйбәтләнде тип һөйләне.
Ғәзимә.